Тәҡдим15.03.2013
(Р. Рождественскийҙан)
Мәжбүр булдым
тотонорға, дуҫтар,
Шиғри булмаған бер темаға...
Кемдер эш күрһәтә,
Кемдер, тырышып,
Эш күрһәткән булып ҡылана.
Ул күҙ буяй,
Көлә аҫтан ғына,
Тойоп өҫтә саф ел иҫкәнен:
“Бөтәһе лә үтер...
Ел ҡағылмаҫ...
Бындай хәлгә тәү ҡат
төшмәнем...”
Креслоға ул ҡунаҡлап алған,
Ултырған ул гүйә эйәргә.
Һәм эшлекле,
ифрат мәшғүл булып
Күренергә тырышып өйрәнә.
Эшләмәгән һайын эшлеклерәк
Күренә ул —
тапҡан бер яйын.
Иң талантлы
артистар ҙа хатта
Былай булдыра алмаҫ,
моғайын.
Йәнәһе лә, уны йоҡо алмай,
Йәнәһе лә, уға аш үтмәй,
Йәнәһе лә, ул эш өсөн яна,
Йәшерен генә һөйгән
ғашиҡтай.
Бына ниндәй талант
әрәм ята!
Ниндәй актер йөрөй эргәлә!
Ундай заттар
күсһен театрға!
Хәл итәйек, әйҙә, бергәләп.
Тәҡдим итәм быны
сараһыҙҙан...
Мәсьәләгә былай килгәндә,
Һөҙөмтәлә
бик ҙур файҙа булыр
Театрҙарға ла,
Илгә лә!