Һин ир булып тыуғанһың икән донъяға, баш күтәреп йөрөйһөң икән, башыңда кәпәс булырға тейеш. Ябай кешеме һин, министрмы — барыбер кәпәс кәрәк. Ләкин ниндәй кәпәс? Беҙҙең Ғәлләметдин ағайҙы ла заманында ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы.
"Мин кем?" тип һораны ул үҙенән-үҙе көҙгө сыуаҡ көндәрҙең береһендә. Яуап ҡайтарып торманы, келәт янына барып баҫты ла күләгәһенә ҡараны. Эйе, Хоҙай унан буйҙы ҡыҙғанмаған. Өйөндә ниндәй генә ҙур көҙгө булһа ла үҙенең буйын тулы килеш күрә алмаҫ ине. "Алпамыша батырмы ни", — тип ҡуйҙы Ғәлләметдин ирәйеп кенә. Ана бит: юрый Өфөгә барып, магазиндан иң ҙур костюм һатып алғайны, шул да тап-тар.
Ул пинжәген тартып ҡараны — резина түгел шул, һуҙылмай. Салбарын һыпырҙы, ҡулы салбар төбөндәге ямаулыҡҡа барып тейҙе, Ғәлләметдин танауын сирып, ирененең бер яҡ мөйөшөн генә асты ла, йылмайған һымаҡ ҡиәфәт яһап: "Ямаулыҡ!" тип кеткелдәп көлөп ҡуйҙы. Була бирһен! Шуның өсөн дә салбар бит ул: эйелә биреп аяғына ҡараны. Аяҡта иҫке калуш. Ғәлләметдин төкөрөп кенә ҡуйҙы. Шунан башын юғары күтәрҙе. "Ә бына баш аяҡ түгел инде. Баш — баш инде ул. Баш — әҙәм күрке. Башты кәмһетмәҫкә, мәхрүм итмәҫкә кәрәк. Иртәгә үк ҡалаға барып, бик елле кәпәс алып ҡайтайым. Дан кәпәс булһын, бөтә халыҡты хайран ҡалдырһын".
Шулай тине Ғәлләметдин һәм һүҙендә торҙо. Иртәгәһенә булмаһа ла, аҙна тигәндә ҡалаға барып, бөтә магазиндарҙы ҡыҙырып сыҡты. Магазинда күңеленә ятырлыҡ кәпәс осрамағас, оҫтаһын эҙләп тапты һәм "бөтә халыҡты хайран ҡалдырырлыҡ дан кәпәс" кейеп ҡайтты.
Ҡайтты һәм кәпәсте ҡырын һалып, аяҡтарҙы ҡыя баҫып, ауылды әйләнеп сыҡты. Хайран ҡалыусы булдымы-юҡмы, Ғәлләметдин уныһын белмәне, мәгәр, күпер осо Хәсән ҡарт:
— Һай, кәттә лә икән кәпәсең, — тип маҡтап ҡалды.
Өйҙә лә кәпәстең урыны түрҙә булды: өрлөктәге сөйгә элеп ҡуйҙы уны Ғәлләметдин. Ул өй тигәнең үҙе бер әкәмәт инде: иңе-буйы бер ҡолас, хужа һуҙылып ятһа, башы бер стенаға, аяғы икенсеһенә тейә. Ә бейеклеккә – бейек. Шуға күрә лә халыҡ телендә уны "Ғәлләметдин манараһы" тип йөрөтәләр. Ә Ғәлләметдин үҙе уны "хибарка" тип атай.
"Хибарка — ул ваҡытлыса ҡоролма", — ти. Шунан һуң инде ни өсөн ваҡытлыса икәнлеген аңлатып бирә. "Атай мәрхүм әйтер ине, ти: "Ғәлләметдин улым, тиер ине, әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә донъяға бер яҡшылыҡ эшләп ҡалдырырға тейеш. Һин инде, улым, тирә-яҡта күҙ яуын алып торорлоҡ бер өй һалдыр", — тиер ине. Бына мин атай мәрхүмдең шул васыятын үтәргә һүҙ бирҙем — үҙ ғүмеремдә шундай өй һаласаҡмын: ауылда бер булһын, тирә-яҡҡа дан булһын, ауылды аша ҡарап, ҡайҡайып ултырһын. Кешеләр күҙ күреме ерҙән: "Ана ултыра Ғәлләметдиндең өйө", тип бармаҡ төртөп күрһәтһендәр..."
Берәүҙәр Ғәлләметдиндең был һүҙҙәренән хайранға ҡалды, икенселәр мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып ҡуйҙы. Ә Ғәлләметдин: "Әгәр ҙә шундай өй һалмаһам, донъяла ир булып, буй үҫтереп йөрөмәйем, башымдағы кәпәсемде кеймәйем", — тип беренсе тапҡыр кәпәскә үрелде.
* * *
Ғәлләметдин йәшәгән ауыл хәҙер ҡалаға оҡшап килә. Уны ауылдың ағаһы, ҡаланың энеһе тип йөрөтәләр. Ғәлләметдин үҙе лә ярым эшсе, ярым крәҫтиән: грузчик булып эшләй, мал-тыуар аҫрап йәшәй.
Ана шул кәпәскә үрелгән көндөң иртәгәһенә Ғәлләметдин, "ағай-эненең һөнәрен ҡарарға" тип, урам буйына сығып китте.
Бында һуңғы йылдарҙа күп кеше яңы өй һалды. Береһе таҡта башлы, икенсеһе тимер башлы, ләкин бөтәһенең дә тиерлек тәҙрә баштары, ҡыйыҡ итәктәре һырлап эшләнгән. Ә ҡайһы береһенең ҡыйыҡ елләүегенә төрлө-төрлө һүрәт тә төшөрөп ҡуйылған. Ғәлләметдин шундай бер өй тәңгәлендә туҡтап ҡарап торҙо. Ул хатта көлөп үк ҡуйҙы. Елләүеккә айлы төн, тымыҡ күл һәм аҡҡош төшөрөлгән ине.
Оҙондоң ҡыҫҡаға, ҡыҫҡаның оҙонға күҙе төшә тип әйтеүҙәре дөрөҫмөлөр, әллә яҙмыш шулай ҡушҡанмылыр инде, Ғәлләметдиндең ҡатыны Алмабикә һылыуҙың буйы иренең биленән саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ. Мөхәббәт йомғағының осо ҡайҙа башлана ла ҡайҙа барып йәшенә — уныһы беҙҙең эш түгел: табышҡандар, ҡауышҡандар, хәҙер инде эш үткән. Мәгәр, беләккәйенә ҡарама, йөрәккәйенә ҡара тигәндәй, Алмабикә һылыу баҫҡан еренән ут сығарып йөрөй инде. Үҙе һылыу, үҙе көләс, үҙе уйынсаҡ. Шуға күрә лә уны "Алмабикә һылыу" тип кенә йөрөтәләр. Ә Ғәлләметдин инде кәйефенә ҡарап әйтә: "Аламаҡай" тинеме — кәйеф шәп, "Бикәс" тиһә — кәйеф ҡырылған тигән һүҙ.
Ҡайтып ингәс, Ғәлләметдин пинжәген тәҙрә яңағына, кәпәсен өрлөккә элде лә һике буйы булып һуҙылып ятты. Түшәмгә ҡараны.
(Аҙағы бар).