Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә сәскәләр һалды.
Тантаналы сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр, локаль һуғыштар ветерандары, төрлө уҡыу йорттарынан килгән кадеттар, курсанттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Бөтөн Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла хәрби хеҙмәт мәктәбен үтеү ир-ат өсөн мөҡәддәс бурыс һанала. Нисәмә тапҡыр ата-бабаларыбыҙ тыныс тормош өсөн ҡорал тотоп яуға күтәрелгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында 20 башҡорт полкы ҡатнашҡан. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше ебәрелгән, шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында башын һалған. Ул йылдарҙа республикала 20 хәрби часть төҙөлгән. 500 меңдән ашыу яҡташыбыҙ орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, 278 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән, 37 батыр Дан орденының тулы кавалеры булһа, штурмлаусы летчик Муса Гәрәев Советтар Союзы Геройы исеменә ике тапҡыр лайыҡ була. Александр Матросов иһә Ватанға тоғролоҡ, фиҙакәрлек өлгөһө булып мәңгелеккә тарих битенә яҙылған. Афғанстан, Төньяҡ Кавказда барған һуғыштарҙа ла Башҡортостан егеттәре ҡатнашты, араларында Тыуған иленә ҡайтмағандар ҙа бихисап…
Яу ҡырында башын һалғандар ҙа, әле арабыҙҙа булған яугирҙәр ҙә онотолмай.