Берәй магазинға йә ойошмаға инергә тура килһә, иң тәүҙә алтаҡтаһына ҡарайым, аҙыҡ-түлек алһам, яҙыуына күҙ һалам. Хаталар, бынан биш-алты йыл элек нисек булһа, шулай ҡала килә.
Телебеҙҙән, милләтебеҙҙән көлөү тип ҡабул итәм мин уларҙы. Шундай тупаҫ хаталар китә — башланғыс класс уҡыусылары ла улай яҙмаҫ. Мәҫәлән, нисәмә йыл инде Учалының “Башҡортостандың Урал арьяғында уҫкаен иң якшы сортлы бойҙайҙан етештерелген тиҙ еҙерленелеусе аҙык” тигән талҡанды ашайбыҙ. Урыҫса яҙылышында иһә бер хата ла юҡ.
Ғөмүмән, телебеҙгә битараф ҡараш күңелде ҡыра. Ярай әле, беҙҙә, Бөрйәндә, хәлдәр ул тиклем ҡатмарлы түгел. Барыбыҙ ҙа башҡорт, үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, милли матбуғаттан айырылмайбыҙ. Магазин, дауахана, банк һәм башҡа урындарҙа үҙ милләттәштәребеҙ эшләй. Урыҫтар аҙ, әммә улар ҙа тап-таҙа башҡортса һөйләшә! Шуғамы икән, алтаҡталарҙа хаталар юҡ. Был йәһәттән “Таң” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре рейдтар үткәреп тора. Башҡа яҡтарҙа бит хаталар эләгеп йығылмалы.
Л. АҪЫЛҒУЖИНА.
Бөрйән районы.