“Һылыуҡай-2013” республика матурлыҡ конкурсында төп бүләккә Бөрйән районынан Әнүзә Ғиззәтуллина лайыҡ булды. 19 йәшлек һылыуҡай М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих һәм хоҡуҡи белем факультетында уҡый.
— Тәүге тапҡыр “Һылыуҡай” 21 йыл элек үткәрелгән. Ул ваҡытта әле мин тыумаған да булғанмын. Шулай ҙа бала саҡтан уҡ конкурста ҡатнашырға хыялландым. Уны йыл һайын телевизор аша ҡараным, былтыр тамашасылар залында ултырыу бәхете тейҙе. Шунда киләһе йыл ҡатнашырға ҡарар иттем. Еңеү түгел, финалға үтеүҙе лә күҙ алдына килтермәнем. Бик бәхетлемен! — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әнүзә.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ҡыҙ юрист булырға ниәтләй. Тағы ла бер хыялы — үҙен телевидениела һынап ҡарау.
Быйыл финалда һылыуҡай тажы өсөн Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Дүртөйлө, Мәсетле, Миәкәнән һәм Ырымбур өлкәһенән 12 гүзәл зат көс һынашты.
Беренсе урынды һәм вице-мисс исемен Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалынан гуманитар факультет студенты Динә Әхмәтсәүиева яуланы. Финалға сығыусыларҙың барыһына ла гөлләмәләр, ҡиммәтле бүләктәр, ә төп бүләкте яулаусыға, һылыуҡай тажынан тыш, ноутбук, ювелир әйберҙәре, сертификаттар тапшырылды.
Конкурсты “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм “Аҙна” ғаилә гәзите ойошторҙо.