Үҙ илеңдә16.12.2011
Үҙ илеңдә генә ҡояш яҡты,
Иң ҡәҙерле тәҡдир — ил-йортом.
Телең булһа ғына — илең затлы,
Ҡәҙерләйек ерҙе, башҡортом!

Аҡмуллалар ҡотон, Бабич моңон
Онотор ҙа кеше ҙур булмаҫ.
Хәмер эсеп, харам ризыҡланып
Йөрөмәһәң, йөҙөң хур булмаҫ.

Сит яҡтарға китеп олаҡһаң да,
Әсәң теле — һинең йәнең ул.
Үҙ-үҙеңде аңлап, ғорурлыҡты
Юғалтмайса йәшәү — йәмең ул.

Әлегәсә ҡибла таба алмай
Күп аҙаштыҡ, килә аңлатҡым,
Ерҙе-һыуҙы һатһаҡ, беҙ —
килмешәк,
Илһеҙ-телһеҙ йәшәү алдатҡыс.

Илем-телем — татлы ике шишмә,
Йәйғор ғына төҫлө ил-йортом.
Олатайҙар рухын — шишмәләрҙең
Онотмайыҡ тәмен, башҡортом!
Рафаил ХАФИЗОВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.


Вернуться назад