Йөҙҙө йөҙгә терәһәң — йөҙ күренмәй,
Бөйөк нәмә баҙыҡ алыҫтан.
(С. Есенин)
Ысынлап та, кеше иҫән саҡта бер-береһенең хеҙмәтенә, донъяға ҡарашына, халҡына мөнәсәбәтенә баһа биреүҙе һуңғы сиккә ҡалдырыусан, сөнки бар кеше эш, донъяуи мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Ул арала һуңлап та ҡалына, тәбиғәт үҙенекен итә. Етмәһә, беҙҙең халыҡҡа хас булғанса, күп кенә иғтибарға лайыҡтар үҙҙәре тураһында күп һөйләп түгел, ә эшләп өлгөрөргә тырыша. Әле бына шундай ике оло шәхестең береһе Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡовҡа — 80, күренекле журналист Фуат Бейешевҡа 85 йәш тулған булыр ине. Ләкин уларҙың яҡты донъяны ҡалдырып китеүенә лә байтаҡ ваҡыт үтеп китте.
Үткән быуаттың урталарында ысын сәхнә оҫтаһы булып өлгөрөп, тамашасы һөйөүен яулаған артист, режиссер Әмир Абдразаҡовтың ижадына арналған мәҡәләләрҙе гәзит биттәрендә әленән-әле уҡырға тура килде. Уның сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булыуы ла, күрәһең, миндә йылы тойғо ҡалдырғандыр, ата-бабаларыбыҙҙың Туҡсоран буйынан Эйек йылғаһы ярҙарына килеп төпләнеүе лә, тамырҙарыбыҙҙың шул уҡ дала яғынан булыуы ла яҡынлыҡ хисе тыуҙырғандыр. Етмәһә, 70-се йылдарҙа ағайым Фуат Бейешев 20 йылға яҡын "Совет Башҡортостаны" гәзитендә эшләп телевидениеға күскәс, унда Әмир Ғәбделмән улы менән бергә эшләй башлай һәм тиҙ арала яҡын дуҫтар булып китә. Икеһе лә тормошҡа бер төрлө ҡарашта, йәшәү маҡсаттары ла халҡыбыҙ өсөн күберәк эшләп, ижад аша тарихи ысынбарлыҡты тулыраҡ күрһәтеү ине. Улар Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" исемле ҙур тарихи романы, Яныбай Хамматовтың "Бөртөкләп йыйыла алтын" әҫәре буйынса ижад иткән телефильмдар бөгөн телевидениеның алтын фондын тәшкил итә. Фуат ағай Бейешев сценарийын яҙһа, унан Әмир Абдразаҡов кино төшөрҙө. Был әҫәрҙәр заманында Башҡортостан киностудияһында төшөрөлгән беренсе иң уңышлы фильмдар булып ҡалды. Тимәк, халҡыбыҙҙың ике күренекле шәхесе башҡорт кино мәҙәниәтенә юл ярыусылар булып тарихҡа инеп ҡалды, тип әйтһәк тә хилаф булмаҫ.
80-се йылдарҙа мин инде Өфөгә бөтөнләйгә күсеп килгәс, Фуат ағайымдың фатирында Әмир Ғәбделмән улын осратып, уның менән яҡындан танышыу бәхетен кисерҙем. Шундай көндәрҙең береһендә Әмир Абдразаҡов эш менән Фуат ағайға килеп инде. Мөһабәт кәүҙәле, янып торған аҡыллы күҙҙәре уның ихлас күңелле, тәрән хисле, кешелекле икәнен күрһәтеп тора ине. Шул уҡ ваҡытта ул үтә лә ябай, баҫалҡы, әммә эске донъяһының ярһыу булыуы йөҙөнә яҙылып ҡуйылғайны.
Икеһе лә һоҡланғыс кешеләр булды. Ижадта тыуған ике дуҫтың теләге, хыялы әҫәрҙәрен көслөрәк итеү, ябай халыҡҡа барып етерҙәй телдә сығарыу, тамашасыға тиҙерәк еткереү булды. Донъяға бер төрлө ҡараған, халҡы, теле, илебеҙҙең киләсәге өсөн янып йәшәгән был ике ижад кешеһенә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бер сынаяҡ сәй янында ла яңы фильмдар төшөрөргә хыялланырҙар ине. Пландары ҙур булды. Башҡорт халҡының арҙаҡлыларын күберәк күрһәткән фильмдар тыуҙырыуҙы ла күҙ уңында тоттолар. Яңы әҫәр буйынса бәхәсләшеп тә китерҙәр ине. Ябай халыҡ өсөн тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәр, фильмдар ижад итеү тураһында ярһып һөйләшерҙәр ине.
2006 йылдың көҙө хәтеремдә ҡалған. Әмир Ғәбделмән улы Зәйнәб Биишеваның тормошон, ижад юлын, башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә тотҡан урынын, көнкүрешен, билдәле кешеләр менән осрашыу ваҡыттарын, тыуған ауылын, музейын күрһәтеп фильм төшөрөү өсөн әҙерләнеп йөрөгән осоро икән. Ул Фуат ағайҙарға килеп инеү менән хәл-әхүәл һорашты ла: "Фуат ағай, һин Зәйнәб апайға арнап сценарий яҙ әле, мин төшөрөрмөн. Уны "Беҙҙең Зәйнәб" тип атарбыҙ", — тип һүҙ башланы. Фуат ағай сирләп китеү сәбәпле: "Әмир ҡустым, һин үҙең генә эшлә инде, мин ауырып торам", — тине. Улар бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Фуат ағайҙан ниндәйҙер белешмәләр, фотоһүрәттәр алды. Был фильмды төшөрөргә ул шул тиклем ашыҡты. Хатта бер килгәнендә: "тиҙерәк төшөрөп өлгөрөргә ине", — тип тә әйтеп ҡуйҙы. Әйтерһең дә, ул үҙенең һуңғы эше буласағын аңланы һымаҡ. "Беҙҙең Зәйнәб" ысынлап та уның һуңғы ижад емеше булды.
Әмир Ғәбделмән улы шул тиклем иғтибарлы, кеселекле кеше ине, итәғәтле булды. Улар дуҫлыҡтың, кешенең ҡәҙерен белде. Икеһе лә тыуған көндәрен иҫләп ҡотларға ла онотмай торғайны. Фуат ағай менән бер-береһенең шатлығын да, хәсрәтен дә уртаҡлаштылар, йылы һүҙҙәрен йәлләмәнеләр. Фуат ағай: "Әмир әллә ниңә килмәй, тауыш-тынһыҙ", — тип шым ғына көйөр ине, сөнки ул Әмирҙең ҡаты ауырыуын, хәлен яҡшы белә ине.
2008 йылдың ҡышы булһа кәрәк, Әмир Абдразаҡов килеп инде. Йөҙө һарғайған, күҙҙәре шулай ҙа элеккесә яна, ауырығанын белгертмәҫкә тырыша ине. Ике дуҫ шыбырҙашып ҡына һөйләште лә шым ғына оҙаҡ итеп бер-береһенә ҡарашып сәй эсеп ултырҙы. Шулай өнһөҙ күҙ ҡараштары менән генә улар мәңгегә хушлашҡандыр.
Башҡорттоң ике аҫыл улы тормош юлдарының күп өлөшөн генә түгел, ижад юлын да ҡулға-ҡул тотоноп бергә үткән дуҫтар, бер-береһенә терәк, таяныс булдылар. Шулай булған өсөн уларҙы бер бөтөн итеп яҙҙым. Халҡыбыҙға булған тәрән һөйөүҙәре мираҫ итеп яҙылған әҫәрҙәрендә мәңге һаҡланасаҡ.
Әмир Ғәбделмән улы вафат булғас, Фуат ағай өндәшмәй генә ныҡ көйҙө лә: "Йә, Алла, олораҡ кеше мин китергә тейеш инем дә һуң..." — тип көрһөндө, Айҙар буйы һөйләшмәҫ булды. Үҙе лә дуҫынан бер йыл самаһы ғына ҡалып донъя ҡуйҙы.