"Барлыҡ коллектив менән – "Башҡортостан"ға!" акцияһына Учалы районының Комсомольск урта мәктәбе ҡушыла тигән ҡыуаныслы хәбәрҙе ишеткәс тә, юлға сыҡтыҡ. Киләһе йыл был белем биреү учреждениеһында эшләүсе 32 кешенең йортона баҫмабыҙҙың барасағын иҫәпкә алып, улар менән осрашып һөйләшергә, йәшәйештәре менән танышырға, теләк-тәҡдимдәрен ишетергә теләнек.
Күркәм, иҫ киткес бай (бында элек-электән алтын приисктары эшләгән), әммә ҡырыҫ тәбиғәтле төбәк беҙҙе саң уйнатып, ҡарһыҙ ҡаршы алды. Урамда декабрь уртаһы яҡынлашып килә, ә бында сәғәт телдәре, әйтерһең дә, ноябрҙә туҡтап ҡалған.
Уй йылғаһы үҙәнендәге, данлыҡлы Әүлиә шишмәһе юлында ултырған Комсомольск ауылы ҡасандыр "Поляковка" совхозының үҙәге булған, ауыл гөрләп торған. Шуға ла аҫаба халыҡ араһында был яҡҡа яҙмыш йә дәүләт йүнәлеше менән килеп төпләнеүселәр бихисап. Әле бында 600-гә яҡын кеше йәшәй.
Белгестәр өсөн төҙөлгән ике ҡатлы таш йорттар, кирбестән һалынған иркен мәктәп тә – шул данлы йылдар билдәһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы үҙгәрештәр был төбәкте лә урап үтмәгән һәм ауылдың бөгөнгөһө, илдәге башҡа шундай уҡ урындарҙың яҙмышы кеүек: бер яҡтан, ҡасандыр алдынғы булған хужалыҡ үҙәгендәге яртылаш емерек өйҙәрҙе күреп әсенһәк, ауылдың икенсе осонда бынамын итеп төҙөлгән, заманса ҙур, иркен йорттарҙан торған урамды үтеп, ҡыуаныс кисерҙек. Тимәк, халыҡ ҡатмарлылыҡтарға бирешмәй, лайыҡлы донъя көтөргә тырыша.
Мәктәп, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, ифрат иркен, уңайлы, яҡты булып сыҡты. Заманса ап-аҡ тәҙрәләр йыраҡтан уҡ күҙгә ташланды – баҡһаң, күптән түгел уларҙы пластикка алмаштырғандар икән. Ҡаҙанлыҡ та яңыртылған – был ғәмәлдәрҙең барыһы ла йылылыҡты һаҡлау өсөн, сөнки райондың ошо яғында урынлашҡан ауылдарға газ үтмәгән, халыҡ элеккесә утын-күмер яға.
Комсомольск мәктәбе районда алдынғылар иҫәбендә. Уҡытыусылар коллективы уны бер тауыштан: "Милләт бәҫен күтәрерҙәй, булдыҡлы, иле-халҡы өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеүсе шәхестәр тәрбиәләгән белем усағы", – тип баһалай. Шуныһы ҡыуаныслы: коллективта ватансылыҡ тойғоһо көслө, үҙ кадрҙарын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәләр, шуға ла Комсомольскиҙа уҡытыусыларҙың бер нисә династияһы эшләгәненә аптырарға түгел.
Мәктәп директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Айтуған Ғәйнуллин белем биреү усағына бер нисә йыл ғына етәкселек итһә лә, һөҙөмтәләр хаҡында ауыҙ тултырып һөйләрлек. Әйткәндәй, ул да – урындағы, йәғни, үҙҙәренең кадры. Бынан тыш мәктәптә тағы ла дүрт Башҡортостан мәғариф отличнигы, бер Рәсәй мәғариф отличнигы, шулай уҡ илдең мәғарифты үҫтереү программаһына ярашлы, 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған өс уҡытыусы эшләй. Һанай китһәң, уңыштар бик күп: Комсомольск уҡытыусылары район, республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа йыш ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Уҡыусыларының да төрлө олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә тәүге урындарҙы даими яулап килеүе мәктәп коллективының белемле, берҙәм булыуын иҫбатлай.
Спорт хаҡында – айырым һүҙ. Мәктәп директоры Айтуған Фәйзулла улы – физкультура уҡытыусыһы, спортҡа мөкиббән кеше. Үҙе генә шөғөлләнеп ҡалмай, ә уҡытыусылар коллективын һәм уҡыусыларҙы ла ылыҡтыра. Юҡҡамы ни комсомолдар район һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй? Гер күтәреү, теннис, еңел атлетика, шахмат һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса бәйгеләрҙә яуланған дипломдар һәм кубоктар мәктәп коридорын йәмләп тора.
"Башҡортостан" гәзите вәкилдәре менән осрашыуға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә коллектив йыйылмағайны: баҡтиһәң, күптәр күрше ауылдарҙан йөрөп эшләй, шуға ла эш ваҡыты бөтөү менән, яҡты саҡта (ҡышҡы сәғәттәр ҡыҫҡа) ҡайтырға ашыға.
Нисек кенә булмаһын, һөйләшеү йәнле, ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Айтуған Фәйзулла улы йәш кадрҙарҙы ауылға ҡайтарыу мәсьәләһе хаҡында һөйләп үтте. Уның фекеренсә, белгестәрҙе ҡалала бәхет эҙләргә мәжбүр иткән төп сәбәптәрҙең береһе – ауыл мәктәбендәге бәләкәй эш хаҡы (ҡалала һатыусы булып эшләп тә, бәғзеләр уҡытыусыларҙан күберәк аҡса ала) һәм торлаҡ булмауы. Шул уҡ ваҡытта, баҡтиһәң, ауыл ерендә күңелеңә ятҡан, фекерҙәш булған тиңеңде – ғүмер юлын бергә үтерлек икенсе яртыңды — табыуы ла ауыр, шәхси бәхет төшөнсәһе лә мөһим.
Ғөмүмән, Комсомольск кеүек ҙур ауылдың оло бәләһе – эшһеҙлек тә барлыҡ уҡытыусыларҙы борсой булып сыҡты, сөнки был мәсьәлә уларҙың яҡындарына, таныштарына, дуҫтарына, ниһайәт, уҡыусыларына ла ҡағыла. Ҡасандыр бынан бер нисә километр алыҫлыҡтағы Вознесенка ауылында урман хужалығы булған, ул да, данлыҡлы совхоз кеүек, хәҙер тик тарих төпкөлөндә ҡалған. Ә йәшәргә кәрәк!
Йүнселдәр бирешмәй, әлбиттә. Уҡытыусылар араһында бал ҡортон тәрбиәләп файҙаһын күргәндәр ҙә, мал-тыуар аҫрап аҡса эшләгәндәр ҙә бар. Комсомольск ауылының Учалы – Мейәс – Силәбе трассаһында ятҡанын иҫәпкә алғанда, йыл әйләнәһенә халыҡ йәшелсә-емеш, һөт-май, еләк, бәшмәк һәм башҡа тауар менән сауҙа итергә юл буйына сыға – был да үҙенә күрә аҡса эшләү ысулы. Ауылда ағас менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар тинеләр – һәр хәлдә, халыҡ лайыҡлы йәшәргә тырышып ята. Әммә... Ошо мәктәптә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән, ил өсөн хеҙмәт итеүсе, бынамын тигән ике ул тәрбиәләгән хөрмәтле Ринат Сәйетов ағай әйтмешләй, барыһына ла йүнселлек сифаттары хас түгел шул – бәғзеләр артынан эйәрткәнде ярата. Ундайҙарға заман ҡанундарына яраҡлашыу ҡыйыныраҡ...
Комсомольск уҡытыусыларын ер-һыу мәсьәләләре лә борсой. Силәбе өлкәһе менән сиктәш кенә ятҡан ауыл, әлбиттә, Мейәс, Силәбе ҡалаларына күҙ терәп тора, күптәрҙең балалары шундағы уҡыу йорттарында белем алған һәм бөгөн дә шулай, әлеге лә баяғы донъя кәрәк-ярағын да шунда теүәлләйҙәр. Әммә ут күршелектең икенсе яғы ла бар: республиканың ҡайһы бер райондарындағы шикелле, был иҫ киткес күркәм, бай төбәккә кеҫәһе ҡалын сит-яттарҙың күҙе ҡыҙмаймы? Аҡса хакимлыҡ иткән заманда аяҡ аҫтында алтын түшәлеп ятҡан ерен-һыуын һатып алып бөтмәҫтәрме? Ошонда быуаттар буйы йәшәгән милләттәштәребеҙҙең киләсәге ниндәй булыр? Уҡытыусылар менән ошо хаҡта ла фекер алыштыҡ, үҙ сиратыбыҙҙа, республиканың башҡорт телендәге төп баҫмаһының халҡыбыҙҙың яҙмышына бер ваҡытта ла битараф булмағанын еткерҙек.
Йәштәрҙең киләсәген хәстәрләп, ауыл мәктәбендә профилле белем биреүҙе яйға һалырға уйлайҙар. Был бал ҡортон тәрбиәләү нескәлектәрен төшөндөргән курс булырмы, тегенселәр әҙерләрҙәрме – һәр хәлдә белгәнен өйрәтәм тип торған кешеләр бар. Быға бер миҫал: ҡулайлаштырыу еле күрше Ҡарт Муйнаҡ ауылы мәктәбенә лә ҡағылған. Быйыл уны япҡандар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар Комсомольск мәктәбенә күскән. Ә буш торған бинаны йүнсел Марсель Рауилов тигән кеше, ҡуртымға алып, тегеү цехы асып ебәргән, тиҫтәгә яҡын кешегә эш урыны булдырған. Айтуған Фәйзулла улы әйтеүенсә, был эшҡыуар мәктәп менән хеҙмәттәшлеккә һәр ваҡыт әҙер.
Комсомольск ауыл мәктәбендә булған осрашыу уйландырҙы – нисек кенә булмаһын, рухиәтебеҙҙең нигеҙен бына тап ошондай үҙ эшен яратҡан, тыуған еренең ысын ватансыһы булған шәхестәр тәшкил итә. Хәйер, комсомолдарға быны иҫбатларға кәрәкмәй: милли матбуғат менән әүҙем танышып барыуҙары, унда баҫылған материалдар менән ихлас ҡыҙыҡһыныуҙары һәм, ниһайәт, киләһе йылға күмәкләшеп "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыуҙарын ғына ла күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Үҙ сиратыбыҙҙа, әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеште өҙмәбеҙ, тип өмөт итәбеҙ, һәм һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Учалы районы.