Башҡорт сәнғәтенең һүнмәҫ йондоҙо, ғәжәйеп талантлы режиссер Булат Имашевты, бәлки, йәштәребеҙ белеп тә бөтмәйҙер әле. Үкенес, мин заманында республикабыҙ сәхнәһен шаулатҡан, театр сәнғәтен үҫтереүгә бар булмышын биргән был шәхестең туғандары менән улар иҫән саҡта осраша алманым. Шуныһы ҡыуаныслы: яҡын ҡәрҙәше Резеда Имашева күренекле сәнғәт әһеле хаҡында мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнде, танылған журналист Рәүеф Насиров иһә матбуғатта «Имаш емештәре өлгөргән саҡ» тигән мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Ә бына РСФСР-ҙың халыҡ артисы Шамил Рәхмәтуллин 1995 йылда остазының хәтер кисәһендә режиссер сифатында ҡатнашты. Өҫтә телгә алынған журналистар, шулай уҡ Өфөләге коллегалары кисәне ойоштороуға, уның сценарийын төҙөүгә ҙур көс һалды. Күренекле райондашымды, оло талант эйәһен онотмаған кешеләрҙең һәммәһенә рәхмәт әйтергә генә ҡала. Яҙманы дауам итеп, мәшһүр режиссерҙың тормош һәм ижад юлына бер ҡараш ташлағы килә.
Булат Имашев 1908 йылда Бишбүләк районының Аҙнай ауылында тыуған. ФЗО-ны тамамлағас, «Октябрь натискы» типографияһында хәреф йыйыусы булып эшләй. Сәнғәткә мөхәббәт уны театр училищеһына алып килә. Бында Булат Имашев менән бергә буласаҡ күренекле артистар Зәйтүнә Бикбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Ғабдулла Шамуҡов һәм башҡалар уҡый. Буласаҡ артист был йылдарҙа байтаҡ образ ижад итә. Нисек кенә ауыр булмаһын, ситтән тороп Мәскәүҙә Луначарский исемендәге Театр сәнғәте институтының режиссерҙар факультетын тамамлай. 1937–1939 йылдарҙа Булат Имашев Башҡорт дәүләт драма театрында баш режиссер булып эшләй, шул уҡ ваҡытта сәнғәт техникумында ла уҡыта. Был осорҙа ул яҡташыбыҙ Риза Ишмораттың «Данлы осор», Тажи Ғиззәттең «Ташҡындар», Николай Гоголдең «Өйләнеү», Алексей Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» һәм башҡа әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерә.
Булат Имашев сәхнәлә беренсе булып Салауат Юлаев образын һынландыра. 1940 йылда опера һәм балет театрының баш режиссеры итеп тәғәйенләнә. Бер нисә йылда талантлы сәхнә әһеле «Ҡарлуғас», «Ҡасҡын», «Һаҡмар», «Ашҡаҙар», «Аҡбуҙат» операларын ҡуя.
Һуңыраҡ Булат Имашев республиканың көньяҡ-көнсығышына юллана. Унда ул башҡаларға үрнәк булырлыҡ театр коллективы ойошторорға ниәтләй. Маҡсатына өлгәшеү өсөн Совнарком кабинеттарын күп тапарға тура килә. Талантлы режиссерҙың һәләтен күреп, Учалынан уны Өфөгә эшкә саҡырып ҡарайҙар, әммә Имашев баш ҡалаға кире ҡайтмаясағын белдерә. Былар тураһында көндәлектәре лә асыҡ һөйләй.
Өфөлә Леонид Андреевич Иванов атлы кеше менән әңгәмәләшкәндә ул былай ти: «Мин нәҡ Учалыла опера театрын асырға хыялландым. Был башҡорт һәм татар театрҙарына кадрҙар әҙерләү өсөн база буласаҡ. Уйлауымса, бында талантлы кешеләр күп. Уҡытып сығарғанда, ике-өс йылда урта квалификациялы театр хеҙмәткәрҙәрен үҫтерергә була. Тормош бының дөрөҫлөгөн күрһәтер.
...Мин профессиональ-ғилми драма театрын ойоштороусыларҙың береһе булып иҫәпләнәм, актер һәм йырсы кадрҙарҙы әҙ әҙерләмәнем, үҙем дә шул театрҙа тыуҙым, шунда үҫтем, шунда үлгем килә. Директорлыҡ ижади эшемде быуҙы, кәртә булды. Үҙ театрымды яратам, уның өсөн бөтәһен дә бирәм, театр хеҙмәткәрҙәрен дә бик ихтирам итәм...»
Көндәлектәренә ҡарағанда, тынғыһыҙ Булат Имашев етәкселегендә 38 көн тигәндә Учалы колхоз-совхоз драма театры эш башлай. Өс-дүрт йыл эсендә ул нығынып өлгөрә, сәхнәгә ете ҙур спектакль ҡуйыла. Унда һәләтле актерҙар тәрбиәләнә. Иң сағыуҙары тип Әлим Усманов, Рафиға Хәбибуллина, Ураҙбай Мәсәлимов, Ғариф Ғәйфуллин, Шәмсиә Мөбәрәкова һәм башҡаларҙы атарға мөмкин. Ижади коллективтың беренсе ағзалары булған был кешеләр Булат Имашевтың эшен дауам итә.
…Шулай гөрләп килгәндә, 1948 йылда Учалы драма театры нишләптер ябыла. Көнләшеүселәр ҙә, «дошмандар» ҙа булғандыр, әлбиттә.
Төрлө хыял менән янып-көйөп эшләп йөрөгәндә, талантлы сәнғәт әһеленең ғүмер ебе өҙөлә. “Кропачев” станцияһында Булаттың үле кәүҙәһе табыла. Уның ни өсөн үлтерелгәнен асыҡ ҡына белеүсе юҡ.
Ғәҙел, тура һүҙле, ҙур ойоштороу һәләтенә эйә шәхестәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йәшәмәй. Ә халыҡ Имашевтың изге, эскерһеҙ эшен онотмай. Оноторға хаҡы ла юҡ. Ул бит — шундай дәһшәтле заманда театр ойоштороу өсөн бөтә көсөн, булмышын, йәнен-тәнен биргән шәхес. Ярай әле Хөкүмәтебеҙ үҙ эшенә мөкиббән бирелгән мәшһүр кешенең хеҙмәтен үҙ ваҡытында баһалаған. Булат Имашевтың БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүе яҡташтарына ла, ғөмүмән, театр сәнғәтен һөйөүселәр өсөн дә ҙур ғорурлыҡ булып тора. Беҙ уны күреп белмәйбеҙ, әммә Булат Имашевҡа ниндәйҙер мөнәсәбәте булған, бергә эшләгән ҡайһы бер шәхестәр менән миңә заманында осрашып һөйләшергә тура килгәйне.
СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев былайыраҡ хәтерләне: «Булат Имашев башҡорт халҡының мәшһүр артисы, иҫ киткес талантлы режиссер, үткер күҙле аҫыл егет булып күңелдә ҡалған. Шуныһы бик аяныс: ул донъя менән бик иртә хушлашты. СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков менән РСФСР-ҙың халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашев Булаттың үле кәүҙәһен алып ҡайтты. Бик тә ҡыҙғаныс, сөнки бындай шәхестәр һирәк тыуа...»
Әңгәмә барышында РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Баныу Вәлиева былай тигәйне: «РСФСР-ҙың халыҡ артисы, барыбыҙҙың да яратҡан йырсыһы, талантлы етәксе, мәрхүм Радик Гәрәевте күптәр хәтерләйҙер. Мин бик сибәр, ыҫпай, хәрәкәтсән Булат Имашевты 40 йәше лә тулмаған, һөлөк кеүек ошо егет менән сағыштырам. Ул сәхнәгә килеп сыҡһа, ҡояш сығып, бөтә донъя яҡтырып киткәндәй була ине. Уның таланты алдында күптәр баш эйҙе заманында. Ул минең хәтеремдә остаз, бөтә яҡлап уңған оло шәхес булып уйылып ҡалды».
Күренекле режиссерҙың улы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Урал Имашевтың атаһын күрмәүе генә бик тә аяныс... Күп йылдар үтһә лә, яҡташтары күренекле сәхнә йондоҙо Булат Имашевты онотмай, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Бишбүләктә бер урам Булат Имашев исемен йөрөтә, Аҙнай ауылы мәктәбендәге бер бүлмәлә данлыҡлы райондашыбыҙҙың музейы урынлашҡан. Ундай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең ижад, тормош юлы — беҙҙең өсөн үрнәк.