Урам, ойошма, предприятие исемдәренең башҡортсаһында тупаҫ хаталарға һаман да юл ҡуйыла. Ғәйеплеләр иһә яуаплылыҡҡа тарттырылмай, һыуҙан ҡоро сыға.
Йорт тупһаһынан билдәле, тиҙәр. Быйыл йәй Дүртөйлө ҡалаһында булып, шаҡ ҡатып ҡайттым. Хаталар автовокзалда уҡ күҙгә ташланды: автобус йүнәлештәренең башҡортса яҙмаһы урыҫсанан бер нисек тә айырылмай. Мәҫәлән, Байгилде ауылы — “Байгильде”, Урман аҫты “Урманасты” тип күрһәтелгән. Тағы шуныһы: автобус водителдәре туҡталыштарҙы урыҫ телендә генә иғлан итә. “Башавтотранс” етәкселегенең был хаҡта ете ятып бер төшөнә инмәй, ахырыһы.
Дүртөйлө урамдарының күбеһе урыҫса ғына исемләнгән, башҡортса яҙыу береһендә бар, икенсеһендә — юҡ. Ошо тәртипһеҙлектәрҙе фотоға төшөрөп, райондың вазифалы кешеләренә күрһәттем. Етәкселек был хаҡта гәзиткә бирмәүемде һораны, хаталарҙы төҙәтергә вәғәҙә лә итте. Әммә... Йөк һаман да үҙ урынында — бер ни ҙә үҙгәрмәгән. Тупаҫ хаталарҙы бер ниндәй отчет менән дә ҡапларлыҡ түгел. Дүртөйлө ҡалаһы етәкселегенә, бәлки, “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды бойомға ашырыу буйынса Хөкүмәт комиссияһының ярҙамы кәрәктер?
Марат МОРАТОВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.