«Ҡарлуғастар» бүләк алды07.03.2013
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Рәсәйҙә тәүге тапҡыр 1913 йылда Петербург ҡалаһында билдәләнә. Ҡала башлығы исеменә яҙылған үтенес хатында ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе буйынса сара ойоштороу һорала. Етәкселәр рөхсәт бирә, һәм 1913 йылдың март баштарында Полтава урамындағы Калашников иген биржаһында мең ярым кеше йыйыла.
Баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында Рәсәйҙәге Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 100 йыллығына бағышланған «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары Ватаныбыҙ кинематографияһында» тигән тантаналы кисә булды.
Байрамды Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев асып, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы 8 Март менән ҡотланы.
— «Башҡорт киноһы төнө» үҙ эшен Мәскәүҙән башланы. Беҙ республиканың барлыҡ төбәктәрендә булдыҡ, һәр яңы фильм менән халыҡты таныштырып барҙыҡ. Был эштә ҡатын-ҡыҙҙың роле баһалап бөткөһөҙ, — тине ул.
Сара Өфөлә беренсе тапҡыр үткәрелһә лә, уға әҙерлек күптән башланған. Быға ҡаҙаныштар ҙа етерлек. «Башҡорт киноһы төнө» сараһы матур йолаға әүерелде. Байрамдың символы итеп ҡарлуғасты һайлағандар. Башҡорт кино сәнғәтенә үҙ өлөшөн индергән гүзәл заттарға ошондай премия тапшырылды. Уға Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаева, Таңсулпан Бабичева, Рушана Бабич, Альда Вәлиева, тауыш режиссеры Памира Абдулбанеева, режиссер-документалистар Лина Мамина һәм Вилүрә Иҫәндәүләтова, «Родина» кинотеатры директоры Татьяна Разина, Лилиә Ризуанова, шулай уҡ режиссер һәм сценарийҙар авторы Зөһрә Бураҡаева, Таңсулпан Бураҡаева, рәссам-аниматорҙар Диана Фәхрисламова менән Айгөл Байрамғоловалар бүләкләнде.
Памира Абдулбанеева кино сәнғәтенең йылдан-йыл яҡшы яҡҡа үҙгәреүен, талантлы кешеләр килеүен билдәләне.
— Киностудияла ирем Булат Абдулбанеев менән оҙаҡ йылдар эшләнек. Барлыҡ билдәле шәхестәр тураһында фильм төшөрөп ҡалырға тырыштыҡ. Бындай байрам ойоштороуҙары оло бер ҡыуаныс, — тине ул.