Бала йәнле шағир26.02.2013
Күренекле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Сафуан Әлибаев ғүмере буйы балалар әҙәбиәтенә тоғро. Әҙип ижад юлын кескәйҙәргә арналған шиғырҙарҙан башлай. Белорет районының Сермән мәктәбендә уҡығанда уҡ "Пионер" журналында, "Башҡортостан пионеры" гәзитендә әҫәрҙәре баҫыла.

Хеҙмәт юлын да балалар матбуғатында башлай. Ике тиҫтә йыл ғүмерен "Башҡортостан пионеры" гәзитен үҫтереүгә бағышлай, шуның тиҫтә йылын баш мөхәррир булып эшләй. Шуға ҡушып, уның бик оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе булып, бик күп йәш таланттарға ҡанат ҡуйыуын да әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, мине нәҡ Сафуан Әлибаев 1972 йылдың башында "Башҡортостан пионеры" гәзитенә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире итеп эшкә саҡырмаһа, 1990 йылда "Аҡбуҙат" журналын ойоштора ла, шулай уҡ тәүге йылда уҡ бер үҙем баҫманың 22 мең тиражын йыя ла алмаҫ инем, бәлки. Мин дә "Аҡбуҙат"тың баш мөхәррире булып егерме йылға яҡын эшләнем. Ошо йылдар эсендә өлкән ҡәләмдәшем журналдың алыштырғыһыҙ мөхәрририәт ағзаһы һәм авторы булды. Ул "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире булып эшләгәндә лә, балалар әҙәбиәте үҫешен бергәләп хәстәрләнек.
Сафуан Әлибаевтың 1968 йылда баҫылып сыҡҡан "Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш" тигән тәүге китабы уҡ балалар әҙәбиәтенә яңыса, заманса фекерләгән әҙип килеүен раҫлай. Корней Чуковский яҙғанса, һәр шиғырында — динамика, шул уҡ ваҡытта кескәйҙәрҙең күҙ алдына килерлек образдар. Тәүге китабынан һуң шағир балалар һәм үҫмерҙәр донъяһын "Йәйғор", "Көнбағыш", "Мәктәп юлы", "Яҙҙы кем килтергән?", "Тылсымлы шар", "Балалар өсөн" һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары менән балҡытып ебәрҙе. Шиғырҙары, әкиәттәре, пьесалары уға ҙур уңыштар килтерҙе. Ул — республиканың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Айырыуса "Тылсымлы шар" китабының яҙмышы бәхетле булды. Йыйынтыҡ башҡорт балалар әҙәбиәтенең данын донъя күләменә сығарҙы: шағир был хеҙмәте өсөн Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломға эйә булды. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев ордены менән дә ул бик хаҡлы бүләкләнде.
"Ижад итеп йәшәү, ижад ҡанаттарында талпыныу — оло бәхет ул. Ә балалар өсөн яҙыу — айырыуса ҙур ҡыуаныс. Балалар бит — киләсәк. Улар менән минең яҙғандарым да киләсәккә инәсәк", — тип яҙғайны шағир үҙенең ижад кредоһы хаҡында.
Хаҡ һүҙҙәр: киләсәк быуынды илһөйәр, телһөйәр, иманлы итеп тәрбиәләүҙә Сафуан Әлибаевтың ижады баһалап бөткөһөҙ.
Мин күп һанлы балалар яҙыусылары һәм уларҙың әҫәрҙәрен быуындан быуынға уҡып килеүсе уҡыусылар исеменән шуны әйткем килә: күренекле шағир Сафуан Әлибаевтың "Һайланма әҫәрҙәре"нең II томы өсөн республикабыҙҙың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия биреләсәгенә һис бер шигем юҡ.


Вернуться назад