Батша менән Дәрүиш15.03.2013
(ХVI быуаттағы үзбәк яҙыусыһы Пошшоходжанан)

Искәндәр бер илде баҫып алғас, шул илгә идара итә алырлыҡ, халыҡ араһында киң билдәле булған кешене килтерергә ҡушҡан. Искәндәргә былай тиҙәр:
— Халыҡ араһында иң дәрәжәле кеше элекке батшаның улы булыр. Тик ул әллә аҡылдан яҙыңҡыраған инде: диуанараҡ бәндәгә оҡшаған, кешеләр менән аралашмай, зыяратта йәшәй. Искәндәр бойороҡ биргән:
— Килтерегеҙ миңә шул дәрүиште.
Шах хеҙмәтселәре барып дәрүиште Искәндәр янына саҡырған. Дәрүиш уларға ошолай тип яуап биргән:
— Ил өҫтөнән хакимлыҡ итеү өсөн халыҡ менән аралашырға тура киләсәк, ә мин тик бер Аллаһы Тәғәлә менән генә бәйләнешкә инеү өсөн донъянан ваз кискәнмен. Барыбыҙҙың да юлы ҡәберлеккә барып бөткәс, хан һарайында йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем.
Дәрүиштең һүҙҙәрен Искәндәргә алып барып еткерәләр. Полководец тағы ла әмер бирә:
— Ул нимә әйтһә лә, бында килтерегеҙ!
Рухи камиллыҡҡа ынтылыу өсөн, донъя рәхәттәренән баш тартып, суфыйсылыҡ иткән дәрүиште Искәндәрҙең эргәһенә килтереп баҫтыралар. Дәрүиш тоноҡ ҡына тауыш менән һүҙ башлай:
— О, батша! Мин һеҙгә ике һөйәк килтерҙем: береһе — хәйерсенеке, икенсеһе — батшаныҡы. Шуларҙы айыра алаһыңмы?
Искәндәр быға бик ғәжәпләнгән.
— Аҡылһыҙ! Һин нимә һөйләйһең? — тигән ул. — Һөйәктәргә ҡарап кемдеке икәнлеген белеп буламы ни?
Шул саҡта дәрүиш ошоларҙы әйткән:
— О, бөйөк батша! Әгәр ҙә хәйерсе менән батша араһында айырма юҡ икән, хәйерсенән батша булып китеүҙең ни мәғәнәһе бар?
Хаким дәрүишкә тәҡдим яһаған:
— Һине аҡылһыҙ тиҙәр. Әммә һин барыһынан да аҡыллыраҡ икәнһең. Илгә идаралыҡты үҙ ҡулыңа ал! Мин һине бейеккә күтәрермен!
Дәрүиш:
— Был юл минең юл түгел, — ти.
Хаким былай тигән:
— Һин бөйөк батша булырһың! Власты ҡабул ит!
— Бөйөклөк минең юл түгел, — тип үҙ һүҙен бирмәгән дәрүиш.
Искәндәр уға:
— Хакимиәтте үҙ ҡулыңа ал! Ә бит һин батшанан хәйерсе булған кеше.
Шул саҡ дәрүиш былай тип яуап ҡайтарған:
— Яҡшы, әгәр ҙә һин мин һораған дүрт әйберҙе бирһәң, мин риза.
Полководец был һүҙҙәрҙән ҡыуанып киткән:
— Нимә теләйһең, шуны һора: барыһын да бирәм!
Шул саҡ дәрүиш ошоларҙы әйткән:
— О, батша! Миңә үлем белмәй торған ғүмер бир! Миңә ҡартаймай торған йәшлек бир! Миңә кәмемәй торған байлыҡ бир! Миңә ҡайғы-хәсрәт менән алмашынмай торған ҡыуаныс бир!
Полководец башын түбән эйгән һәм былай тигән:
— О, дәрүиш! Быларҙы мин һиңә бирә алмайым. Уларҙы тик Аллаһы Тәғәлә генә эшләй аласаҡ. Был осраҡта мин дә һинең кеүек ярлы.


Вернуться назад