“Мунсаның эсен күрһәт!”15.03.2013
Һәр ауылдың мәҙәк кешеләре бар. Хәҙер мәрхүм инде, беҙҙең ауылда шундайҙарҙан Хаммат ағай була торғайны.
Киномеханик булып эшләйем. Балаларға рөхсәт ителмәгән “Дом и хозяин” фильмы бара. Бер күренеш: ире мунса ишеген асып, ҡатынынан һалҡын һыу һорай. Уныһы эргәләге йылғанан һыу алып килеп биргән ваҡытта, ире биҙрәһе-ние менән мунса эсенә һөйрәп ала. Шунан һуң икенсе күренеш башлана.
Күп тә үтмәй, кино будкаһының ишеген дөбөрләтәләр. Хаммат ағай яу һалып ҡысҡыра: “Иршат, дауай мунсаның эсен күрһәт!”