Аҡыл етмәҫ ергә йәнем етте13.03.2013
Аҡыл етмәҫ ергә йәнем еттеҺиллек

Ҡояш алып китте яҡтылыҡты.
Бар өндәр ҙә миндә тын ҡалды.
Төнгө ҡараңғылыҡ ҡосағында
Донъя шауы, гүйә, онталды.

Бар тауыштар селпәрәмә килде.
Тып-тын ҡалды һауа төн оҙон.
Тынлыҡ тыңлап яттым ҡараңғыла,
Йыһан менән ҡалып бер үҙем.

Мәңгелекте тойҙо шул саҡ күңел.
Тойҙом, һиҙҙем сикһеҙ киңлекте.
Аҡыл етмәҫ ергә йәнем етте,
Ишеткәндә ошо һиллекте.

Ҡара ғәләм

Бер сыраҡһыҙ ҡара ғаләмдәрҙең
Ҡай төшөндә икән ҡояштары?
Ниндәй тәрәнлеккә йәшеренгән
Мең балҡышлы көндөң буяҡтары?

Ниндәй икән төн йәшергән серҙең
Иң-иң төптәгеһе, иң аҫҡыһы?
Ҡара бушлыҡтарҙан урғыр нурҙы
Белә булыр төндөң ҡарасҡыһы.

Белә булыр быны дөм һуҡыр төн,
Ойоп ятҡан көсө вулкандарҙың.
Атылмаҫ та тимә бикләгәнде!
Уянмаҫ та тимә йоҡлағанды!

Бер сыраҡһыҙ ҡара ғаләмдәрҙең
Тәрән тойғоларҙы ҡуҙғатҡаны...
Яңы донъяларҙы асмаҫ тимә
Яңы ғаләмдәрҙең ҡояштары!

Төҫтәр

Таң ҡыйыла ҡара төн эсенән,
Сәскә шыта ҡара тупраҡтан.
Ҡараңғынан тыуа аҡ яҡтылыҡ,
Шишмә сыға хатта батҡаҡтан.

Бар төҫтәр ҙә ҡара төҫ эсенә
Күләгәһеҙ инеп уйыла.
Яҡты көстәр тыуыр алдынан бит
Ҡара көстәр нығыраҡ ҡуйыра.

Зарланыр ҙа өсөн һис сәбәп юҡ.
Барса нәмә — бары яҡшыға!
Таңдар ата барыбер! Күҙ сағылтып,
Офоҡтарҙа ҡояш яҡтыра.

Бәлә-ҡаза килһә, уныһы ла,
Юҡ, язаға түгел, һынауға!
Киләсәктә ҡурҡыу, өмөтһөҙлөк —
Ул ышанмау ғына Хоҙайға.

Күк сырағы

Нурҙар ерҙән күккә түгел,
Күктән ергә һибелә.
Һибә алмай яҡты ҡояш
Үҙ нурҙарын үҙенә.

Күк шәмдәле яҡтыртыусы
Ғаләмде — дөм төйәкте.
Ул бит үҙен ситтән күрмәй,
Түгел бит ул күҙәтсе.

Ул бит үҙе тыуҙырыусы,
Үҙе — йыһан кендеге,
Яна-яна яҡтырыусы
Үҙлегенән үҙлеге!

Ғәләмәтен эҙләп бағам
Күк сырағы — йәҙрәгә...
Үҙ нурымдан яҡтырмаһам,
Ни ҡала мин — бәндәгә?
Шәүләгә?

Ҡотолоу

Иң-иң һуңғы тамсыһына тиклем
Эсеп бөтһәм шатлыҡ шарабын,
Ҡороп ҡалған буп-буш күңел өсөн
Кисерерме мине яраббым!

Иң-иң һуңғы нурынаса инде
Һүнеп ҡуйһа бәхет сырағым,
Дөм ҡараңғы йәндә Хоҙайҙың мин
Хәҙер ниндәй ҡоло буламын?

Иң-иң һуңғы өмөтөмә саҡлы
Киҫмәк булған ауыр ҡайсымды
Атып бәрҙем, ҡотҡарырға тиеп
Һуңғы нурым, һуңғы тамсымды!

Шәфәҡ

Ҡомас ҡыҙыл күктең йөҙө...
Шәфәҡ төшкән тау башына.
Ниндәй тылсым! Ниндәй сихыр!
Көн менән төн алмашына.

Төн менән көн алмашынһа,
Йәнә шәфәҡ — яна офоҡ!
Үлмәк булғас, тыумаҡ та бар!
Юҡ был хәлдә зыян, босоҡ*.

Бер сик икенсегә тоташ
Икән әгәр, юҡ та афәт!
Серле күсеш мәленән тик
Күңелдәргә тула шәфәҡ.

Юҡ ул үлем!
Бар тик күсеш!
Был тик ваҡыт алмашына.
Һағыш нуры төшә шул саҡ
Йәнгә ғүмер ҡояшынан.
_________
*Босоҡ — ҡамасау

Ҡабуллыҡ

Юҡ, һүнмәне минең ҡояш,
Юҡ, һүнмәне минең ай.
Йондоҙҙарға — өмөттәргә
Әүәлгесә күңел бай.

Юҡҡа сыҡманы сырағым,
Бары болот ҡапланы.
Болот артындағы ҡояш
Мине һис юғалтманы.

Томһаланды ғына көнөм,
Нуры торҙо юғалып.
Мин барыбер тойоп торҙом
Боҙ аҫтында йылғаны.

Тойоп торҙом, күрмәһәм дә
Ҡар аҫтындағы гөлдө,
Тау артындағы тауҙарҙы,
Диңгеҙ аша диңгеҙҙе.

Донъя менән бәйләнеште
Өҙмәне ҡара болот:
Йәшенләтте йөрәгемде,
Уйнаны йәйғор булып.

Был хәйләле йәшенмәктән —
Болот ҡаплаған көндән
Баш тартманым,
Телдән ҡалып,
Ҡабул ҡылдым күңелдән.


Вернуться назад