Быйылғы Халыҡ-ара Аҡмулла көндәренең Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналыуы осраҡлы түгел. Шағир Мифтахетдин Аҡмулла татар, ҡаҙаҡ, төркмән, үзбәк, ҡарағалпаҡтар араһында ла киң билдәле шәхес булған, төрки халыҡтарҙың уртаҡ сәсәне иҫәпләнгән.
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбендә төрки халыҡтарының шиғриәт байрамы булды.
Милли кейемдәге мөләйем ҡыҙҙарҙың ҡунаҡтарҙы ишек төбөндә үк ҡаршы алып, түргә әйҙәүе һәм фойела китап сауҙаһының ойошторолоуы бында ҙур сараның уҙыуы тураһында һөйләй ине. 9-сы урта мәктәп директоры Радик Юлбаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар төрлө мәҙәни һәм әҙәби кисәләрҙе йыш үткәрә, әлеге сараға айырыуса ныҡ әҙерләнгәндәр.
Байрамса биҙәлгән тамаша залына алма төшөрлөк тә урын юҡ, талғын ғына көй яңғырай. Тәүҙә күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормошона байҡау яһаған һәм бай ижадын сағылдырған йөкмәткеле видеояҙма күрһәтелде, унан һуң шиғриәт байрамы башланды.
– Аҡмулла көндәрен йыл да бер урында түгел, ә тотош ҡала буйлап үткәреү шул тиклем отошло, – тине М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Ғәлимә Ғәлина. – Мәҫәлән, әлеге сара былтыр Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҙҙы. Уҡыусылар күңелендә әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотабыҙ, улар арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе белеп үҫһен.
Шиғриәт ҡоронда яҙыусыларҙың һәм ғалимдарҙың ҡатнашыуы кисәнең мәртәбәһен күтәрҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ҡәҙим Аралбаев белдереүенсә, әҙиптең ижадын өйрәнәһе лә өйрәнәһе.
Сит тарафтан да ҡунаҡтар күп килгәйне. Форсаттан файҙаланып, Ҡаҙағстан ҡунағы менән әңгәмәләшергә насип булды. “Аҡмулланың ҡомартҡыһын ҡаҙаҡтар ифрат ҡәҙерләп һаҡлай, ғөмүмән, милләттәштәрем бөйөк шәхестәргә оло хөрмәт менән ҡарай, – тип һөйләй Хужа-Әхмәт Йәсәүи исемендәге Ҡаҙаҡ-төрөк халыҡ-ара университеты доценты Айжан Ермөхәмәтова. – Өфөнән саҡырыу килеп төшкәс, ҡыуанысымдың сиге булманы, шунда уҡ юлға әҙерләндем. Аҡмулла тураһында Интернеттан белешмә тупланым. Сәсәндең теле уртаҡ, һөнәрленең ҡулы уртаҡ, тиҙәр. Әйтерһең дә, был һүҙҙәр Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында ғына әйтелгән”.
Бөйөк фекер эйәһе Мифтахетдин Камалетдин улы күп йылдар осһоҙ-ҡырыйһыҙ киң далала йөрөп, әлепте таяҡтан айырмаған ҡаҙаҡ балаларын хәреф танырға өйрәткән. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһының тәүге исеме Аҡмулла булған, аҙаҡтан сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү башланғас, уны Целиноградҡа үҙгәртәләр, унан һуң йәнә Аҡмулла исемен тергеҙәләр, ә 1997 йылдан – Астана.
Тантана уҙған көндө Аҡмулланың шиғырҙары төрки телдәрҙә яңғыраны. Ә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары матур концерт күрһәтте.
Илдар АҠЪЮЛОВ