Был кисәгә килеүселәр барыһы ла бер-береһен белә ине. Дуҫтар йыйылған ерҙә шулай була. Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залына шиғриәт дуҫтары килде. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев менән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Рита Фәтҡуллина йыйҙы уларҙы.
Был осрашыуҙа тамашасыны кисәнең хужалары менән айырған сик юҡ ине, “түңәрәк өҫтәл” рәүешендә уҙҙы шиғыр кисәһе. Иғландар эленмәгән, саҡырыуҙар таратылмаған, сәхнәһе лә булмаған ул бәләкәй залды саҡ эҙләп таба алған кешеләр Uk. com социаль селтәре аша белгән был осрашыу хаҡында. Кемдәрҙер “формаль булмаған”, ә кемдер “галстукһыҙ осрашыу” тип атаған, асылда ысын шиғыр һөйөүселәр үҙ-ара күңел йылыһы менән уртаҡлашыр өсөн йыйылышҡан “аулаҡ өй” булды ул кисә. Осраҡлы кеше килмәй бындай урындарға. Авторҙы алдан яҡшы белгән, уның хаҡында күп ишеткән, әммә бер ҙә осратырға форсаты сыҡмаған кешенең, ниһәйәт, яйы килеп сыға.
Башҡорт әҙиптәре араһында үҙенсәлекле ижадтары менән айырылып торған Рита Фәтҡуллина һәм Азамат Юлдашбаевтың кисәләре лә бик матур килеп сыҡты. Авторҙар башта тормошҡа ҡараштарын, бөгөнгө кисерештәрен оҙон шиғри монолог рәүешендә тыңлаусыларға тәҡдим итте. Яйына тура килтереп, Интернет селтәрендә ойошҡан “Ҡош юлы” башҡорт эстрадаһы төркөмө ағзалары микрофон алдына сыҡты. Улар хәҙер гитара менән башҡортса йырҙар башҡарыу буйынса икенсе конкурс үткәрергә әҙерләнә, күрәһең. Әле беҙ был ҡыллы инструменттың, башҡорт йәштәре араһында киң таралып, мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә башлауына шаһитбыҙҙыр. Йырсылар Лидия Таңатова, Роберт Хәмиҙуллин, Альбина Шәмсетдинова, Тимур Юламанов, Нәжип һәм Рәжәп Юлдашбаевтар Рита менән Азаматтың шиғырҙарына яҙған йырҙарҙы яңғыратты кисәлә.
Түңәрәк өҫтәлдең түре юҡ тигәндәй, һорауҙарға яуаптар йәнле әңгәмәгә әйләнеп китте. Һорауҙарға ҡарағанда ла, кисәлә осраҡлы тыңлаусыларҙың юҡлығы күренә ине. Күпселектә йәштәр булһа ла, уларҙың башҡорт әҙәбиәте, шиғриәте менән етди ҡыҙыҡһыныуы, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыуы ҡыуандырҙы. Тормошобоҙ үтә лә сыбарланып китеп, барса аралашыуҙар тик виртуаль даирәгә генә ҡайтып ҡала башлаған осорҙа, күҙгә-күҙ ҡарашып ултырыуҙар һирәк күренешкә әйләнгәндә, бындай ихлас осрашыуҙар күңел төптәренә һаман йәшеренә барған ҡылдарҙы кинәт асып, тирбәлдереп ебәргәндәй. Ысынлап та, шиғриәттең ҙур залдар йыйып, рәсми тантаналарҙа гөрләгән заманы артта ҡалғандыр инде, хәҙер уны халыҡҡа яҡынайтыу өсөн шағир үҙе төрлө юлдарын эҙләргә тейеш осор еткәндер. Тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа, тип тотош Йыһанға яңғырауыҡлы һүҙҙәр осорғансы, “адреслы” эшләү отошлораҡ түгелме?
Һәр хәлдә, йәштәр күңелендә шиғри һүҙгә мохтажлыҡ булғанда, әҙәбиәттең киләсәге лә барлығына ышаныс менән сығаһың бындай кисәләрҙән.