...Үҙебеҙҙең аттың бер дағаһын күккә ҡуяһы бар ҡаҙаҡлап...05.03.2013
...Үҙебеҙҙең аттың бер дағаһын күккә ҡуяһы бар ҡаҙаҡлап...Даға
Фрузаға

Үҙ ғаләме кеүек күрҙе атай
Ауыл осондағы урманды.
Ул урмандың борма һуҡмаҡтары
Беҙҙең яҙмышҡа ла уралды.
Төпкөл яландарҙың уйһыуында
Нисәү ине икән шишмәбеҙ?
Сәйнүк ҡайнатабыҙ.
Әпәй ҡушып,
Үләндәрҙең сәйен эсәбеҙ.

Үҙебеҙ генә белгән баланлыҡ бар,
Үҙебеҙ белгән ҡурай еләклек.
Бер саҡ
(Ярай атай ҡыйыу беҙҙең!)
Йылан ояһына эләктек.

"Ҡурҡышмағыҙ!
Туҙбаш йылан былар,
Яҡшы ергә генә эйәләй.
Ағыуы юҡ".
...Беҙҙең ҡулда — тырма,
Ә атайым бесән күбәләй.

Ҡайтыр юлда әйтә килә үҙе:
"Беҙҙең биләмә был күп саҡтан.
Ғәни ҡарттың, минең табан эҙе —
Һеҙгә ҡала.
Аслан бутамағыҙ,
Тайпылмағыҙ ошо һуҡмаҡтан.

Һеҙгә, ҡыҙҙар, бигүк ышанмайым,
Малайҙарҙа барса өмөтөм.
Бынау имәнгә мин тамға һуҡтым,
Билдәгә тип даға беркеттем".

...Их, атайым!..
Һинең малайҙарға
Тамғаң ни ҙә, дағаң...
Түҙмәнек,
Һылыуым менән бер көн шырлыҡ
йырып,
Шул дағаны ҡыҙырып эҙләнек.

Табалманыҡ.
Тимәк,
Беҙгә әле
Ҡолон үҫтерәһе.
Һәм аҙаҡ
Үҙебеҙҙең аттың бер дағаһын
Күккә ҡуяһы бар ҡаҙаҡлап.

Сатта

Һулыштан да ҡабынып була икән,
Дөрләп китә инем тыныңдан.
...Их йүгерҙем, күрмәй аҡ-ҡараны,
Эҙҙәреңдән, киткән юлыңдан.

Ул саҡ ҡалды офоҡ арттарында...
Саттарында ике һуҡмаҡтың
Шул уҡ балбал.
Мин түгел ул — хәтер.
Машинаны былай ҡыҙыҡ өсөн,
Юрый ғына бында туҡтаттым.

Шул балбалға яулыҡ бәйләгәндәр,
Ҡыҙыл, яңы — оҡшаш усаҡҡа.
Кемдәр йәнә айырылышты икән
Йә ҡауышты икән был сатта?

Бер беҙ генә түгел, уйламаҫтан
Мөхәббәтен ярған урталай.
Минең генә микән йән яланын
Килеп-килеп хәтер һуҡалай.

Ятып ҡына ерҙе тыңлайыммы,
Ауаз килер, бәлки, электән.
"Һин дә һин", — тип үлеп барған
күңелең
Ҡай тирәгә хәҙер ереккән?

...Һуҡмаҡтарҙың икеһе лә таҡыр,
Бер беҙ генә түгел алйоттар.
Хөкөмдарҙай һалҡын балбал сатта,
Баш осонда ғәмһеҙ болоттар.

Ауыртыу

Әхтәм Фәйзуллинға,
Зиннур Собханғоловҡа,
Альберт Абдуллинға.

Юғалтыуҙар барын кем белмәһен,
Һағышландырырлыҡ хәлдәр бар.
Күңелеңә яра һала улар,
Йөрәк көсөң,
Түҙемлегең менән
Кисерерлек әле икәндәр.

Хыянаттан азат кеше бармы?
Һыныр сиккә етеп бөтөүең.
Дуҫ, туғаның, йәрең булһын —
Ауыр,
Дауалары —
Сабыр итеүең.

Кәйеф ҡырып ҡуя балаларың,
Өткән кеүек була һалҡыны.
Шатландыралар ҙа — бәхетлеһең,
Күңелеңә иңә яҙ тыны.
Күңел кителеүҙәр үтә бит ул, —
Ваҡытлыса йәнең сабыртыу.
...Аңды томаларлыҡ көс бар ерҙә:
Ғәли йәнәптәре Ауыртыу...

Талайҙар

Әпәкәй бирә лә әсәй
Йоҡа ғына ҡаймаҡлап,
Тотоп сабаһың урамға,
Тышауһыҙ ҡолон һымаҡ.

Тешкә лә тейеп өлгөрмәй,
Көслөрәк берәр малай
Тартып ала.
Илаһаң да,
Йүгерһәң дә,
Ҡолаһаң да,
Кире үҙеңә булмай.

Һалдатта ла — дедовщина:
Нимә инһә лә усҡа,
Күсә комвзвод кеҫәһенә,
Әсәйҙән килгән аҡсаның
Ғүмере була ҡыҫҡа.
Көслөнөкө — гел замана,
Сырылдатып талайҙар.
...Әле ана Арҡайымды
Ҡомартҡыбыҙ тип маһая
Беҙҙән көслө ағайҙар.

Гастарбайтер

Беҙҙең ауыл алыҫ үҙәктәрҙән,
Беҙ үҙебеҙ яугир ҡатламдан.
Жалуинья батша түләй тиеп,
Олатайҙар атына атланған.

Бөгөн дә бит өйөнән сығып китә
Ауылдан күп ирҙәр, егеттәр.
Байҙар тупһаһында билен бөгә
Бөтәйербеҙ тигән өмөттән.
Илебеҙ өсөн һаман крепостной беҙ,
Тоғро яран ғына,
Яраҡсы,
Исмаһам, бер уны алдаһаҡсы,
Исмаһам, бер рәхмәт алһаҡсы.

Ил саҡырһа,
Ҡорал ҡулыбыҙҙа,
Ҡысығандан түгел усыбыҙ.
"Был — минеке, был да минеке" тип,
Мал, дан бүлә Мәскәү дуҫыбыҙ.

Баш ҡалала йәки Себерҙәме
Ир-егеттәр гүйә һөргөндә.
Кәртә-ҡура, донъя мәшәҡәте
Бисәләрҙең йәнә иңендә.

Ҡытай тауарҙарын һатып алып,
Ишәйтәм тип көткән донъяһын,
Ҡара эштә ирҙәр.
Йорттан ситтә,
(Нишләп минең эсте өҙә шул хәл,
Нишләп килә ултырып илағым?)
Әйтер берәү:
"Башҡорт ер һөрһөн дә
Ауылында ята бирһенме?"
Үҙ илеңдә үҙең гастарбайтер...
Шуныһы китә минең күңелде.


Вернуться назад