Күңелдә хыял яралғас, әҙәм балаһы шуны тормошҡа ашырырға ынтылырға тейеш. Юҡһа, хыял шул кимәлендә генә ҡалһа, ул килтергән татлы хис-тойғо яйлап күңелде кимерә башлай йә мәңге баҫылмаҫ үкенес утына әүерелеүе ихтимал.
50 йәшлек юбилейына аяҡ баҫҡанда, йәшлек хыялы йәнә күңеленә тынғы бирмәй башлағас, «Йәшлек хыялын тормошҡа ашырғым килә! Диңгеҙ буйында кем ҡыуыш ҡына булһа ла тәҡдим итә — эйәрәм дә китәм. Билләһи! Биҙҙем ошо тормоштан! Биҙҙем!» — ти Гүзәл. Һүҙем 1 һәм 2 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыласаҡ «Хыял диңгеҙе» комедияһының премьераһы хаҡында.
Исеменән үк күренеүенсә, спектакль сикһеҙ хыялдар даръяһы, эскерһеҙ өмөттәр менән тулы. Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Маликова башҡарасаҡ төп героиня Гүзәл — күңеле менән үтә нескә, хыялдарға бирелеүсән ябай ауыл ҡатыны. Ул күптән инде яңғыҙ донъя көтә. «Ул тиклем яңғыҙ түгелменсе. Ике әхирәтем бар. Өс тағандай үҙебеҙсә йәшәгән булабыҙ», — ти үҙе. Әхирәттәре тигәне — йәшкә оло ғына булһа ла, үҙе шаян, үҙе дыуамал Мәрфуға менән йәш, сая Зилә. Кисергән шатлыҡ-көйөнөстәре лә уртаҡ уларҙың.
Йорт тирәһендә ир-егет эштәрен үҙҙәре башҡарып, бер-береһенә терәк булып, тырышып йәшәүҙәре барыбер үҙен һиҙҙертә: ваҡыты-ваҡыты менән күңелдәре болоҡһоп китә.
Яңғыҙлыҡтан бошоноп, Гүзәл берәйһе менән танышырға теләп иғлан биргәс, зирәк Зилә әхирәттәре өсөн уйын ҡорорға була. Имеш, тормош шул тиклем алға киткән... Хәҙер хатта "9 Д" уйлап тапҡандар!
Шундай хәйлә ҡороп, Гүзәл һәм Мәрфуғаға тотош тамаша ойошторалар. Төп мәсьәлә — Гүзәлде уның йәшлек мөхәббәте Илдар менән ҡауыштырыу.
Нисәмә йыл үткәс тә, хистәренең һаман һүрелмәгәнен иҫбатлар өсөн ошо уйында ҡатнашырға, бәлки, хатта уны ойошторорға ризалашҡан тәүге мөхәббәтен ғәфү итерме Гүзәл?..
Әйтергә кәрәк, был пьеса Флорид Бүләков тарафынан Гүзәл Маликованың юбилейы өсөн махсус яҙылған һәм премьераның икенсе көнөндә, йәғни 2 мартта актрисаның бенефисы үтәсәк.