Бер яланғас йөрәк12.03.2013
Бер яланғас йөрәкАктерҙың меңгә төрләнеүенә, сәхнәлә төрлө төҫкә-һынға инеүенә шул йөрәк нисек түҙәлер? Бөтәһе лә шул бер йөрәккә йыйыла бит. Тормоштоң ваҡ һәм ҡолас етмәҫ мәшәҡәттәре, бөткөһөҙ хәсрәттәре... Ә йөрәк — кешенең булмышы, йөрәк — шәхестең үҙе менән бөткөһөҙ бәхәсе. Кеше ғүмере буйы үҙенең ялҡаулығына, кәмселектәренә ҡаршы көрәшә, уларҙы еңергә, үҙен шәхес итеп танытырға ашҡына...

Йәшәү мәғәнәһе

Уның "Салауат" трагедияһында уйнауын хәтерләйем.
Салауат ғазаплана: халыҡты ошондай яуға күтәреүем хаҡ булдымы? Күпме ҡан ҡойолдо, был күтәрелеш — халыҡҡа ҡаза ғына... Салауат тотҡонлоҡ йәберен татый, аяҡ-ҡулдары бығаулы! Уны икеләнеүҙәр, шик-шөбһә талай.
Әлбиттә, мин бер ҡатлы, "сәхнәләге ихтилалды ла күҙәтерменме", тип хыялланғайным 1970 йылда. Ә спектакль яуҙың үҙен бәйән итеүҙән бигерәк, уның һөҙөмтәһен асыҡлай, имеш...
Сәхнәлә — аяҡ-ҡулы бығаулы батыр, үҙен-үҙе ҡамсылай... Артист-батыр үтә тәбәнәк буйлы һымаҡ тойолдо. Ҡараһана, сәхнә күҙе ҡайһылай алдай, уның үҙ ҡанундары... Тормошта Әхтәм Абушахманов һомғол, оҙон буйлы — ә ысынбарлыҡта Салауат ҡыҫҡа буйлы булған бит.
Сәхнә менән тормоштоң айырмаһын, сәхнә менән тормош дөрөҫлөгө нисбәтен (сәнғәттең төп ҡанунын) һуңынан ғына аңлармын.
Сәхнә аяуһыҙ, тормоштоң үҙе кеүек ҡанһыҙ: унда ус төбөндәгеләй һинең уйының, артистың һәләте күренә. Шәп уйнайһың икән, һүҙ ҙә юҡ, сәхнә — һинеке! Ә уйнай алмаһаң, тамашасы һине йәлләп, һинең өсөн оялып ултыра.
Станиславский системаһы, Эфрос алымы буйынса актерҙар теге йәки был сәхнәне үҙҙәре импровизациялай йәки үҙҙәре уйлап сығара. Хәйер, Әхтәм Абушахманов тәбиғәте менән — импровизатор: уның булмышында ижадсы башланғысы бар. Ул — автор, ул — уйланыусы, төбөнә тоҙ ҡойорға яратыусы кеше, ғүмере буйы бәләкәй хикәйәләр, интермедиялар ижад итә. Арыҫлан Мөбәрәков, Илшат Йомағолов, Шамил Рәхмәтуллин, Вәли Ғәлимов, Заһир Вәлитовтар ҙа ошондай артист-актерҙар, драматургтар. Улар үҙҙәре ижадсы, үҙҙәре шәхес һәм сәхнәлә лә үҙ шәхесен сағылдыра. Шәхес ни тиклем тәрәнерәк, күп ҡырлыраҡ, актер палитраһы ла шунса киңерәк.
Әхтәм Абушахманов тәбиғәте менән, әлбиттә, героик образдарға яҡын... Минеңсә, Хөрмәт Үтәшев — шундай типтағы актер, ә Заһир Вәлитов көнкүреш геройҙарын оҫта уйнай йәки бөтә төр геройҙар галереяһын һынландыра. Фидан Ғафаров — шулай уҡ героик пландағы актер, мөхәббәт сәхнәләре геройы, ә Олег Ханов — психологик кисерештәр маһиры. Мин бында бер быуын, үҙемдең йәш саҡтағы актерҙарҙы күберәк миҫал итеп алһам, бүтәндәр үпкәләмәҫ, тим. Әлбиттә, ҡала кешеһен оҫта уйнаусы Хәмит Яруллин менән Рәфил Нәбиуллин, тырпай заттарҙы оҫта һынландырыусы Хәмит Шәмсетдинов, көлкөлө персонаждарҙы йәнләндереүсе Шамил Рәхмәтуллин, Муллаян Сөйәрғолов, Рәүис Заһитовтарҙы ла миҫал итеп килтерергә мөмкин.
Эйе, Әбйәлил егеттәре иңһеҙ дала бөркөттәре ише ҡыйғыр, сая. Әйтһә, тура яра, икеләнеүҙе белмәй. Әхтәм Абушахманов шул холҡо менән нисә ҡабат янды инде: тура әйткән туғанына ярамаған. Ул режиссерҙар менән дә килешеп кенә йәшәмәне, үҙе менән дә, сәнғәт өлкәһе етәкселәре менән дә бәхәсләште.
Нәжиб Асанбаевтың пьесаларының береһе "Ҡыҙыл паша"ла илсе Кәрим Хәкимов образы нәҡ Әхтәм өсөн генә, уны күҙ уңында тотоп тыуҙырылған кеүек. Минеңсә, Әхтәм Абушахманов үҙенең бөтә артислыҡ һәләтен ошо сәхнәлә асты.
Тағы бер персонажды иҫләйем. Азат Абдуллиндың "Ун өсөнсө председатель" пьесаһы буйынса спектаклдә — Прокурор роле. Ысын прокурор, енәйәт ҡанундарын теҙеп бирә. Һуңынан ишетеүемсә, Әхтәм Абушахманов прокуратураға барған, күп әҙәбиәт уҡыған.
Олег Ханов менән улар Назар Нәжмиҙең "Гармунсы дуҫ" пьесаһында уйнаны. Был спектакль аҙаҡ телевидение аша ла күрһәтелде. Билалдың (Абушахмановтың) иңрәүҙәре, бәргеләнеүҙәре әлегеләй күҙ алдымда тора. Кисәге фронтовик шулай тормош асылына етергә тырыша! Был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе нимәлә, кешеләр ни өсөн ыуалана, хәҡиҡәт эҙләй!?

Үҙең теләп алған ғазап

Актер йәки әҙип оҙон ғүмерле булырға тейеш, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актер ҙа, әҙиптәр ҙә ҡыҫҡа ғүмерле. Улар үҙ геройҙарының ыҙаһын яңынан кисерә. Мәҫәлән, ҡәҙимге кеше тик торор көндә актер иларға, тиккә күҙ йәшен һығып сығарырға тейеш; тиктомалдан көлөргә кәрәк... Ә бөтәһе бер йөрәккә... Тыштан ғына улар ялтырай, ә эстән... Улар янып-көйөп бөткән. Сөнки улар ғазаптар аша аса образын, яҙыусы ла бала тапҡан кеүек тыуҙыра әҫәрен. Ижад — аяуһыҙ яза. Ә беҙ сәхнәнең алдын ғына күрәбеҙ.
Күптәр мәшһүр актер Абушахмановты белә, уның йәшләй көйө генә Башдрамтеатрҙа дан ҡаҙанғанын да иҫләй, Салауат, Кәрим Хәкимов, Билал, Отелло, Прокурор, Туҡтамыш хан, Кодар кеүек образдар... Ул — йәшләй танылған актерҙар ҡоронан... Балет йондоҙҙары, ҡырҡ йәштән пенсияға киткән халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары... Утыҙ йәшендә халыҡ артисы исемен яулаған Сөләймәновалар, Мәүлекәсовалар, Ҡыуатовалар, Нафиҡовалар... Ошо тәңгәлдә "Әхтәм Абушахманов хәҙер ниңә сәхнәлә уйнамай?" тигән һорау ҙа тыуыуы ихтимал... Тамашасылар шул актерға өйрәнгән, улар шул актер тип театрға бара... Ә сәнғәт — йәшлек емеше, сәхнә йәш, көслө кешеләрҙе, матур һәм дәртлеләрҙе ярата.
Әхтәм Абушахманов иһә был һорауға, "әҙерәк йәшәйһе килә", тип яуап ҡайтара. Улар, үҙҙәренең йөрәген сәхнәлә теткеләндереп бөтөргән актерҙар, ялға ла хаҡлы.
Эйе, ил намыҫын яҡлаған спортсылар ҙа, Олимпия чемпиондары ла иртә туҙа, иртә эштән сыға: шундай хәтәр көсөргәнеште организм күтәрә алмай. Халыҡ бейеүҙәре бейеүселәре, балетмейстерҙар пенсияға сыҡҡас аяҡһыҙ ултыра.
Сәнғәт — ауыр һынау, ижад — үҙең теләп алған ғазап...

Боландай баҫа белеү ҙә зарур

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов үҙенең сәхнә тормошонда йөҙәрләгән пландағы образды башҡарҙы. Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә"һендә — Аҡйегет, Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол"онда — Ҡарағол, Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын"да — Һалдат, Ғәзим Шафиҡовтың "Иҫке фатир"ында Егет ролендә сығыш яһаны.
Башҡортостан телевидениеһы күрһәткән "Һарығолаҡ" фильмын (сценарий авторы — Рамазан Өмөтбаев, режиссеры — Әнүәр Нурмөхәмәтов), моғайын, күптәр хәтерләйҙер. Әхтәм унда — Химмәт ролендә. Ә "Ҡаҙаҡфильм" студияһында төшөрөлгән тулы метражлы "Алатауҙың көмөш мөгөҙө" фильмында төп ролдә — башҡорт актеры (Ғайсар)!
Актер сәхнәлә бер төрлө асылһа, кинола бөтөнләй башҡаса һынлана. Икеһендә лә ул — күҙ алдында, сәхнәлә уйнай, ә кинола нисек бар — шулай... Тормоштан тура экранға күскән һымаҡ. Кинола актер ижады, ул һынландырған тормошобоҙ йәнләнеберәк китә, фәһемлерәк була башлай...
Әхтәм Абушахманов драмтеатрҙан һуң ете йыл республикабыҙҙың Йәш тамашасы театрында эшләне. Мөхәмәтша Буранғолдоң "Иҙеүкәй менән Мораҙым"ында Туҡтамыш хан образын тыуҙырҙы. Актер бындай пландағы образдарҙы кинәнеп, еренә еткереп уйнай. Уның сәхнәгә сығыуы, хан булып баҫып тороуы ғына ла ни тора!
Актер һәр ваҡыт ҡатмарлы образдарҙы, психологик яҡтан тәрән кисерештәргә бай картиналарҙы сағылдырырға тырыша. Был яҡтан ҡарағанда, актерлыҡ оҫталығын үҫтереү өсөн донъя драматургияһы бигерәк тә ҡулай материал. Мәҫәлән, Шекспирҙың пьесаларында уйнау һәр кемгә лә тәтемәй, ә Әхтәм Отелло образын ижад итте! Ниндәй ярһыу, ниндәй хистәр ташҡыны урғыла сәхнәлә?! Тамашасыны тетрәнергә, һыҙланырға, тормош тураһында уйланырға мәжбүр иткән мәлдәр. Отелло сәхнәгә һыймай, Отелло-Әхтәм сәхнәлә йәшәй...
Әхтәм Абушахмановтың ижад диапазоны киңлеге хаҡында фекер йөрөтөү өсөн "Заклинание"лағы (Ғәзим Шафиҡов әҫәре) хәҙерге заман геройы менән "Алтын балта" әкиәтендәге (Сәрүәр Сурина яҙған) персонажды күрһәтергә мөмкин. Художник хәҙерге заманда ла ҡайнай, әкиәт геройы (Бай роле) сүрәтенә лә инә.
Әлбиттә, актерҙың бөтә ролдәре хаҡында һөйләү мөмкин дә түгел һәм был, моғайын, кәрәкмәйҙер ҙә. Ижадсы булараҡ, Әхтәм Абушахманов талантының тағы ла бер ҡырына күҙ һалайыҡ. Ул — бына тигән шиғыр уҡыусы декламатор, конферансье. Ә һәр шәп, һәр билдәле актер дан конферансье йә нәфис һүҙ оҫтаһы була алмай. Уның өсөн кәүҙәңде ҡамыштай тота, сәхнәлә боландай баҫа белеү ҙә зарур. Был — айырым талант, айырым оҫталыҡ. Йәки сәхнә аты дилбегәһе — конферансье ҡулында.
Әхтәм Абушахманов Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Шәйехзада Бабич, Рауил Бикбай шиғырҙарын һөйләй. Әйткәндәй, 1996 йылдан бирле ул сәнғәт академияһында студенттарҙы нәфис һүҙ һәм декламаторлыҡ сәнғәтенә уҡыта.

Атай һәм актер...


"Мин ун ете йәшемдән йәмәғәт эшендәмен, гел бушлай эшләргә тура килде. Һигеҙенсе класты бөткәс, колхозда комсомол секретары, райком ағзаһы булдым. Өфөгә килгәс, уҡығанда — староста, театрҙа — комсомол секретары, ВЛКСМ өлкә комитеты ағзаһы, ике саҡырылыш Киров районы депутаты, райком, профсоюз өлкә комитеты ағзаһы... Коммунист.
Был йәмәғәт эштәре төп һөнәремә ярҙам итте тип уйлайым, мине үҙаллы эшләргә, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә, ваҡиғаларҙы үҙемсә баһаларға өйрәтте, эштә үҙемдекен раҫларға, үҙ уйымды иҫбатларға булышты. Был тормошто сәхнәлә сағылдырыу өсөн дә мөһим. Тормошто белмәй йәки тормошта үҙеңдең йүнәлешең, шәхси ҡарашың булмай тороп, сәхнәлә образ тыуҙырыуы ҡыйыныраҡ. Шуға йәмәғәт эштәре мине шәхес итеп тәрбиәләне. Театрҙа аҙаҡ партком секретары урынбаҫары, халыҡ контроле комитеты рәйесе булдым. 1948 йылғымын. 1989 йылғаса драмтеатрҙа эшләнем, 41 йәштә унан китергә мәжбүр булдым. 1989 йылдан 1996 йылғаса Йәш тамашасы театрында уйнаным, яңы театрға нигеҙ таштары һалыштыҡ", — ти актер.
Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта. Сәхнәлә уйнаған һәр роль ҡәҙерле, унда янған, тирләп-бешеп ижад иткән мәлдәр ҙә һағындыра. Ни генә тимә, улар илаһи осош булған бит.
Абушахмановтар Башҡортостаныбыҙ сәнғәтенә режиссер менән балетмейстерҙы ла үҫтереп биргән ғаилә бит әле. Минеңсә, бында Әхтәм Абушахмановтың тағы бер булмышы сағыла. Атай һәм актер... Актер атай үҙенең ғүмерлек һөнәренә уландарында һөйөү тәрбиәләгән! Күптәребеҙ балаларының үҙҙәре үткән юлды ҡабатламауын, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙе һайламауын теләй: балаларыбыҙ ҙа беҙ кисергәнде кисермәһен, беҙҙеңсә ғазапланмаһын, йәнәһе. Дөрөҫ тә кеүек. Башта Абушахмановтар ҙа шулай уйлаған, тәүҙә улар ҙа ҡаршы төшкән, әммә... Улар шиктәрҙе эстәренә йәшерә белгән, ә... йөрәккә тағы бер туҡмаҡ! Ә бер йөрәк бит ул, бөтәһе лә — бер йөрәккә!..
Әхтәм Абушахманов та, дөрөҫөн әйткәндә, шул уҡ ҡәҙимге кеше, уның да тормоштағы үҙ һыҙланыуҙары бихисап, ә йөрәк берәү генә... Ул бөтәһен дә кисерә, үҙе аша үткәрә бит. Әхтәм Абушахманов — әле Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, бөтә сәнғәтебеҙ бәләләрен, проблемаларын иңенә һалған.
Ә йөрәк берәү... Әҙәмдең оҙайлы, хисле-һынылышлы ғүмере лә шул бер йөрәккә, тормоштоң сағыу яҡты мәлдәре лә шул бер йөрәктең ялҡынлы тибешенә бәйле.


Вернуться назад