Ҡанлы доллар16.12.2011
Көн тыуҙымы доллар артҡан, тиҙәр,
Халыҡтың кәйефе артмаған.
Белә булыр быны, магазинға
Тинлектәрен услап атлаған.
Америка бер ҙә иренмәйсә,
Ҡағыҙының ҡәҙерен арттыра.
Саддам Хөсәйенде аҫтыра ла
Унан Муамарҙы аттыра.
Ерҙә хакимлыҡ итер өсөн бит,
Шундай вәхшәт кәрәк НАТО-ға.
Уяу булмаһаң бында ла килеп,
Йәбешерҙәр ине яғаға.
Артмаҫ ине доллар, иманһыҙҙар,
Кешеләргә шәфҡәт юллаһа,
Артмаҫ ине НАТО булған ерҙә,
Ҡан йылғаһы, үлеш булмаһа.
Бер бәхәс юҡ, уларға ла кәрәк,
Йән һаҡларға, икмәк ашарға.
НАТО артҡан һайын эш тә арта,
Яңы патрон, бомба яһарға...
Беҙҙең наҙандар ҙа, ҡол шикелле
Ҡағыҙ итәгенә йәбешеп
Көс өҫтәйҙәр шул уҡ вәхшиҙәргә,
Доллар майҙанында ярышып.
Барыһы белә, күптән айырылған
Мәрхәмәт һәм айыҡ аҡылдан —
Тик кикереп йөрөргә өйрәнгән,
Доллар тигән һүҙгә һатылған!
Айырылғанды — айыу, бүленгәнде
Бүре ашар, тиҙәр халыҡта.
Илдең фәлсәфәһе һыя булыр,
Халыҡ ҡулындағы ҡалыпҡа:
Океан арты хәсистәре килеп,
Юл күрһәткәнсе шул үлемгә.
Рәсәйҙең уяулығы кәрәк,
Берҙәмлеге кәрәк бөгөн дә.

Эсфир ЙӘҺҮҘИН.


Вернуться назад