Әсә телен данлап13.03.2013
Донъяны танып белеү китапҡа ла күп йәһәттән бәйле икәне мәғлүм. Бөгөн уның ниндәйе генә юҡ. Әлбиттә, барыһын да яҡшы эстәлекле тип әйтеп булмай, шулай ҙа ғилем диңгеҙен киңәйтеүселәр байтаҡ.

Күптән түгел юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге донъя күрҙе. Алты йөҙҙән ашыу биттән торған китапта (яуаплы мөхәррире — профессор К.Ғ. Ишбаев) башҡорт теле ғилеме буйынса бихисап һорауға яуап табырға мөмкин. Шуның менән ҡиммәтле лә ул. Ә күптән түгел Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы факультетында дәреслектең исем туйы үтте.
Сараның нәҡ ошо уҡыу йортонда булыуы осраҡлы түгел. Дәреслектең йөкмәткеһе — факультет коллективының фиҙакәр хеҙмәт емеше.
Әйткәндәй, «Нисек кенә ғилем үҫешмәһен, ниндәй генә электрон әсбаптар булдырылмаһын, былар береһе лә китапты алмаштыра алмай» тигән фекер яңғыраны яңы белем сығанағы байрамында. Ысынлап та, заманына, йәмғиәтенә ҡарамаҫтан, китап — ғилем өйрәнеү системаһының айырылмаҫ өлөшө. Ул булмаһа, телде данлау ҙа, өйрәнеү ҙә мөмкин түгелдер.


Вернуться назад