Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәйхана менән Миңлеғәле Хәсәновтар – Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына нигеҙ һалыусыларҙың тәүгеһе. Әлегә тиклем сәнғәткә ғашиҡ, эшһөйәр Хәсәновтар ғаиләһе филармониябыҙҙа “Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөндә үҙ халҡына хеҙмәт итеүен дауам итә.
Был коллективтың музыкаль-театрлаштырылған программалары йәштәр һәм өлкән быуын тамашасылары араһында ла бик популяр. Миңлеғәле Ибраһим улы һәм Рәйхана Ҡорбан ҡыҙы иһә ниндәй генә сәхнәлә сығыш яһамаһын, һәр кемгә сағыу байрам кәйефе бүләк итә. Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, халҡыбыҙҙың тарихын пропагандалау йәһәтенән Хәсәновтар ғаиләһе сәнғәткә баһалап бөткөһөҙ көс һала.
Бар күңеле, йәне менән көслө рухлы ҡурайсыбыҙ Миңлеғәле Хәсәнов йөрәгенән сыҡҡан моңдарҙа тыуған илебеҙҙең матурлығын, тәбиғәттең сафлығын халыҡҡа еткерә. Тамашасы күңелен әсир итерлек һығылмалылыҡ, нәфислек менән бүләкләгән Хоҙай Рәйхана Ҡорбан ҡыҙын. Уның башҡорт халыҡ бейеүҙәрен үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Хәсәновтар ғаиләһе Башҡортостанда ғына түгел, Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Ульяновск өлкәләрендә, Татарстан, Сыуашстан республикаларында тамашасыларға халҡыбыҙҙың тарихын һәм бөгөнгөһөн еткерә, ялҡынлы сығыштары менән һөйөндөрә.
Тыуған республикаһында, шулай уҡ сит илдәрҙә һәм башҡа өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәрен һөйөндөрөп, башҡорт халыҡ сәнғәтен еткереүҙе изге бурыс тип һанай Рәйхана менән Миңлеғәле Хәсәновтар.
Әйткәндәй, 27 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Сода” мәҙәниәт һарайында күптәрҙең яратҡан сәхнә оҫталары Хәсәновтар, алтын юбилейҙарына арнап, ижад кисәһен үткәрә. “Беҙҙең бергә булыу – мөғжизә” тип аталған концерт программаһына рәхим итегеҙ, дуҫтар!