Ҡол Ғәли көнөн билдәләйек15.03.2013
“Йософ тормошон тасуирлаған ҡисса төрки телле халыҡтарҙа ла ижад ителә. 1212–1233 йылдар араһында яҙылған иң тәүге поэтик ҡомартҡының авторы — бөйөк Ҡол Ғәли. Әҙиптең шәхесе, тормош баҫҡыстары хаҡында һаран мәғлүмәттәр тик ике генә сығанаҡта — әҫәрҙең тексында һәм ХIХ быуат уҡымышлыһы, шағир Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиҙың “Тәүарихи Болғари” тигән хеҙмәтендә һаҡланған. Уларҙа әйтелгәнсә, Ҡол Ғәли — Әйле ырыуы башҡорто, Урта Азия яҡтарында 45 йыллап мөҙәрислек итә һәм ғүмере аҙаҡтарында Зәй буйына әйләнеп ҡайта”, — ти филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова.

Әйткәндәй, Тажетдин Ялсығол — беҙҙең яҡташыбыҙ, Күҙәй башҡорто. Бөйөк Ҡол Ғәли Ислам динен таратыуға ҙур өлөш индергән. Уның “Йософ ҡиссаһы”н уҙған быуатта уҡымаған йә иһә тыңламаған кеше бик һирәк булған тип әйтә алам. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә күрше-тирә апайҙар беҙгә килә, инәйем ғәрәп графикаһын уҡый алғас, уларға Йософ китабын башынан аҙағынаса һөйләй торғайны. Кәрәсин беҙҙә генә. Мофаззал бабайым тракторҙа эшләне һәм беҙҙе кәрәсин менән даими тәьмин итте. Шуға күрә бәләкәй генә өйөбөҙгә кис ултырырға килделәр. Йософтың Зөләйхаға булған мөхәббәтен апайҙар йотлоғоп тыңлағанын ишетеп һәм күреп үҫтем.
Ҡол Ғәли бөйөк миссионер булған тип иҫәпләйем. Йөҙҙәрсә, меңдәрсә муллалар тарата алмаған динде Ҡол Ғәли бер үҙе “Йософ” китабы аша күптәр күңеленә еткерҙе, тиһәк тә дөрөҫ, сөнки мөхәббәт көсөнөң тылсымы кешеләр аңына илаһи һөйөү хисе аша һеңдерелә килде.
Кешеләргә хас булған һөйөү хисен барлыҡҡа килтергән, уның аңын, йөрәк тибешен, ҡан йөрөшөн белгән, яҙмышына ҡанат ҡуйған, батырлыҡҡа, яҡшылыҡҡа, изгелеккә саҡырып торған “Мөхәббәт” пәйғәмбәребеҙ ҙә бар бит! Мөхәббәт пәйғәмбәребеҙҙе бөйөктәрҙән-бөйөк, изгеләрҙән-изге Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ менән йәнәшә ҡуйырға саҡырам. Бына шуны беҙгә иң беренсе Ҡол Ғәли “Йософ” ҡиссаһы аша еткерергә тырышҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милләттәштәребеҙ Ҡол Ғәлиҙе, Йософ-Зөләйханың кемлеген дә белмәй. Шул ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, түбәндәгеләрҙе тәҡдим итәм: “Йософ ҡиссаһы”н яңынан нәшер итергә. Был — бер. Икенсенән, Мөхәббәт пәйғәмбәрҙе танырға, уға бағышлап мәсеттәрҙә аҙан әйтергә һәм башҡа саралар уҙғарырға. Өсөнсөнән, 2013 йылдың 13 апрелен “Ҡол Ғәли көнө” тип билдәләргә.


Вернуться назад