Һин — илаһи талант эйәһе26.02.2013
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға

Ажарланып, мамыҡ ҡар туҙҙырып,
Тулағанда ғинуар бураны,
Был ни ғәжәп әле, был ни ғәжәп,
Хистәремде аҡ бурандар түгел,
Ҡапыл серле моңдар сорнаны.
Зәйнәб апай,һинең тыуған көнөң
Хатта ҡышҡы һалҡын миҙгелдә,
Гүйә, йылы яҙҙар килтерҙе лә,
Сәскәләрҙең хуш еҫтәрен бөркөп,
Ҡош һайратты минең күңелдә.
Эй, кинәнеп, шашып шатланамын,
Әйтерһең дә, мин бер диуана...
Булһа булһын! Мәгәр шуныһы хаҡ,
Әҙибәбеҙ, һинең байрамыңа
Бөтә Башҡортостан ҡыуана!
Үҙ халҡыңа ҡайнар һөйөү булып
Ҡояш йөрөй йөрәк түреңдә,
Ана шуға ла бит шәфҡәтлелек,
Мәрхәмәтлек нуры балҡый төҫлө
Сал сәсеңдең һәр бер төгөндә!
Яҡты донъяларға яратылған
Һин — илаһи талант эйәһе,
Аҫыл талантыңдың тамырҙарын
Киҫер өсөн аҙмы хаслыҡ ҡылды
Көнсөллөктөң хәтәр көйәһе!
Сәмле хеҙмәт менән күкрәп үтте
Йәшел яҙың, ап-аҡ ҡыштарың...
Тылсымлы йән өрөп, ҡанат ҡуйып,
Тормош ҡиблаһына осорҙоң һин
Ижадыңдың сихри ҡоштарын!
Мең хәүефтән, мең бәләнән ҡурсып,
Туған телде, тыуған төйәкте,
Ҙур йөрәкле Ил әсәһе булып,
Оло мөхәббәттең ҡанатында
Күтәрҙең һин тотош милләтте!
Заманыңдың моңон йырланың һин,
Сал тарихын яҙҙың быуаттың,
Мин инанам, матурлыҡҡа әйҙәп,
Быуындарҙан быуындарға күсер
Гәүһәрҙәре һинең ижадтың!
Алтындарҙан ҡиммәт әҫәрҙәрең
Һәр беребеҙ өсөн ҡоттор ул!
Һөйөклөбөҙ беҙҙең, Зәйнәб апай,
Урал тауҙай бай мираҫы булған
Һинең кеүек әҙибәләр хатта
Шәреҡ донъяһында юҡтыр ул!


Вернуться назад