Төртмә тел15.03.2013
Алтын-көмөшлөләр

Ҡатын әйтә:
— Ҡот теймәне
Беҙҙең ғаилә өлөшөнә.
Күпме йәшәп, эләкмәне
Алтын түгел, көмөшө лә.

— Улай тимә әле, ҡатын,
Хоҙай беҙҙе күреп тора,
Хәлебеҙгә кереп тора,
Теләгәнде биреп тора.

Әле көмөш туй үткәрҙек,
Һин шуны ал иғтибарға:
Тиккә көмөш тимәгәндәр,
Шөкөр ит шул көмөш барға.

Артабан да сөкөрҙәшеп,
Көн итергә уйыбыҙ бар.
Тимәк, алтыны ла булыр —
Алда алтын туйыбыҙ бар.

Әхирәт кәңәше

— Әхирәткәй, хәтер һаҡлап
Әйтмәнем быға ҡәҙәр.
Ирең һине туҡмай тиҙәр,
Дөрөҫмө ошо хәбәр?

— Дөрөҫ, әммә асыуым юҡ
Һис тә уға ҡарата.
Күңелдәрем шуға тыныс —
Туҡмай — тимәк, ярата.

Был борондан әйтелгән һүҙ,
Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.
Туҡмаған ир — һөйкөмлө ир,
Туҡмамаһа — һағайта.

Ә ирең һине туҡмаймы?
Йә әйт йәшермәй-нитмәй.
— Туҡмау тиһең, ул бит миңә
Тырнаҡ менән дә сиртмәй.

— Бик насар был. Тимәк, уның
Һиңә күңеле ятмай.
Ә һин, ярата тиһеңдер,
Яратмай ул, яратмай.

Һине яратҡан ир менән
Йәшәүҙәргә ни еткән.
Шул бит инде ҡатын-ҡыҙҙың
Күңелдәрен иреткән.

Шулай йәшәргә теләһәң,
Уның сере ап-асыҡ:
Быныһын айырып ебәр ҙә
Туҡмай торған иргә сыҡ.

Ҡарсыҡ
килен һайлай

Туҡталыш... Туҡталыш
Автобус юлында.
Ултырҙы бер ҡарсыҡ,
Төйөнсөк — ҡулында.

Ултырыу менән үк
Екте һүҙ-хәбәрен.
Тыңлайбыҙ ҡарсыҡтың
Ғаилә хәлдәрен.

— Өйләнә малайым,
Уңмайым килендән,
Тегеһе ебегән,
Быныһы ебегән.

Алған бер ҡатынын,
Етмәгәс сыҙамым,
Ҡыуҙым да сығарҙым,
Ҡыуҙым да сығарҙым.

Нисек һуң әле мин
Киленһеҙ ҡалайым?
Унынсы тапҡырға
Өйләнде малайым.

Ниһайәт, оҡшаттым
Унынсы киленде.
Ул холҡо-фиғеле —
Торғаны мин инде.

Ҡарсыҡты бүлдерҙе
Пассажир тауышы:
— Әллә шул киленгә
Ҡунаҡҡа барышмы?

— Ҡайтышым, —
тип ҡарсыҡ
Һүҙ-атын
туғарҙы, —
Киленем оҡшатмай
Ҡыуҙы ла сығарҙы.


Вернуться назад