Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт итеүен асыҡ күрһәткән эпик ҡоласлы оло ижады тарихыбыҙҙың ҙур бер осорон дөйөмләштереүсе йылъяҙма булараҡ күҙ алдына баҫа. Уның баһаһы, әһәмиәте ваҡыт үтеү менән арта ғына бара. Талантлы оло әҙибә халҡыбыҙҙың тормошонда үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ символына әйләнде.
“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында әҙибәбеҙҙең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһенә халыҡтың эркелеп килеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Кемдәр генә юҡ унда: яҡташтары, замандаштары, студенттар... Ғөмүмән, Зәйнәб Биишеваның ижадын һөйөүселәр уның яҡты рухына баш эйергә килгән.
“Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Венер Аҙнағолов, әҙибәнең ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһап, хәтер кисәһен ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Күгәрсен районы хакимиәтенә, яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың һүҙҙәре күптәрҙе уйға һалғандыр, моғайын: “Зәйнәб Биишева — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан тәүге драматург, тәүге шағирә, Шәреҡ донъяһында тәүге трилогия яҙған әҙибә, — тине ул. — Уның ижады үҙ дәүерендә төрлө түрәләрҙең битарафлығы арҡаһында лайыҡлы баһа алманы. Әгәр Зәйнәб апай башҡа халыҡ вәкиле булһа, күптән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелгән булыр ине. Ләкин ул үҙ бәҫен төшөрмәне, баш эйеп йәшәмәне!”
Сәхнәгә данлыҡлы әҙибәнең замандаштары күтәрелде. Яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов: “Зәйнәб Биишева ижадына башҡаса ҡарарға, яңы һүҙ әйтергә ваҡыт етте. Уның шәхесен беҙгә тулыраҡ асырға кәрәк”, — тип әҙибәнең “Яҡтыға” трилогияһын нисек ҡабул итеүҙәре тураһында һөйләп үтте. Шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев, Әнисә Таһирова, Ирек Кинйәбулатов, Факиһа Туғыҙбаева Зәйнәб Биишеваға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Хәтер кисәһе йыр-моң менән үрелеп барҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясовтың “Күгәрсен яҡтары”, “Ильяс” йырҙары күңелдәргә һағыш һалды, Күгәрсен районының ҡурайсылар, бейеүселәр ансамблдәренең сығышы йөрәктәрҙе елкендерҙе.
Кисәлә әҙибәнең улы Тельман Әминев ҡатнашты һәм, барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндән һуң, түбәндәге шиғыр юлдарын уҡыны:
Йәшәү бәхете —
күңел сафлыҡта,
Йәшәү бәхете —
дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете —
илең, халҡың өсөн
Хеҙмәт аша
тыуған шатлыҡта.
Эйе, ошо ялҡынлы һүҙҙәр оло әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның ғүмерлек девизы, йәшәү маяғы булды һәм тормошо ла халҡыбыҙҙың рухиәт күгендә сағыу йондоҙ булып балҡый!