Хикәйә оҫтаһы12.03.2013
Хикәйә оҫтаһыШакир Насыров уҙған быуаттың 30-сы йылдарында әүҙем журналистарҙың береһе булып танылған. Уның ауыл кешеләре, яңы сәнәғәт тармаҡтарының үҫеүе һәм сәскә атыуы тураһындағы очерктары республика матбуғатында йыш баҫылған. Шул дәүерҙә яҙылған "Хәтер", "Вәғәҙә бүләге", "Килешеү" кеүек хикәйә һәм новеллалары, "Бүләгем", "Ҡолмәт ҡоҙа" кеүек бер актлы пьесалары менән ул һиҙелерлек ижади аҙым яһай.

Шакир Ғиниәт улы Насыров Ғафури районының Ибраһим ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылында алған. 1929 – 1931 йылдарҙа Өфө сәнәғәт-иҡтисад техникумын тамамлаған. Шунан инде журналислыҡ эше башланған. 1931 – 1942 йылдарҙа "Башҡортостан" гәзитендә махсус хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире вазифаларын башҡарған. Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Быҙаулыҡ хәрби училищеһын тамамлап, фронт шарттарында сыҡҡан башҡорт атлылары гәзитенең яуаплы секретары, полк агитаторы булып эшләгән. 1943 йылда яраланған. Батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Демобилизацияланғас, кисәге яугир бер ни тиклем ваҡыт "Совет Башҡортостаны" гәзитенең яуаплы секретары булып эшләгән. Свердловскиҙа ике йыллыҡ партия мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакцияһы мөдире, баш мөхәррир вазифаларын башҡарған.
Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күҙгә күренерлек әҫәрҙәр ижад итә алмаған. Тик 50-се йылдарҙа ғына Шакир Насыров йәнә ижади әүҙемлек күрһәтә. Бер нисә хикәйәләр йыйынтығы башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә баҫылған. Яҙыусы әҫәрҙәренең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ул халыҡ тормошон яҡшы белә, ябай кешеләрҙең уй-тойғоһон, психологияһын тәрән лиризм һәм образлы бай тел ярҙамында мауыҡтырғыс һүрәтләй. Һеҙҙең иғтибарға талантлы әҙиптең бер әҫәрен тәҡдим итәбеҙ.


Вернуться назад