Благовещен ҡалаһында урындағы башҡорттарҙың ҡоролтайында ҡатнашҡайным. Милли йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының иң әүҙемдәре яҡташтарым булыуын күреп ҡыуанып ҡайттым. Милләтебеҙҙе, башҡорт телен һаҡлау, йолаларҙы йәш быуынға еткереү өсөн янып йөрөүселәрҙең береһе — Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы һылыуы Розалия Назарова-Күсәбаева.
Ул бәләкәйҙән бейергә яратҡан. Әле атлай ҙа башламаған баланың көйгә ҡушылып, музыка тактына ҡул сабып ултырыуына әсәһе Зөлфирә аптырап та ҡуйған. Үҫә-бара ҡыҙының сәнғәт донъяһына тартылыуын күреп, теләгенә ҡаршы килмәгән, киреһенсә, хуплаған, һәр яҡлап ярҙам иткән.
Мәктәптән һуң Розалия Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, башҡа сая йәштәр һымаҡ Өфөнө яуларға килә, тик яҙмыш елдәре уны Благовещен ҡалаһына илтә. Бында Розалия 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә ең һыҙғанып эш башлай, бейеү сәнғәте серҙәрен өйрәтә.
Башҡорттар аҙ иҫәпләнгән ҡалала ерегеп китеүе, мәҙәни тормошҡа ылығып, үҙ урынын табыуы ҡыйын булмай уға. Ҡала һәм район данын күтәреп, Розалия төрлө сарала әүҙем ҡатнаша. Республика кимәлендә үткән байрам, фестиваль, конкурстарҙа йыш ҡына еңеү яулай. Үҙе генә түгел, тормош иптәше Айнур, уҡыусылары менән бергәләп тә райондың, республиканың мәҙәни тормошо уртаһында ҡайнай ул. Әйткәндәй, Розалияның тормош юлдашы Учалы сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһына уҡырға ингән. Благовещен ҡалаһына күсеп килеү менән дәртле йәштәр “Айбар” тип аталған эстрада-фольклор ансамбле ойоштороп ебәрә. Коллективҡа башлыса Благовещен педагогия колледжы студенттары йөрөй. Ансамбль район кимәлендә танылыу яулай, уның һәр сығышын көслө алҡыш менән ҡаршы алалар.
Бейеүсе бейей-бейей оҫтара, тиҙәр. Розалияның сәхнәнән сығыш яһағанын ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Башҡорт халыҡ бейеүе “Заһиҙә”не башҡарғанда, ул ҡурайсыға керпек аҫтынан күҙ һирпеп ала. Ошо ҡараштан уҡ Айнур менән Розалияның бер-береһенә ихтирам, һөйөү көсөнөң ни тиклем тәрән булыуын аңларға була.
Благовещен ҡалаһында ошондай матур ғаилә менән таныштым. Хәйер, Назаровтар, улдары Ильястың уңыштары тураһында тағы яҙырбыҙ әле. Быға иманым камил.