Туйымһыҙ төлкө16.12.2011
Хәтәр бөйөк берләшмәлә
Төлкө икән тәрбиәсе.
Үҙе — бирән, хәйлә — тәрән
Кеше һайлап баш эйәсе!..
Тикшерергә көн дә килә...
Йүгертергә кемде — белә.
Түрәләрҙең тирәһендә
Теле менән ҡылды телә.
Тәү күргәндең иҫе китер —
Фәрештәнең үҙе, тиеп.
Көндөҙ — мәсеттә, ә төнөн
Мунсала ята иҫереп.
Үҙе йөрөй аҡ ебәктән,
Һүҙҙәре лә гел йөрәктән.
Күңелендә зәһәр уҡтар —
Кемгә тейеп, кемдә туҡтар.
Тәрбиәләй торғас төлкө,
Был берләшмә хәҙер көлкө...
Эй, дуҫҡайым, һин үҙең дә
Беҙҙең хәлгә төшмә түлке!
Ишмөхәмәт БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Ишембай районы,
Ҡанаҡай ауылы.