“Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы”15.03.2013
Элек, һыуытҡыс юҡ саҡта, кеше ҡаймағын, сүпрәһен, хатта әсегән балын да мөгәрәптә һаҡлай торғайны. Шәрифә инәй бабайына мөгәрәпкә яңы баҫҡыс яһарға кәрәклеге тураһында гелән әйтеп килгән. Ләкин бабай: “Иртәгә яһармын әле”, — тип һәр саҡ һуҙа килә икән.
Бер көн Ғәзизйән бабай мөгәрәптән әсе бал алып тәмләп ҡарарға була. Тик серек баҫҡыс түҙмәгән — һынып киткән, бабай аҫҡа осҡан. Иң тәүҙә, бал да эргәлә генә булғас, бик ҡайғырмаған был. Шулай ҙа, көн кискә ауышҡас, бик өшөгән, тик сыға алмаған. Көтөү ҡайтып, һыйырын һауғас ҡына Шәрифә инәй уны барып тапҡан. Эштең айышын аңлап, саҡ һөйрәп сығарған быны. Бабай ҡалтырана-ҡалтырана былай ти икән: “Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, теләй-теләй теләк ҡалманы. Ни йәнең менән түҙеп ултыраһың, Шәрифә, шәл бәйләп?!”
Хәҙер кеше берәй хәлгә тарыһа, уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, тиҙәр.