Үҙ ҡулдары менән16.12.2011
Яҙмыштарҙан уҙмыш
бар тип белдек,
Яҙмыштарҙы яҙҙыҡ үҙебеҙ.
Йәмле йәй артынан килер тинек,
Мул емешле ғүмер көҙөбөҙ.
Аһ, томалыҡ! Һуҡыр бер ҡатлылыҡ!
Ышанғанбыҙ кемгә, кемдәргә?
Төшөп сумдыҡ тормош һаҙлығына,
Алыштырҙыҡ көндө төндәргә.
Сабырлыҡтың һуңғы сиге етте,
Төҙәтергә ваҡыт яңылышты.
Үҙ ҡулдары менән яҙһын кеше
Үҙе һайлап алған яҙмышты.

Ҡунаҡмы беҙ?

Был донъяла беҙ тик ҡунаҡ,
Тиҙәр ҙә ул, һиҙгән юҡ.
Ең һыҙғанып, ер табанлап
Тапһаң ғына тамаҡ туҡ.
Ҡунаҡ булғас, эшләтмәйсә
Аш ҡуйһындар табынға.
Ҡәҙер-хөрмәт ҡаршылаһын
Атлаған һәр аҙымда.
Көттөрмәй алдыма килһен
Уйлаған бар теләгем.
Балалар яратып ҡына
Талһа ине беләгем.
Түргә менһен ҡунаҡсыллыҡ,
Дошманлыҡ онотолһон.
Киң күңелле көр кешелек
Ҡоҙалыҡҡа ынтылһын.
Күрәгеҙме, хыял ҡуйған
Талаптар шаҡтай тыйнаҡ.
Ҡунаҡ, тиһәләр ҙә риза,
Торһалар шулай һыйлап.
Әммә-ләкин... Беҙ — кешеләр
Түгелбеҙ ҡунаҡ ҡына.
Астан үләһең, ултырһаң
Ҡунаҡтай тыйнаҡ ҡына.

* * *
Донъя көтөү кәрт уйыны кеүек,
Кемдер ота, кемдер отола.
Бәхетлеләр ерҙә күп интекмәй,
Бәхетлеләр үлеп ҡотола.

Ярай сәскә булмағанмын

Йәйге болон... Күҙ ҡамаша,
Шау сәскәлә һәр үлән.
Их, ниңә сәскә түгелмен?
Көнләшеүемдән үләм.
Көҙгө болон... Күҙ тартыша.
Сәскәләрме кәбәндә?
Ярай сәскә булмағанмын,
Ут һүнер ине тәндә.

Рәфҡәт РЫСАЕВ.
Стәрлебаш районы,
Тәтер-Арыҫлан ауылы.


Вернуться назад