Өйрәнербеҙ хөрмәтләргә, йә, ҡасан ҡатын-ҡыҙҙы?!07.03.2013
(Ир-атҡа мөрәжәғәт)

Аңламайым, ир-егеттәр,
Һеҙҙең холоҡ, ҡылыҡ, уйҙы:
Өйрәнербеҙ хөрмәтләргә,
Йә, ҡасан ҡатын-ҡыҙҙы?!

Ниңә иртән, таңдан тороп,
Инә һалып түр яҡҡа,
Һауыт-һаба йыйыштырғас,
Эсергә сәй ҡуймаҫҡа?

Шул арала, йүгереп йөрөп,
Малға ашарға һалһаҡ
Яҙыҡмы ни?!
Йәһәт кенә
Һыйыр ҙа һауып алһаҡ...

Туйындырғас, балаларҙы
Ҡулға күтәргән килеш
Алып сығып саф һауаға,
Ир-ат уйнарға тейеш.

Төш етеүгә ҡатын тора...
Сәйен-мәйен әҙерләп,
Күрһәтергә бик-бик кәрәк
Уға лайыҡлы хөрмәт.

Бөгөлөп иҙән һеперһәк,
Билебеҙ талырмы ни?!
Биш-алты тоҡ керен йыуһаҡ,
Ҡулыбыҙ ҡалырмы ни?!

Ҡамыр баҫмай, туҡмас ҡырҡмай
Күпме була йөрөргә?
Аш нимә ул, өйрәнәйек
Бишбармаҡ бешерергә!

Әйтеп тораһым да килмәй
Салат-малат хаҡында:
Бер һауытта, ҡаймаҡ ҡойоп,
Бутайһың барыһын да.

Тортын да тотоп бешерһәк,
Артыр ине бер һөнәр.
Юҡҡамы беҙгә — ир-атҡа —
Етмеше лә әҙ, тиҙәр.

Аңламайым, их, егеттәр,
Һеҙҙең холоҡ, ҡылыҡ, уйҙы:
Өйрәнербеҙ хөрмәтләргә,
Йә, ҡасан ҡатын-ҡыҙҙы?!

Хөрмәтләгеҙ! Һис сыҡмаһын
Берегеҙҙең — шылт! — өнө.
Түҙегеҙ, ағай-энеләр,
8 Март көнө!


Вернуться назад