Рәүеф Насиров күстәнәстәре16.12.2011
“Мин берәү генә”
Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип ауылдарында төртмә телле кешеләр етерлек булһа ла, шағирҙар тыуманы. Былай ҙа һуғышҡа тиклем бер нисә егет шиғыр яҙып маташты-маташыуын, ләкин улар ҙа өйрәнсек дәрәжәһенән күтәрелә алманы. 1970 йылдарҙа ғына Аҙнаштан берәү, йәғни Мәүлитбай ғына, үҙен шағир тип иҫәпләп, район гәзитенә дәфтәр-дәфтәр яҙмаларын ебәреп ҡараны. Тик уларҙы ташҡа баҫманылар. Был бәхетһеҙлекте ауылдаштары белеп торҙо һәм, аптырағандан, шундай кәңәш бирҙе: “Ә һин Өфөгә ебәреп ҡара. Ижадыңды, бәлки, районда аңламайҙарҙыр”.
— Юҡ, — тип баш тартты Мәүлитбай. — Яҙғандарымды ҡыҙғанам. Күреп ҡалып, йә шағирҙар урлап баҫтырыр. Өфөлә улар күп, ә мин бында берәү генә.
“Сиҙәм ергә китерһең”
1958 йылда Ленинградҡа барып, үҙем хыялланып йөрөгән сәнғәт академияһына инә алмағас, шундай ҡарарға килдем: ҡайтам да юл ыңғай Өфөгә туҡталып, шунда берәй студияға инеп, живопись буйынса күнекмәләр алып, ҡайтанан Ленинградҡа киләм. Ләкин Өфөлә бер ниндәй ҙә студия йә түңәрәк тапманым. Аптырап йөрөй торғас, берәй кәңәш бирмәҫтәрме тип, ВЛКСМ-дың Киров райкомына барып индем. Райкомдың беренсе секретары ҡабул итте. “Мин рәсем менән мауығам, комсомол активисымын, гәзит өсөн карикатуралар төшөрәм, ысын художник булғым килә, кәңәш бирегеҙ”, — тим секретарға.
“Республикаға художниктар түгел, ә тракторсылар кәрәк, — ти секретарь. — Ҡабатлап әйтәм. Беҙгә механизаторҙар кәрәк. Бына әле исемлек төҙөп ултырам, Ҡаҙағстанға ебәреү өсөн, сиҙәм күтәрергә. Ә кешебеҙ етешмәй. Һине шул исемлеккә индерәм, иртәгә үк юлға сығаһың”.
Шул минутта күрше бүлмәлә телефон шылтыраны. Унда бер кем дә юҡ ине. Ҡырҡыу егет, тиҙ генә урынынан ҡуҙғалып, шунда йүгерҙе. “Был егеттең мине милицияға тапшырыуы ихтимал”, — тип урам яҡҡа һыпырттым.
Комсомол комитетының “ярҙамы” шул булды.
Шәп гармунсы
— Һин гармунда шәп уйнайһыңмы ни? — тип һораным ауылда Тәлғәттән.
— Ишеткәнең юҡмы ни? — тине Тәлғәт. — Бик шәп уйнайым бит мин. Берәйһе ҡушылып йырлайым тиһә, булдыра алмай, әллә ҡайҙа ята ла ҡала.
Тәлғәт аптыраған
Нефтсе еҙнәһе Тәлғәткә Учалыла өй һатып алып бирҙе. Ул шулай итеп еңел генә ҡала кешеһе булып китте. Бер көн мин уны ҙур магазин алдында осраттым.
— Былай ғына ингәйнем, — тине Тәлғәт. — Бында ни утын да, бесән дә кәрәкмәй. Ауылдан күсеп килдем дә көн әйләнәһенә урам тапайым. Бында шуға ғәжәпләнәм: халыҡ урамда йөрөй-йөрөй ҙә өйөнә кереп хәжәт итә икән.
Автобустар йөрөп торғас, Өфөгә лә килеп ҡайтты ул. Тиҙ әйләнде.
— Унда ни мин бәҙрәф таба алманым, — тине Тәлғәт. — Ҡайһы йортҡа барма — асфальт та асфальт. Театрҙарҙа йә Министрҙар Советында барҙыр ҙа ул, тик, шундай йомошом бар ине, тип унда нисек керәһең...
Таймас менән Алмас
Ҡужайға саҡырыуҙарынан файҙаланып, ҡарттарымдың ҡәберҙәрен күреп китергә булдым. Зыяратҡа барһам, хәҙер инде Силәбе өлкәһендә йәшәгән Таймас та шунда йөрөп ята. Һағынышҡайныҡ, һөйләшеп торҙоҡ. Хушлашҡанда: “Һин Түләккә, апайыңдарға бараһыңдыр инде, ә мин район үҙәгенә китәм. Әйҙә, минең машинаға ултыр, Түләккә төшөрөп китермен”, — тинем. Ризалашманы Таймас, зыяратта тороп ҡалды. “Шулай йөрөй ҙә ята ул Аҡмулла кеүек”, — тине ауылдаштар. Йыш килә. “Нимә эҙләй һуң ул?” “Уның игеҙәге бар ине бит. Алмас. Бәләкәй саҡта уҡ үлеп ҡалды. Кем белә, бәлки, шул Алмасты эҙләйҙер”, — тинеләр.
Мин ҡайтып киттем. Ниндәйҙер йомош иҫкә төшөп, Таймас ҡайтҡан икән тип тә әйтермен тип уйлап, апаларына һуғылдым. Бәй, барып инһәм, Таймас шунда сәй эсеп ултыра. Үҙе йылмая. Нисек килеп еткән — әйтмәне.
Былтыр насар хәбәр алдым. Аҡмулла ише ауылдан ауылға ил ҡыҙырып йөрөй торғас, Таймас Силәбе — Түләк юлында ҡыш көнө туңып вафат булған.
Йәнә бер хәбәр. Ҡайҙалыр ашығып китергә торһам, өй телефоны яңғыраны. “Һаумыһығыҙ, Рәүеф ағай”, — ти бер йәш егет. “Ҡайҙан, кем булаһығыҙ?” “Мин Силәбе яғынан Алмас булам”. “Ниндәй Алмас?” “Таймастың өлкән улы. Атайым һеҙҙе йыш иҫкә ала торғайны. Осрашырға ине”.
Ни тип тә әйтергә белмәнем, юғалып ҡалдым. Тимәк, Таймас шулай ҙа Алмасын тапҡан икән, тигән фекер тыуҙы.