Ҡанға һеңгәнде үҙгәртеп булмай16.12.2011
Башҡорт әҙәби теленең торошо, нормалары, уны артабан камиллаштырыу, лексик байлығын дөрөҫ файҙаланыу тураһындағы мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Был йәһәттән айырыуса “Башҡортостан” гәзитенең тырышлыҡ күрһәтеүе маҡтауға лайыҡ.
Әммә ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырған, мәсьәләне бер яҡлы ғына сағылдырған мәҡәләләр ҙә осрай. Мәҫәлән, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Зиннур Нурғәлин башҡорт әҙәби теленең төп фонетик нормаларының береһе булған күплек ялғауҙарының бирелешен яңынан ҡарау, үҙгәртеү мәсьәләһен күтәрә килә. “Башҡортостан” гәзитендә былтыр баҫылған “Дәүләт теле — ил тотҡаһы, рухи таяныс” (№ 23 — 28), “Беҙ бер халыҡ — башҡорт халҡы” (№ 133 — 138), “Беҙ уҡыған һәм һөйләгән дәүләт теле” (№ 189 — 191), шулай уҡ яңыраҡ донъя күргән “Дәүләт теле һәм әҙәби тел” (20, 21.09, 2011) исемле күләмле мәҡәләләренең үҙәгендә лә, нигеҙҙә, ошо проблема тора.
Билдәле булыуынса, әҙәби телдә күплек ялғауҙары, һүҙҙең ниндәй өнгә тамамланыуына ҡарап, дүрт фонетик вариантта алынған: тартынҡы өндәрҙән һуң — -дар / -дәр, -тар / -тәр, -ҙар / -ҙәр; һуҙынҡыларҙан һуң иһә — -лар / -ләр. Мәҫәлән: урмандар, ағастар, ҡырҙар, йылғалар, кешеләр.
Бына ошо ялғауҙарға ниндәй генә ғәйепләү ташламай хөрмәтле профессор. Уның әйтеүенсә, ошо ялғауҙар арҡаһында беҙ, йәнәһе, “һаман да ике телле халыҡ булып ҡалабыҙ...”. С. Мирастың һүҙҙәрен ҡабатлап, “башҡорт әҙәби теле юрматы һөйләшенә ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып яһалған”, тип яҙа ул, шунлыҡтан “әҙәби тел милләттең бер ишлегенә, уның милли ойошоуына хеҙмәт итеү һәләтенән мәхрүм”, имеш (“Башҡортостан”, 1.07. 2010). Артабан автор: “Тамъян-ҡатай һөйләше әҙәби телгә нигеҙ итеп алынған, ә был тел уҡытыуҙа ҙур проблемалар тыуҙыра. Шуларҙың иң мөһиме һүҙ яһалышына ҡайтып ҡала... Был — күплек ялғауҙарының дүрт төрлө йөрөүе”, — тип күрһәтә. (7.07. 2010). Әйткәндәренән сығып, ул: “...күплектә -лар / -ләр нормаһына күсеү әҙәби телебеҙ йоғонтоһо даирәһен ҡырҡа киңәйтер, уның дәрәжәһен (!) күтәрер ине”, — тип һығымта яһап ҡуя.
Беренсенән, күплек ялғауҙары һүҙ яһаусы ялғау түгел (яңы мәғәнәле һүҙ яһамай), ә һүҙҙең күплек формаһын ғына барлыҡҡа килтерә. Әҙәби телгә ҡыуаҡан һөйләшенән (көнсығыш диалекттан) ошо күплек ялғауҙары ғына алынған, ә һүҙ яһаусы ялғауҙарҙың барыһы ла юрматы һөйләшендәгесә (хәҙерге көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарҙағыса).
Бында автор шуны танырға теләмәй, әллә мутлаша: хәҙерге башҡорт әҙәби теленең һүҙ яһалышындағы иң мөһим, һәр телдең нигеҙен тәшкил иткән төп аффикстар тап бына ул саҡта “юрматы һөйләше” тип йөрөтөлгән диалекттан (хәҙерге көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттар) алынған бит. Миҫалдар менән күрһәтеп китәйек:
исем яһаусы -лыҡ / -лек ялғауы: ташлыҡ, уяулыҡ, һаҙлыҡ;
ҡылым яһаусы -ла / -лә, -лан / -лән, -лаш / -ләш ялғауҙары: башла, көйлә, матурла; дәртлән, батырлан; дуҫлаш, иҫәпләш;
сифат яһаусы -лы / -ле ялғауҙары: белемле, данлы;
рәүеш яһаусы -лата / -ләтә, -лап / -ләп ялғауҙары: игенләтә, күрәләтә; айлап, берәмләп;
сама һандарын яһаусы — -лап / -ләп, -лаған / -ләгән ялғауҙары: унлап, йөҙләгән һәм башҡалар.
Ә көнсығыш диалект һөйләштәрендә (элекке ҡыуаҡан һөйләше) был ялғауҙар барыһы ла, күплек ялғауҙары һымаҡ, дүрт фонетик вариантта йөрөй: һуҙынҡыларҙан һуң — л, ә, тартынҡыларҙан һуң д, т, ҙ менән башлана.
Ни өсөн һуң автор, ошо хәҡиҡәткә ҡаршы килеп, башҡорт әҙәби теле фонетик яҡтан ҡыуаҡан һөйләшенә генә нигеҙләнгән, тип күрһәтә?
Үҙенең “Әҙәби тел беҙгә хеҙмәт итәме?” тигән мәҡәләһендә (20.11. 2002) Зиннур Нурғәлин: “...хәҙерге әҙәби тел юрматыларҙы — яртылаш ҡыуаҡанса, ҡыуаҡандарҙы яртылаш юрматыса уҡып-яҙырға, һөйләшергә күнектерҙе. ...Беҙгә С. Мирас әйткән “тар”сыларҙан “лар”сыларға әйләнеү өсөн юрматыларға йәнә бер аҙым ғына яҡынлау ҡалған. Ул саҡта инде ҡаҙҙар, аттар, күлдәр түгел, ҡаҙлар, атлар, күлләр тип уҡып-яҙырға ла күнегер инек”, — тип өгөтләй.
Икенсенән, автор үҙ-үҙенә ҡаршы килә: бая ғына, әҙәби тел фонетик яҡтан башлыса ҡыуаҡан һөйләшенә ҡоролған (уныһы ла дөрөҫ булмай сыҡты!), тип ризаһыҙлыҡ белдерһә, әле килеп уны бөтөнләйгә юрматы һөйләшенә әйләндермәксе.
Унан килеп, башҡорт һөйләштәренең барыһы өсөн дә уртаҡ булған, әҙәби телдәге күплек ялғауҙары кеүек, дүрт фонетик вариантлы -даш /-таш /-ҙаш /-лаш аффикстары менән яһалған исемдәр, сағыштырыуҙы белдереүсе -дай, -тай, -ҙай, -лай аффикслы сифаттар һәм рәүештәр ҙә бар бит. Мәҫәлән: ауылдаш, яҡташ, өйҙәш, балдай, көмөштәй, тауҙай, боронғолай һәм башҡалар. Хәҙер инде уларҙы ла -лаш / -ләш тип үҙгәртергәме?
Сәғит Мирастың “ҡыуаҡан шиүәһендә бөгөлөштәр бик ҡатмарлы, уларҙы дөрөҫ әйтеү, яҙыу өсөн, фәлән хәрефтән һуң -дар, -тар, -ҙар, -лар килә тип, бер таблица төҙөп, шуны кеҫәңдә йөрөтөргә кәрәк” тигән һүҙҙәрен килтереп, З. Нурғәлин, көньяҡ һәм бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш диалекттар һөйләштәренә ошо күплек ялғауҙарын үҙләштереү — үтә ҡатмарлы мәсьәлә, тип ышандырырға тырыша (“Башҡортостан”, 29.06. 2010).
Былай тип раҫларға бер ниндәй нигеҙ юҡ, сөнки, үрҙә телгә алып үтелгән ауылдаш, яҡташ, ҡорҙаш, тауҙай кеүек һүҙҙәрҙән тыш, бөтә һөйләштәрҙә лә дүрт төрлө килә торған морфологик формалар күп: 1) эйәлек, төшөм һәм урын-ваҡыт килеш ялғауҙары: урмандың, ҡоштоң, һарайҙың, баланың; ҡәләмде, көрәкте, һыуҙы, кешене; өҫтәлдә, тышта, өйҙә, баҡсала (эйәлек һәм төшөм килеш ялғауҙары төньяҡ-көнбайыш диалектта, һүҙ ниндәй өнгә бөтөүгә ҡарамаҫтан, “н” өнөнән башлана: ҡошноң, сыуны); 2) ҡылымдарҙың шаһитлы үткән заман ялғауҙары: ал-ды, ҡайт-ты, бар-ҙы, эшлә-не; 3) көсәйтеү киҫәксәһе: иртән дә, кис тә, улар ҙа, һиңә лә; 4) икеләнеү киҫәксәһе: ҡайтҡан-дыр, ҡош-тор, йөрөй-ҙөр, белә-лер һәм башҡалар. Был формаларҙың ошолай дүрт фонетик вариантта килеүе — дөйөм халыҡ теленең (әҙәби телдең генә түгел!) нормаһы. Улар ҡаныбыҙға һеңгән.
Күренеүенсә, дүрт бөгөлөшлө ялғауҙар өс диалект һөйләштәрендә лә киң ҡулланыла, шуға күрә ошо уҡ урындарҙа күплек ялғауҙары ла дүрт төрлө килә.
Тағы ла бер мөһим нәмәне әйтеп китмәй булмай: күплек ялғауҙарының дүрт бөгөлөштә килеүе — төрки телдәрҙәге бик боронғо күренештәрҙең береһе. Ул беҙҙең эранан байтаҡ алдағы, “төрки телдәр үҫешенең һун дәүере” тип йөрөтөлгән замандарға барып тоташа. Был дәүерҙә төрки ҡәбиләләр һундар ябырылыуына дусар булып, уларҙың байтаҡ өлөшө һундар менән бергә көнбайышҡа табан үтә, ә көнсығышта уйғыр-уғыҙ, ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ, уйғыр-тоҡуй телле ҡәбиләләр генә тороп ҡала.
Күплек ялғауҙарының һүҙ аҙағындағы өнгә ҡарап дүрт вариантта килеүе айырым төрки ҡәбиләләр телдәренә һун дәүеренә тиклем үк хас булып, тап бына шул заманда көнсығышта тороп ҡалған төрки ҡәбиләләр телдәренән барлыҡҡа килгән хәҙерге яҡут, хакас, тыва, өйрөт (таулы алтай), шулай уҡ ҡаҙаҡ һәм башҡорт телдәрендә әле лә һаҡлана. Ж.Ғ. Кейекбаев, лексик статистика методына таянып, өйрөт һәм башҡорт телдәренең бер-береһенән айырылып китеүенә сама менән 2500 — 3000 йыл үткән, тип күрһәтә. (Киекбаев Дж. Г. Введение в урало-алтайское языкознание. — Уфа, 1972. – с.23).
Былар барыһы ла З. Нурғәлиндең, әҙәби телдә күплек ялғауын -лар / -ләр формаһында ғына ҡалдырырға кәрәк, тип Ш. Хоҙайбирҙиндың “телебеҙгә -тар / -тәр ялғауы тау башҡорттары менән оҙаҡ күрше йәшәгән ҡаҙаҡ теленән килеп ингән булырға тейеш” тигән һүҙҙәренә һылтауының (“Башҡортостан”, 3.07. 2010) урынһыҙ икәнлеген күрһәтә.
Автор шулай уҡ, әҙәби телгә норма итеп алынған күплек ялғауҙары төньяҡ-көнбайыш райондарҙағы башҡорттарҙы әҙәби телдән ситләштерә, тип билдәләй. Эш күплек ялғауҙарында ғынамы ни? Улайға китһә, төньяҡ-көнбайыш диалектта, башҡа башҡорт һөйләштәренән айырмалы, “һ” һәм “ҫ” өндәре юҡ, улар урынына “с” өнө ҡулланыла: сүләшеү, сыу, сыусаса, баса, сасыҡ. Уларҙы ни эшләтергә? Һәр һөйләм өсөн махсус әҙәби тел сығарып булмай бит.
Мәғариф ветераны Ишмөхәмәт Шарапов “Әҙәби телгә һылтанмайыҡ” (“Башҡортостан”, 22.09. 2006) тигән мәҡәләһендә был хаҡта: “Көнбайыш райондарҙағы башҡорттарҙы ситләштерәбеҙ, йәнәһе. Бында әҙәби тел нормалары ғәйепле түгел, ә нисәмә быуын башҡортто быуаттан ашыу татарса уҡытыу — төп сәбәп... Ҡаныбыҙға һеңгән әҙәби телебеҙгә ревизия яһамай, уны йәш быуынға өйрәтеү тураһында уйланырға ине. Бөгөн был — иң төп мәсьәлә”, — тип яҙғайны. Хаҡ һүҙҙәр.
Профессор Әхмәт Сөләймәнов “Камиллыҡтың сиге юҡ” тигән мәҡәләһендә (“Башҡортостан”, 18.04. 2006) “остазыбыҙ Жәлил Кейекбаевтың юҡлығы бөгөн үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙерә, ул булһа, үҙенең абруйлы һүҙен әйтер ине” тип зарланып ҡуйғайны. Шулай шул, ни хәл итәһең. Жәлил Ғиниәт улы 1957/58 уҡыу йылында беҙгә, БДУ-ның башҡорт-урыҫ бүлегенең III курс студенттарына, “Башҡорт әҙәби теленең тарихы” тигән курс үткәргәйне. Уның лекцияларын ентекләп, теүәл итеп яҙырға тырыша торғайным. Конспекттар әле лә һаҡлана. Мәҫәлән, 1958 йылдың 13 майында үткәргән лекцияһында Жәлил Кейекбаев, революциянан һуң башҡорт яҙма теленең формалашыуы, әҙәби тел нормаларын ҡабул итеү тураһында һөйләп, был эштең бик көсөргәнешле шарттарҙа барыуын әйтеп үтә һәм йомғаҡлап шулай ти: “Үҙем көньяҡ диалектҡа ҡараһам да, комиссия ағзалары әҙәби тел нормаларын бик дөрөҫ ҡабул иткән, тип иҫәпләйем. Морфологиялағы төп формаларҙың береһе — һүҙ яһаусы ялғауҙарҙың барыһы ла, нигеҙҙең нисек бөтөүенә ҡарамаҫтан, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш һөйләштәрендәге кеүек бер төрлө генә — “л” менән башлана: йырла, таулыҡ, моңло, йөҙләгән... Әгәр уларҙы көнсығыш диалекттағыса, һүҙ аҙағына ҡарап, күплек ялғауҙары һымаҡ дүрт төрлө алһаң, кәрәкмәгән грамматик омонимдар барлыҡҡа килер, йәғни һүҙ яһаусы аффикстар менән килеш формалары буталыр ине. Мәҫәлән: башта (башла — ҡылым) — башта (баш исеменең урын-ваҡыт килеше), тоҙҙо (тоҙло) — тоҙҙо (тоҙ исеменең төбәү килеш формаһы) һәм башҡалар. Ә күплек ялғауҙарының һүҙ аҙағындағы өнгә ҡарап -дар, -тар, -ҙар, -лар рәүешендә йөрөүе башҡорт теленең боронғо дәүерҙәрҙән килгән, уны башҡа ҡәрҙәш телдәрҙән айырып торған үҙенсәлекле бер билдәһе. Шуға күрә көнсығыш диалект һөйләштәренә хас булған был күренеш хаҡлы рәүештә әҙәби тел нормаһы итеп алынған. Ә теге йәки был телдең әҙәби нормаларын билдәләгәндә, яҙылмаған ҡанунға ярашлы, уның башҡа ҡәрҙәш телдәрҙән айырып тороусы үҙенсәлеге лә иҫәпкә алынырға тейеш”. Остазыбыҙҙың ошо һүҙҙәренә өҫтәп тағы ни әйтәһең инде?
Башҡорт теле әле тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә берҙәй ҡулланыла алырлыҡ үҫешкән милли тел икән, был, тәү сиратта, башҡорт әҙәби теленең ҡаҙанышы. Төрки тел белгестәре уны күптән фонетик һәм грамматик нормалары камил эшләнгән телдәрҙең береһе тип таныған.
Әҙәби тел уҡыу-уҡытыу, киң мәғлүмәт саралары аша диалекттарға ҙур йоғонто яһай. Һөйләштәр әкренләп үҙенсәлектәрен юғалта, улар араһындағы айырмалыҡтар шымара бара. Быға халыҡтың бер урындан икенсе урынға күсенеүе лә булышлыҡ итә. Ауылдарҙа ла ерле һөйләш үҙенсәлектәрен башлыса оло быуын кешеләре телмәрендә осратырға мөмкин.
Хәҙер инде башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре юғары фәнни кимәлдә бөтә яҡлап ентекле өйрәнелгән, уларҙың һәр береһе тураһында бынамын тигән монографиялар, башҡа ғилми хеҙмәттәр яҙылған, башҡорт һөйләштәренең лексикаһы сағыштырып күрһәтелгән бер нисә һүҙлек донъя күргән, башҡорт теленең диалектологик атласы төҙөлөп, Европаның диалектологик атласына индерелгән. Быларҙың барыһы ла — күренекле телселәребеҙ, диалектологтарыбыҙҙың оҙаҡ йылдар дауамындағы ныҡышмалы хеҙмәт емеше.
Әйтелгәндәрҙән сығып фекер йөрөткәндә, башҡорт теленең диалект һәм һөйләштәре, әҙәби телдең нормалары һәм уларҙы үҙгәртеү тураһында ҡабат-ҡабат һүҙ ҡуҙғатыуҙы урынлы тип булмай.
Зыя ӘБСӘЛӘМОВ,
филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының
Сибай институты профессоры.


Вернуться назад