Нимә була ул “сөңкә”?16.12.2011
Нимә була ул “сөңкә”?Был һорауҙы Ҡыйғынан яҡташым Вадимға бирҙем. "Әҙәбисә сынаяҡ була", – тип йылмайҙы ул.
Бүлмәгә инһәм, тағы ла бер яҡташым – журналист Ризван Хажиев килгән. Унан һорайым. "Таш туҫтаҡ инде, – тине лә шуға ҡатнашлығы булған көләмәсен һөйләп китте. – Беҙҙең ауылдағы Заһитовтар нәҫеленең ҡушаматы – "сөңкә". Бер йыл, шулай, Байсауыл тауы өҫтөндә "сөңкә" Илһам бесән сапҡанда яңылыш Әжекәй ауылынан килен булып төшкән Сайманың алдына барып сыҡҡан. Ҡатын әрләшергә тотонған, тик "сөңкә" һүҙен онотҡан да үҙ ауылдарындағыса:
– Таш туҫтаҡ, таш туҫтаҡ, ниңә минең пакусты сабаһың? – ти икән был. – Күҙең күрмәйме, күрәш?!
Шулай итеп "сөңкә" Заһитовтар көтмәгәндә "таш туҫтаҡ"ҡа әйләнде лә ҡуйҙы".
Был һүҙҙе күптән түгел мәҡәлә әҙерләгәндә ҡулланғайным. Диалект һүҙе күптәргә таныш булмай сыҡты. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары бер ҡасан да сынаяҡ һәм сынаяҡ аҫты тип һөйләмәне. Ерле һөйләштә сынаяҡ – сөңкә, сынаяҡ аҫты жәйпәк (жәйкә) булараҡ йәшәп килә. Йәйҙе лә беҙ – жәй, елле көндө – жилде көн, йәймәне жәймә тип һөйләргә күнеккәнбеҙ.
Асҡында йәшәүсе Рәфил дуҫым көҙ барғанымда: "Эх, ләпеккә баҫтым", – тине. "Нимә ул?" – тим, аптырап. Баҡтиһәң, беҙҙеңсә ул һыйыҡ (шыйыҡ) батҡаҡ. Баймаҡтарҙа, әбйәлилдәрҙә, бөрйәндәрҙә "ҡойоға баҫтым" тип яңғырар ине.
Йыраҡ йөрөйһө түгел, редакцияның ике бүлегендә генә әллә күпме һүҙ таптым: бәрәңге, ти Ишембай ҡыҙы Алһыу. Кәртүк, тип йылмая эргәһендә ултырған бөрйән ҡыҙы Дилбәр. Һикәлтә, тип дауам итә Лилиә (Баймаҡ). "Ә беҙҙә ул күтәрмә була", – тим. Шулай итеп, иҫләп ултыра торғас, баҡырса – сәйнүк, ҡоҙоҡ – ҡотоҡ– ҡойо, мейес–әсәк, эскәмйә – ширлек, һуҡыр себен – ләпәкәй–ләпәк һүҙҙәре хәтергә килде. Учалынан Гүзәлиә миңә лә ныҡ яҡын икмәк–әпәй, әсәй–инәй, әбей–инәй, сынаяҡ–тәгәсте иҫкә төшөрҙө.
Әйтер һүҙем шул ине: әҙәби тел ҡанундарынан ситкә тайпылмау тураһында ғына ҡайғыртып, урындағы һөйләш төрҙәрен юғалтып бөтмәбеҙме? Юҡһа, бөгөн килеп, ни өсөн төньяҡ-көнсығыш башҡорто төньяҡ һәм көньяҡ милләттәшенең һөйләшен аңламай? Дәреслектәрҙә шул уҡ сынаяҡ һүҙе менән бер рәттән таш туҫтаҡ, тәгәс, сөңкә, йәйпәкте лә биреп булмаймы? Синоним йәки алмаш һүҙ урынына.
Валерий ҒӘЙНЕТДИНОВ


Вернуться назад