Кәпәс13.03.2013
— Алмаҡай, — тине.
— Әү генә, бәпесем.
Их, яндарында кеше юҡ бит көлөргә. Алпамыша менән күбәләк бына шулай һөйләшә инде.
— Өйгә тотонам, өйгә, Алмаҡай! — Ғәлләметдиндең күҙҙәре түшәмдән үтәгә әллә ҡайҙағы күк йөҙөнә ҡарай булһа кәрәк. Хыялға сумғанда ул һәр ваҡыт күк көмбәҙен күҙ алдына килтерә. — Һай-һай, дан буласаҡ ул өй, Алмаҡай. Нигеҙе имән булыр. Бүрәнәләр һөйән булыр. Үҙем һымаҡ ҡалҡыу. Алты мөйөш, тимер баш. Тәҙрәләр ҡапҡаслы, ҡапҡастары һырлы. Кругом типсеп-типсеп мүкләнгән, таҡта менән көпләнгән. Ә бүлмәләр... һин бел дә мин бел: йәшенмәк уйнарға мөмкин...
— Ул саҡлы күп бүлмә ниңә кәрәк һуң, бәпесем? — тип һораны Алмабикә һылыу, хәйләкәр йылмайып.
— Бала-саға өсөн. Һин тупылдатып табып торорһоң, улар сыр-сыу килеп үҫеп торор.
— Баш ҡаңғыра икән, — тигән булып көлөп ҡуйҙы Алмабикә һылыу.
— Ҡурҡма, Алмаҡай, ишектәрҙе бикләп ҡуйырһың... — Елләүектәге айлы төн, тымыҡ күл һәм аҡҡош иҫенә төштө лө Ғәлләметдин башын һелкеп ҡуйҙы. — Ю-у-ҡ, ундай күренеш кешене ойота, ғәмһеҙлеккә саҡыра. Унда мин әтәс ҡуям. Эйе, эйе, әтәс һәр ваҡыт ҡысҡыра, кешене уяулыҡҡа саҡыра.
Шулай һөйләнә, шулай хыяллана Ғәлләметдин, ә Алмаҡайы ихлас күңеленән көлә лә, "бәпесен" йыуата: "Ҡуйсы, юҡ менән башыңды ватмасы. Торған манарабыҙ бик һәйбәт бит", — ти.
Был юлы инде Ғәлләметдиндең кәйефе ҡырыла.
— Һин һармаҡ һүҙ һөйләйһең, Бикәс, — тип асыулана ул. — Мин әйттемме — бөттө. Ике һөйләргә яратмайым.
Быныһы дөрөҫкә яҡын. Эшләйем тиһә, Ғәлләметдиндең ҡулынан килә: емереп эшләй ҙә ҡуя. Тик шуныһы: өс көн эшләй, биш көн байрам итә. Былай иҫереп-нитеп тә йөрөмәй, ҡыҙмаса ғына булып ала ла урам буйына ғына сығып китә. Күрше-күлән әйтмешләй, "аҡыл өләшеп йөрөй".
Һөйләгән кеше һөйләр инде, әлеге хыялланып ултырғандан һуң, Ғәлләметдин бер елкенде, ике елкенде һәм, күп халыҡтың иҫен китәреп, бик һәйбәт нигеҙ һалып ҡуйҙы.
— Һай-һай, Ғәлләметдин, — тине күргән кешеләр. — Нигеҙенә ҡарап өйө булһа — дан өй буласаҡ. Эш итә алһаң ғына ярар ине...
— Башланған эш — бөткән эш, — тине Ғәлләметдин. — Йән биргәнгә йүн биргән, ти бит, күҙ күрер.
Ай үтә, йыл үтә, ҡыш артынан яҙ килә. Ерҙе йәшеллеккә күмгән яҙ башында Ғәлләметдин бүрәнә киҫергә китте. Яҙ! Һай, урмандың хозурлығы! Һай, ҡоштарҙың һайрауы! Бер елкенде Ғәлләметдин, ике елкенде һәм уйланы: ниңә ашығырға? Оло эшкә тотонор алдынан төптән уйларға кәрәк. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, ти бит. Һәм кире ҡайтты.
Ҡайтып ҡыҙмаса булып алды ла урамға сыҡты. Йөрөй, ҡарай, өй маҙаһы менән булған кеше янына бара.
— Был ниндәй хибарка?
— Һинән күрмәксе, Ғәлләметдин ағай.
— Минән? Һин минең хибаркаға ҡарама — нигеҙҙе барып ҡара. Шунан һуң әсәйеңә сәләм әйтерһең, йәме...
— Нигеҙе нигеҙ ҙә, өйө юҡ бит әле, Ғәлләметдин ағай.
— Өйөмө? Өйө була уның. Дан өй була. Әгәр ҙә шундай өй һалмаһам, кәпәсемде кеймәйем...
Ай үтә, йыл үтә, яҙ артынан ерҙе сәскәләргә күмеп, йәй килә. Һай, шул йәйҙең эҫелеге!..
Ғәлләметдин бер һелкенә, ике һелкенә лә кире ҡайта: көҙ бар, ҡыш бар, ашығып ни эш бар.
Ҡайта, урам буйлап ҡарап йөрөй, өй мәшәҡәте менән булған кеше янына бара.
— Өй һалаһыңмы, сыуат?
— Өй һалам, Ғәлләметдин ағай.
— Яраған, сыуат, яраған. Һин уны тегеләйерәк ит, былайыраҡ ит, йәме, сыуат.
— Һинең өй нисек әле, Ғәлләметдин ағай?
— Өймө? Өй була ул. Була тигәс, була. Ир һүҙе бер. Әгәр шул өйҙө өй итмәһәм, башымдағы кәпәсемде кеймәйем.
Көндәрҙең береһендә Ғәлләметдиндең шулай тип әйтеүе булды, шаян Сөләй тип йөрөтөлгән бер егет тегенең намыҫына тейҙе лә ҡуйҙы бит.
— Һин йоланы боҙаһың, Ғәлләметдин ағай, — ти. — Кәпәсеңә тотонһаң, ныҡ тотон, — ти.
Ғәлләметдин шаян Сөләйҙең тел төбө ҡайҙа барғанын аңламайыраҡ ҡалды, күрәһең.
— Ныҡ тотонам, ҡусты кеше, бик ныҡ тотонам, — тип һөйләнә бирҙе.
— Йола шулай ҡуша, — тине шаян Сөләй, — кәпәс тотоп бәхәс итәһең икән, күтәреп һуҡ кәпәсте, вәт.
Ирҙе намыҫ үлтерә, ти бит, Ғәлләметдин кәпәсте күтәрҙе лә һуҡты.
— Ниңә көләһең, — ти. — Кәпәс күрмәгән башмы, — ти. — Кеймәйем, һүҙемде һүҙ итмәһәм, кеймәйем ошо кәпәсемде, — ти...
Шул көндән һуң кәпәс меҫкенгә лә көс төшә башланы.
Ай үтте, йыл үтте, йәй артынан көҙ килде — көҙ ямғырлы булды. Көҙ артынан ҡыш килде — ҡыш һалҡын булды.
Ғәлләметдин урамға сыға ла ҡарап йөрөй. Тегеләй итегеҙ, былай итегеҙ, ти, аҡыл өйрәтә.
— Өй ҡасан бөтә, Ғәлләметдин ағай?
— Өй була ул, була. Бындай хибарка түгел, дан өй була.
Өйөнә ҡайта, үҙ алдына һуҡрана:
— Белмәйҙәр, аңламайҙар, —ти.
— Кем белмәй? — тип һорай Алмаҡай.
— Береһе лә белмәй. Баш юҡ, баш.
— Кешегә аҡыл өйрәткәнсе, үҙ донъяңды ҡарар инең, атаһы.
— Донъя? Ни булған донъяға? Ашарыңа бармы? Бар. Кейереңә бармы? Бар. Ышыҡланыр урының бармы? Бар. Бына һиңә донъя!
Ай үтә, йыл үтә, йыл артынан йыл килә. Ғәлләметдин ағайыңдың йәше лә илленән ашып китте инде.
Көҙгө көндәрҙең береһендә Ғәлләметдингә әлеге шаян Сөләй тап булды. Ул инде егет Сөләй түгел, ир уртаһы.
— Йә, Ғәлләметдин ағай, өй нисек? — ти. — Манараң ҡоларға етешкән, ғүмер уҙа, нигеҙе туҙа... Өйө ҡасан була һуң?
— Өймө? Өй була ул. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Шул өйҙө өй итмәһәм, башымдағы кәпәсемде кеймәйем. — Ғәлләметдин кәпәсенә йәбеште. Сөләйҙең теге ваҡыттағы һүҙе иҫенә килеп төштө лә кәпәсен ергә күтәреп һуҡты. — Кеймәйем! Вәт!
Кәпәс, туң ергә бәрелеп, уртаға бүҫелеп сыҡты. Ғәлләметдин кәпәсте ҡулына алды ла әйләндереп-әйләндереп ҡараны, шунан ҡултығына ҡыҫтырып, һәлмәк кенә атлап, хибаркаһына таба юл тотто.
Эйе, ғүмер уҙҙы, кәпәс туҙҙы, нигеҙ нигеҙ көйө ҡалды. "Тел менән түгел, ҡул менән эшләргә кәрәк", — тине шаян Сөләй, Ғәлләметдин күҙҙән юғалғас.
1958.
(Аҙағы. Башы 49-сы һанда).