Әҙәбиәткә хеҙмәт итте13.03.2013
Әҙәбиәткә хеҙмәт итте“Мәндемгә еттемме, туҡтап ҡалам. Уның бер тигеҙ етеҙлек менән, бер үрәпсеп, шарлап, бер сөбөрләп кенә, нисектер, арығандай, йәйрәп ятыуына ҡарайым. Гүйә Мәндем таштан ташҡа һикерә-саба арығас, ярһыуын баҫа төшөп, тәрән уйланып, һалмаҡ ҡына бер көйгә елеп тына ла, тигеҙ ҡырсынға сығып, ял итергә ята. Ул юлға сыҡҡан кешене, юҡ, кеше ғүмерен хәтерләтә миңә. Ауыр ҙа, моңло ла, һағышлы ла, йырлы ла уның юлы...”

Талантлы әҙип һәм ғалим Әнүр Вахитовтың “Мәндем” тигән хикәйәһе ана шулай башлана. Оло шәхестең тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә, Мәндем йылғаһы буйында ултырған Сәйетбаба урта мәктәбендә, һағышлы ла, ҡыуаныслы ла хәтирәләргә бирелде уның менән ҡасандыр яҡындан аралашып йәшәгән шәхестәр.
Әнүр Хисмәт улы 1932 йылда Ғафури районының Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Сәйетбаба урта мәктәбенән һуң бер йыл Толпарҙа уҡытыусы булып эшләй. БДУ-ның филология факультетын тамамлағас, башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ассистент итеп эшкә ҡалдырыла.
Әнүр Вахитов ижадҡа шиғриәт аша килә. Шиғырҙарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итһә лә, ул бер аҙҙан прозаға күсә. Хикәйәләре, хикәйәттәре гәзит-Әҙәбиәткә хеҙмәт иттежурналдарҙа, төрлө йыйынтыҡтарҙа йыш баҫыла. “Салауат күпере”, “Ҡайын суҡтары”, “Шәжәрә”, “Яҡты күңел”, “Сейәлетүбә” тигән китаптары донъя күрә. Үҙе вафат булғандан һуң, “Тамырҙарым” исемле шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә.
Әнүр Вахитов көндәлек тәнҡит менән дә иң әүҙем шөғөлләнгән тәнҡитселәрҙең береһе була. Уның әҙәбиәт ғилеме тикшеренеүҙәренең емеше булып “Эпик киңлектәрҙә”, “Таланттың асылы”, “Ижади портреттар”, “Ҡояшлы йыр”, “Шиғриәт шоңҡары”, “Зәйнәб Биишева ижады”, “Башҡорт прозаһының жанр-стиль үҙенсәлектәре”, “Офоҡтар киңәйгәндә”, Мәскәүҙә “Башкирский советский роман” тигән китаптары баҫыла. Мәшһүр ғалим Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романын нәшер итеүгә лә Әнүр Вахитов күп көс һала.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙ сығышында Әнүр Вахитов етәкселегендә фольклор экспедицияһында йөрөгән йылдарҙы иҫкә төшөрҙө.
– Әнүр Хисмәт улы әҙәбиәт менән йәшәне, әҙәбиәт өсөн йәшәне, – тине ул. – Яҙыусылар күп, әммә Әнүр Вахитов кеүектәр һирәк. Хеҙмәт юлын уҡытыусынан башлаған остазыбыҙ ғүмер буйы уҡытыусы булды. Башҡорт прозаһының үҫеш йылдарын, ундағы төрлө жанрҙарҙың ҡатмарлы эволюцияһын күренекле ғалим Әнүр Вахитовтың хеҙмәттәренән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Оҙаҡ йылдар Яҙыусылар союзының проза секцияһын етәкләне, ҡәләмдәштәренә фәһемле кәңәштәр бирҙе, һәр әҫәрҙең тыуыу шатлығына ҡыуанып йәшәне. Прозабыҙҙың үҫеш юлдары тураһында ғалим-яҙыусы элекке Бөтә Союз күләмендә уҙғарылған ғилми конференцияларҙа ла йыш сығыш яһаны.
Рауил Төхвәт улы ҡулына “Әнүр Вахитов” тигән китапты алғас, залдағылар, әҙиптең яңы баҫмаһы сыҡтымы икән әллә, тип һағайып ҡалды.
– Ағайым Йәнүр Вахитов университетта Әнүр Хисмәт улы менән бергә уҡыған, дуҫ булғандар. Өйләнеп, малайы тыуғас, ағайым дуҫы хөрмәтенә улына Әнүр тип исем ҡушҡан. Күптән түгел ул хажға барып ҡайтыуы хаҡында китап сығарҙы. Бөгөн ошо баҫманы һеҙҙең мәктәпкә бүләк итәм, – тине шағир.
Фольклорсы, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов:
— Фән юлынан китеүгә миңә Әнүр Вахитов юл күрһәтте, – тип башланы сығышын. – Мин уны Хызыр-Ильяс кеүек күрәм, яҙмышымды хәл итеүҙә ярҙамы ҙур булды. Башҡорт әҙәбиәтендә хикәйәт жанрын нығытыуҙа ла ул ҙур роль уйнаны.
Кисәлә Әнүр Вахитовтың һеңлеһенең улы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев хәтирәләргә бирелеп:
— Әнүр Вахитов үҙенең бөтә тормош маҡсатын, йәшәү йәмен бөйөк һәм илаһи ҡиммәткә – әҙәбиәткә хеҙмәт итеүҙә күрҙе, үҙе лә әҙәбиәттең намыҫы булып йәшәне һәм әҙәбиәттә намыҫ мәктәбен булдырҙы, – тине.
Ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов ҡасандыр бөйөк шәхес менән бер бүлмәлә эшләүе, остазының фәһемле кәңәштәре хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Ҡорҙаштары Аҙнабай Йәноҙаҡов, Ханнан Байбулдин, Ғиндулла Шәйәхмәтов хәтирәләр йомғағын таратты, уҡытыусы Минисор Түзбәкова әҙиптең тормошо, ижады менән таныштырҙы.
Хәтер кисәһендә уҡыусылар талантлы яҡташының шиғырҙарын уҡыны, ҡунаҡтарға йыр-бейеүҙәр гөлләмәһен бүләк итте. Әлбиттә, сығыш яһаусылар араһында үҙҙәренең уй-ниәтен әйтеүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, ғалимдың һайланма әҫәрҙәрен сығарыу һаман тотҡарлана, дәреслектәрҙә әҫәрҙәре күберәк урын алһа ине, тигән ниәт тә әйтелде.
…Тормош иркәләтмәй Әнүр Хисмәт улын. Үҙе һыу инеп үҫкән Мәндем йылғаһы кеүек ауыр ҙа, моңло ла, һағышлы ла, йырлы ла уның ғүмер юлы. Ҡолас ташлап ижад итер мәлендә – 52 йәшендә генә вафат була ул. Әммә талантлы ғалим, ысын ижадсының хеҙмәте халҡы, яҡташтары күңелендә яҡты маяҡ булып йәшәй.


Вернуться назад