Тауға ҡарап...16.12.2011
Күк тауҙарға ҡарап торған һайын
Күңелемдә арта ғорурлыҡ.
Беләһеңме, йәнем, ул ғорурлыҡ
Мең ғазапҡа ҡаршы торорлоҡ.
Ата-балаларым ҡаны һеңгән
Тыуған ерем менән һоҡланам.
Күккә ашҡан Урал тауҙарында
Олатайҙар рухы һаҡлана.
Шул тауҙарға күпме күҙ ҡыҙыға
Байытырға теләп кеҫәһен.
Тыуған ерен һатҡан олигархтар
Һатмаҫ тимә ғәзиз әсәһен.
Бейек түбәләрҙе иңләр өсөн
Сит тарафҡа осор ыласын.
Оятһыҙҙар йәнен ҡыйғым килә
Салауаттың алып ҡылысын.
Күк тауҙарға ҡарап торған һайын,
Күңелемдә арта ауырлыҡ.
Ғорурлығым минең тауҙай булһа,
Асыу-нәфрәтем дә тау ҙурлыҡ.
Баллы-моңло башҡорт ерҙәрендә
Боронғоса тирмә ҡорайыҡ.
Гүзәл заттар, әйҙә, ҡымыҙ бешһен,
Ә егеттәр тартһын ҡурайын.
Милләттәштәр, иркен күңелдәрҙә
Олатайҙар рухын уятып,
Ҡыҙарыуҙы белмәҫ нәфселәрҙең
Танытырға ваҡыт оятын!
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.