Ватан һаҡсылары менән ғорурланабыҙ22.02.2013
Ватан һаҡсылары менән ғорурланабыҙБыл байрам уңайынан ветерандарҙы, хәрбиҙәрҙе тантаналы рәүештә ҡотлау матур йолаға әүерелде. Күркәм сара йыл да баш ҡаланың Конгресс-холында үтә. Быйыл да хәрбиҙәр, ветерандар байрам кителдәрен кейеп, сараға ашҡынып килгән.

Байрам, ғәҙәттә, фойенан башлана. Халыҡ күп, хәрбиҙәр бер-береһе менән гәпләшә, ҡул ҡыҫа, ҡосаҡлашып та ала. Өфө Хәрби комиссариатының оркестры дәртле көйҙәр уйнай. Быйылғы сара ла юғары кимәлдә ойошторолған.
Тантаналы йыйылышҡа республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың килеүе лә оло мәртәбә өҫтәне.
Михаил Бабич Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң Рәсәй халҡы өсөн мөһим байрамдарҙың береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Һәр ғаиләлә Ватан һаҡсылары бар һәм булған. Һуңғы ете-һигеҙ йылда Рәсәй Хөкүмәте хәрбиҙәрҙең хәлен яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Был эштәр әле емеш бирә башланы: аҡсалата тәьмин итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, социаль ташламалар булдырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарылды. Оборонаны нығытыу, хәрби көстәрҙе яңыртыу кеүек мөһим эштәр атҡарыла. Шуға ла ошо йылдар эсендә Рәсәй Ҡораллы Көстәренең абруйы бермә-бер артты, – тип Михаил Викторович йыйылыусыларҙы ҡотланы һәм үҙ бурысын намыҫ менән үтәгәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бынан тыш залда ултырған аҡһаҡал, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Апуш Байымбәтовты 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләк бирҙе.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та үҙ сығышында был байрамдың әһәмиәтен телгә алды.
— 23 февраль — Рәсәй халҡының дөйөм байрамы ул. Бала саҡтан беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының батырлығы алдында баш эйеп, уларға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең яугирҙәрҙе ҡайҙа ла маҡтап телгә алалар. Һалдаттарыбыҙҙы һәр хәрби округ ҡыуанып ҡаршы ала. Әлеге мәлдә Башҡортостандан 15 мең һалдат Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хәрби бурысын үтәй. Башҡортостандың Хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округта һәр яҡлап алдынғы һанала. Ватан һағында торған оло быуын вәкилдәре, йәш быуын, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, – тине Президент һәм дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Башҡортостандың хәрби комиссары Анатолий Балтинский иһә сығышында милли йолаларҙың ни тиклем ҡиммәт икәнен әйтеп үтте. “Был байрам беҙҙе берләштерә. Бер илдә йәшәйбеҙ, ошо берҙәмлек арҡаһында еңелмәҫлек ил булып ойоштоҡ”, – тине ул һәм Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының миҙалдарын тапшырҙы.
Тантаналы йыйылышҡа килгән хәрбиҙәр алдында сығыш яһаусыларҙың барыһы ла республикала Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләүгә ҡараштың етди булыуын, яҡташтарыбыҙҙың илгә тоғро хеҙмәт итеүен, эҙәрмәндәр отрядының тырышлығын, ветерандар советының һәм кадет мәктәптәренең эшен юғары баһаланы.

* * *
Бынан тыш, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Бюджеттың һәм бюджеттан тыш фондтарҙың баланслығы, шулай уҡ бюджет сығымдарын тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдары” һәм “Эконом класлы торлаҡ төҙөлөшө, күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьәләләре” буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Аҙаҡтан журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.


Вернуться назад