Шулай тип атай уны замандаштары. Ул башҡорт сәнғәтен беренселәрҙән булып донъя кимәлендә таныта, Ишмулла Дилмөхәмәтов көйөнә, Салауат Юлаев һүҙҙәренә яҙылған “Уралым” йырын башҡарып, сит ил тамашасыһын башҡорт моңона ғашиҡ итә. Эйе, ысынлап та, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, опера һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарған Радик Гәрәев үҙ заманында киң билдәле, үҙенсәлекле моңло тауышҡа эйә була. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт, татар, урыҫ, сит ил композиторҙарының музыкаль әҫәрҙәре классик өлгөләр менән үрелеп яңғырай.
Радик Гәрәев 1956 йылдың 23 мартында Яңауыл ҡасабаһында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Буласаҡ йырсының музыкаль һәләте бала саҡтан уҡ үҙен һиҙҙерә. Гәрәевтәрҙең өйөндә һәр ваҡыт йыр яңғырап тора. Бәләкәй Радик, йырҙарҙы бик тиҙ отоп алып, һоҡландырғыс итеп башҡара.
Моңға, сәнғәткә булған һөйөүе Радик Гәрәевтең артабанғы яҙмышын хәл итә. Ул Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлай, һуңынан Өфө сәнғәт институтында яңғыҙ йырлау кафедраһында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Мортазина класында белем ала. Студент саҡтан уҡ ҙур сәхнәлә сығыш яһай башлай. “Ҡыҙыл ҡәнәфер” исемле халыҡ-ара йыр конкурсында Гран-приға лайыҡ булыуы Радик Гәрәевкә Рәсәй кимәлендә танышыу алып килә. Уны йыл һайын үткәрелгән йыр фестивалдәренә саҡыра башлайҙар, Александра Пахмутова, Ян Френкель, Рим Хәсәнов кеүек билдәле композиторҙар үҙҙәренең әҫәрҙәрен уға халыҡ хөкөмөнә сығарыуҙы ышанып тапшыра. Матур, бәрхәт тауышы, сағыу һын-ҡиәфәте менән ул башҡа сәхнә әһелдәренән һәр ваҡыт айырылып тора.
Радик Гәрәев эстрада, опера йырсыһы булараҡ киң билдәлелек яулай. Опера һәм балет театрында эшләү дәүерендә Д. Вердиҙың “Травиата”һында Жермон, Ж. Бизеның “Кармен”ында Моралес, Чайковскийҙың “Евгений Онегин”ында Гремин һәм башҡа билдәле композиторҙарҙың партияларын, камера музыкаһын, “Ҡара юрға”, “Сарман”, “Ирәндек” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын ҙур кинәнес менән ихлас башҡарып, тамашасы күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра.
Республиканың мәҙәни тормошон йәнләндереү, үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерә мәшһүр шәхес. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына директор итеп ҡуйылғас, Р. Гәрәев “Ирина Архипова тәҡдим итә”, “Өфөлә Шаляпин кисәләре ”, Р. Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет фестивалдәрен ойоштора, театрҙы Рәсәй кимәленә сығара. Башҡорт дәүләт филармонияһында ижад итеү осоронда ул илһам, рухи көс бүләк иткән бихисап сағыу тамаша ҡуя.
Шулай итеп, 23 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһында Радик Гәрәевтең яҡты рухына арналған “Хәтер һуҡмаҡтары мәңгелек” исемле тамаша була. Иҙрис Ғәзиев, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова, Йәмил Әбделмәнов, Вәхит Хызыров, Римма Амангилдина һәм башҡа билдәле йырсылар, бейеүселәр йырсының һоҡланғыс ижадына мәҙхиә йырлаясаҡ. Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!