Ауылға ҡыҙҙар килгәндә...05.03.2013
Азат Нәҙерғолов — Башҡортостандың тәжрибәле режиссерҙарының береһе. Башҡа режиссерҙар кеүек, уның бер театрға ғына бәйләнгәне юҡ. Шуға ул, республиканың төрлө театрҙарына барып, матур-матур спектаклдәр ҡуя, төрлө төбәк тамашасыларын үҙ эше менән ҡыуандыра. Күптән түгел генә Азат Нәҙерғолов Сибайҙың "Сулпан" дәүләт балалар театрында билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың башҡорт халыҡ эпосы буйынса эшләнгән "Урал батыр" пьесаһын сәхнәләштергәйне. Бөгөн театр Башҡортостандың төрлө ауыл-ҡалалары буйлап ошо спектакль менән гастролдә йөрөй, һәм актерҙар тамашасыларҙың бик яратып ҡарауы хаҡында хәбәр итә.

— "Урал батыр" эпосының биш-алты яҙыусы эшләгән сәхнә варианты менән танышып сыҡтым, — ти Азат Нәҙерғолов. — Әммә береһе лә оҡшаманы. Ҡайһыһы эпосты сәхнәгә ҡулайлаштырмаған, бер ниндәй үҙгәрешһеҙ диалог рәүешендә генә яҙып сыҡҡан, икенселәре, әҫәрҙе заманса итәм тип, кеше ышанмаҫлыҡ эпизодтар индергән. Наил Ғәйетбай эшләгән пьеса үҙенең көслө конфликты, етеҙ хәрәкәте, баҙыҡ характерҙары менән йәлеп итте.
Мин дә раҫлайым: спектакль тамашасының иғтибарын баштан аҙаҡҡаса ебәрмәй. Быға яҙыусы интриганы көсәйтеү, характерҙарҙы аҡлау өсөн күп кенә өҫтәмә эпизодтар индереп өлгәшкән.
Һәм бына Азат Нәҙерғолов Наил Ғәйетбайҙың тағы бер әҫәрен — "Ауылға ҡыҙҙар килде" комедияһын — Салауат башҡорт дәүләт театрында ҡуйырға булған. "Әҫәр көнүҙәк проблемаһы, үҙенсәлекле характерҙары, ҡыҙыҡлы конфликты менән йәлеп итте мине", — ти ул. Режиссер менән актерҙарҙың илһамланып эшләгәне һиҙелеп тора, спектакль бер тынала ҡарала. Актерҙар үҙ ролен яратып уйнай һәм бер-береһенән ҡырҡа айырылып торған образдар ижад иткән. Ысынлап та, ауылға килгән дүрт ҡыҙҙың яҙмыштары ла, маҡсаттары ла бер иш, шуға уларҙы бер-береһенән айырып булмаҫ кеүек. Егеттәргә лә шул бер төрлөлөк һалынған һымаҡ. Әммә актерҙар бер-береһенән ҡырҡа айырылып торған характерҙар ижад иткән һәм шуның менән спектаклдең бәҫен бермә-бер күтәргән. "Рәйлә — торғаны Наполеон, Нурания — үҙ-үҙенә ғашиҡ иҫәркәй, Ләйсән — композиторға кейәүгә сығырға хыялланған ҡыҙ, Кинйәбикә — хыялый", — ти егеттәрҙең береһе һәм актрисалар, ошонан сығып, үҙенсәлекле образдар тыуҙырыуға өлгәшкән.
Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсәсәк Шәрипованы йомшаҡ характерлы, лирик образдарҙа күрергә күнеккәнбеҙ. Ә был спектаклдә ул ҡыҙҙар ансамбленең етәксеһе һәм киләсәктә ауылдың хакимиәт башлығы булырҙай көслө характерлы Рәйләне ышандырып уйнай. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Наҙгөл Иҫәнбаева тыуҙырған образда, уның ҡиәфәтендә һәм ҡыланышында, ысынлап та, егеттәрҙе бер күреүҙә әсир итерҙәй гүзәл затты күрәбеҙ. Уның ауылдың иң матур егетенә көтмәгәндә ғашиҡ булыуы ла ышандыра. Нуранияның финалда, концерт булмаҫын белгән көйө, матур күлдәк кейеп сығыуында был асыҡ күренә. Әммә Хәйбулла (Рафаэль Ғәйнуллин менән Мираҫ Йомағужин был образды бик үҙенсәлекле итеп башҡара), сибәр Нураниянан баш тартып, нескә тойғоло Кинйәбикәне һайлай. Кинйәбикәне "йәмһеҙ" ти барыһы ла, бындай образды уйнауы, бигерәк тә тамашасынан яраттыра алыуы ла бик ауыр. Әммә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова был маҡсатҡа өлгәшә алған. Ләйсәнде актриса Ләйсән Хисаметдинова, йәш булыуына ҡарамаҫтан, маҡсатын һис шикһеҙ тормошҡа ашыра белеүсе образ булараҡ ижад иткән.
Егеттәр образына режиссер артистарҙы дөрөҫ һайлаған тип әйтергә була. Бригадир Әмир образы фәҡәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов өсөн яҙылған кеүек. Артист шул тиклем үҙ роленә һеңә, яраҡлаша, хатта уны ауылдан килеп ингән ысын бригадир кеүек ҡабул итәһең. Был, һис шикһеҙ, артистың уңышы. Сибек характерлы, нескә күңелле клуб мөдире Әхтәмде актер Револь Ғималов килештереп һәм ышандырып уйнай. Шаян һәм әсе телле, ироник характерлы, эсергә яратҡан матур егет, тракторсы Хәйбулла образы Рафаэль Ғәйнуллин һәм Мираҫ Йомағужин башҡарыуында мәҙәк ауыл егете кеүек күҙ алдына баҫа.
Спектаклдең жанры "музыкаль комедия" тип аталған. Азат Нәҙерғолов шуны аҡлау өсөн спектаклгә үткән быуат аҙаҡтарында популяр булған йырҙарҙы бик тә урынлы һәм уңышлы итеп индергән. Ул йырҙар тамашаның мөхитен һәм кәйефен тыуҙырыуға ныҡ ярҙам итә. Төрлө урында лейтмотив рәүешендә музыкаль биҙәлештең дөрөҫ һайланыуын да билдәләргә кәрәк. Тәжрибәле композитор Ришат Сәғитов был әҫәрҙә лә үҙенең спектаклдәр биҙәү буйынса оҫталығын күрһәткән.
Тамашаның рәссамына айырым туҡталғы килә. Валерий Яшкулов — Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, илдә билдәле сценограф, бик күп театрҙа, хатта Мәскәүҙә спектаклдәрҙе биҙәгән. Ошондай билдәле рәссамдың Салауат ҡалаһына килеп, башҡорт театры спектакленә сценография эшләүе бик ҡыуаныслы. Тәжрибәле белгес әҫәрҙең йөкмәткеһен яҡшы тойған, сәхнәне шаҡ ҡатырлыҡ һәм аңлайышһыҙ деталдәр менән тултырмаған, ә хәрәкәт барған ишек алдын, ауыл күренешен тыныс буяуҙар аша күҙ алдына баҫтырған. Ул мөхит спектаклгә тап килеп тора.
Салауат театрының етәксеһе Наилә Сәфәрғолова үҙҙәрендә спектакль ҡуйҙырыу өсөн ошондай билдәле режиссер менән рәссамды саҡырып дөрөҫ эшләгән һәм һөҙөмтәлә бик матур тамаша тыуған. Әлбиттә, пьесаның еренә еткереп яҙылғанлығы ҙур әһәмиәткә эйә. Ысынлап та, унда характерҙар баҙыҡ, конфликт көслө, юмор тулып ята. Ә инде комедияны музыкаль итеп ебәргәс, тамашаның тәьҫир көсө бермә-бер артҡан.
Премьера көндәрендә зал халыҡ менән шығырым тулы булды. Тамашасы спектаклде яратып ҡараны, ихлас көлдө, артистарҙың оҫта уйнауы йыш ҡына алҡышҡа күмелде.
Спектакль драматургка ла оҡшаны. "Азат Нәҙерғолов — талантлы режиссер, — тине Наил Ғәйетбай. — Ул һәр саҡ халыҡтың күңеленә яҡын спектаклдәр ҡуя".
Ғөмүмән, Салауат башҡорт дәүләт театры 2013 йылды бик матур премьера менән башланы. Был спектаклдең театр репертуарында оҙаҡ йәшәренә һәм тамашасыны һәр саҡ ҡыуандырырына иманыбыҙ камил.


Вернуться назад