Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтең исеме республикабыҙҙан ситтә лә, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә киң билдәле. Уның мәшһүр “Уралым”ды башҡарыуы ғына ла үҙе ни тора!
Күп һанлы Халыҡ-ара, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй конкурстары, Ғ. Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Халыҡ-ара сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы, талантлы һәм үҙенсәлекле опера һәм эстрада йырсыһының исеме уның яҡташтары — Яңауыл районының йыр-моңға ғашиҡ халҡы өсөн айырыуса ҡәҙерле. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яҡташтар” проектының беренсе этабы йомғаҡтарынан күренеүенсә, Радик Гәрәевтең исеме район буйынса иң күп тауыш йыйған шәхестәр араһында.
Арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы йырсының иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән Яңауыл ҡалаһында һәм районында күп эш башҡарыла. Вокалсыларҙың Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы — шуның бер миҫалы. Яңауылдар уны беренсе тапҡыр 2011 йылда күренекле яҡташтары тыуыуының 55 йыллығына арнап ойошторғайны. Был сараны матур йолаға әйләндереү йәһәтенән район хакимиәте йырсылар бәйгеһен быйыл да үткәрергә ҡарар итте. Ул район мәҙәниәт һәм сәнғәт һарайында 23 мартта буласаҡ. Конкурстың төп маҡсаты — билдәле баритон йырсының ижади мираҫын пропагандалау менән бер рәттән, яңы талантлы башҡарыусыларҙы асыу, уларҙың артабанғы һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеү.
Конкурс шарттарына ярашлы, 12 йәштән өлкән йырсылар ҡатнаша ала. Улар төрлө үҙенсәлекле ике әҫәр — халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарырға тейеш, шуларҙың береһенең Радик Гәрәев репертуарынан булыуы мотлаҡ. Ҡатнашыусылар өс төркөмдә (12-нән 16-ға һәм 17-нән 35 йәшкә тиклемгеләр, 36 йәштән ололар) сығыш яһай. Еңеүселәр һигеҙ номинацияла билдәләнә. Гран-при — 100 мең һум.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр 20 мартҡа тиклем район хакимиәтенә йә
[email protected] электрон адресына мөрәжәғәт итергә тейеш.