Классик килдеЙәш авторҙың тәүге йыйынтығын тикшерәләр. Беренсе булып шағир М. һүҙ ала.
— Мин, әлбиттә, уның бер әйберен дә уҡыманым. Шулай ҙа ул бухты-барахты яҙалыр тип уйламайым. Бына тигән итәғәтле егет, матур кейенеп йөрөй.
Унан Т.-ға һүҙ бирелә.
— Уның бер юморескаһын уҡып бөтә яҙҙым. Нимәлер тойомлаған да һымаҡ булдым. Иң һәйбәт сифаты — бер кем менән бутап булмай торған үҙ стиле бар. Автор алдына ҙур маҡсат ҡуйып ижад итә. Тупланманы бөгөндән дә һуңға ҡалмай нәшриәткә тапшырып ҡуйырға кәрәк.
И. ла йыйынтыҡты юғары баһалай:
— Иптәштәр яҡшы фекерҙәр әйтте. Шуға ла уларҙы ҡабатлап тороу хәжәт түгел, тим. Ҡыҫҡаһы, беҙгә дастуйын алмаш килә.
Ул арала йәш автор һығылдырып өҫтәл әҙерләй. М. рюмканы ҡулына ала:
— Хөрмәтле иптәштәр, әҙәбиәткә яңы классик килде. Әйҙәгеҙ, артабан да уның ижадының сәскә атыу хөрмәтенә берҙе тотайыҡ.
Йөҙ йылға бер тыуаУл — билдәле әҙәбиәт белгесе. Өҫтәүенә шул тиклем матур, оҫта һөйләй, халыҡса әйткәндә, ойота инде, ойота. Шуға ла юбилей кисәләрен ҙурлап үткәрергә уйлаған әҙиптәр унан ижады хаҡында бер-ике кәлимә һүҙ әйтеүен һорай. Әлбиттә, ихлас риза була ул.
Был юлы ла шығырым тулы зал уның ялҡынлы телмәрен тын да алмай тыңланы.
— Бөйөк яҙыусының әҫәрҙәрен уҡыған һайын мин уларҙа бығаса бер кем ҡабатламаған фекерҙәр, асыштар тойоп ләззәтләнәм. Уның образдар өҫтөндә эшләү оҫталығы мине таң ҡалдыра. Ул — тормошто иҫ киткес дәрәжәлә тәрән белгән, кеше күңелен үтәнән-үтә күргән, тиңдәшһеҙ ҙур таланты өҫтөнә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ күп эшләгән яҙыусы. Ул беҙҙең әҙәбиәттә — новатор. Ундайҙар йөҙ йылға бер тыуа.
Йомарт әҙәбиәт белгесе “йөҙ йылға бер тыуған” әҙипте һәр юбилярҙың ижад кисәһендә тыуҙыра ине.
Халыҡ шағиры булыр улРедакцияның әҙәбиәт бүлеге. Үҙен йәш шағир тип һанаған егет бүлмәнән сығып китеүгә, өлкән йәштәрҙәге әҙип, башын сайҡап, һүҙ башлай.
— Был халыҡ шағиры булыр ул, булыр.
— Кит инде! — ти ҡәләмдәше уға. — Шиғырҙарының рәт-сиратын әйтәйем, йөрөй шунда буталып. Шундайҙар әҙәбиәттең бәҫен ебәрә лә инде.
— Эй, ҡустым, эш шиғырҙамы ни бында! Күрмәйһеңме, бигерәк әрһеҙ, бигерәк ныҡыш бит. Йомартлығы һуң!
Өлкән әҙип шулай тине лә “халыҡ шағиры” килтергән күстәнәстең бөкөһөн ҡайырып асты.
— Эй, уның шиғыры нимәгә, бына быныһы шәп!
Х. ӘХМӘТОВ.