Һинең һүҙҙәр15.03.2013
...И Русь все так же будет жить,
Плясать и плакать у забора.
Сергей Есенин.
Һинең әйткән һүҙҙәр, Сергей,
Бейеп илай ҡанымда.
Рәсәй күптән аунай инде
Бысраҡ ҡойма янында.
Уны айнытырға етмәй,
Үтмәй шағир һүҙҙәре.
Ҡойма башында емелдәй
Бала-саға күҙҙәре.
Күк йөҙөндә Ай ҙа шул уҡ,
Һинән ҡалғандыр инде.
Уны күптән иҫерттеләр,
Мин дә ҡалмамдыр инде...
Ай янында йондоҙҙар ҙа
Атылалар иҫереп.
Хатта юлдар ҙа йүгерә
Иҫерек бәхет кисереп.
Кәйефләнгән бүреләр ҙә
Олой урман яғында...
Иртән Рәсәй йәнә бейеп
Илар ҡойма янында.
...Ниндәй шәп
булыр ине!
Ағас ауыл яҡшыраҡмы,
Таш ҡала яҡшыраҡмы?
Ниңә ауыл кешеһенә
Ҡалалар аптыраҡлы?
Ник улар ҡалаға килеп
Тамыр йәйеп өлгөрмәй,
Ауыл йөрәге ур(ы)нына
Ҡала йөрәге дөрләй?
Ә бит киреһенсә булһа,
Ниндәй шәп булыр ине!
Ауыл моңо, йән иретеп,
Ҡалаға тулыр ине.
Бер-беребеҙгә шәфҡәтлерәк,
Иплерәк булыр инек.
Ил-ергә лә беҙ күберәк
Изгелек ҡылыр инек...
Ауылдар юҡ буласаҡ, тип
Ҡоторһа ла яһилдар,
Ҡаланың да, донъяның да
Әсәһе ул ауылдар!
* * *
Йәнем һөймәй суфый бәндәләрҙе...
Әнғәм Атнабаев.
Меҫкенлекте, йәлләткәнде
Һис кенә лә йәнем һөймәй.
Улар уйлай тик үҙҙәрен,
Илем, Телем, тиеп көймәй.
Киләсәккә уйҙары юҡ,
Һүҙҙәре бар, моңдары юҡ,
Күңелдәренә сиртергә
Грифтары бар, ҡылдары юҡ...
Мин тик бөркөттәрем менән,
Халҡым менән генә
ғорур!
Үлгәндә лә
күҙ алдымда
Илем, Ерем,
Телем торор.