“Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Дөрөҫмө, юҡмы?” (30 сентябрь, 2011 йыл) тигән мәҡәләне уҡып, һуңғы ваҡытта башҡорт теленең һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм терминдарының дөрөҫ яҙылышына иғтибарҙың арта барыуына ифрат ҡыуандым.
Тел белгесе булмаһам да, гәзиттә бирелгән ҡайһы бер һүҙҙәрҙең яҙылышына ҡарата ҡарашымды, тәҡдимдәремде, иҫкәрмәләремде әйтеп үтмәксемен.
Праймеризды “алдан һайлау” тип алыу дөрөҫ булыр, тип уйлайым. Был сит тел һүҙе күптәрҙе шаңҡытты бит, ни икәнен тәүҙә аңламай ҙа торҙоҡ. Населенный пункт — тораҡ пункт, межмуниципальный отдел — муниципаль-ара бүлек, банки — банктар, Казань Ҡазан булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Вахитов, Закиров, Шакиров кеүек фамилияларҙың тәүге ижегендә нәҙек “ә” һуҙынҡыһын ҡулланғанда ла хилаф булмаҫ ине — Вәхит, Зәкир, Шәкир тигән исемдәр ҙә күп бит. Йәиһә һүҙен бергә яҙыуҙы хуплайым.
Урамдар исеменә килгәндә, “улица Борисоглебского” һүҙбәйләнешен “Борис-Глеб урамы” тип тәржемә итеүҙе бик үк килештермәнем, Борисоглебский урамы тип кенә ҡалдырһаҡ, яҡшыраҡ булыр һымаҡ. “Улица Красноармейская” тигәнде Ҡыҙыл Армия урамы тип алырғамы, әллә Ҡыҙылармеецтар урамы тиергәме? Коммунистик ураммы, әллә Коммунистик урамымы? Больничная урамын нисегерәк атарға?
Ҡайһы бер һүҙҙәр ике төрлө яҙыла. Мәҫәлән, сауап — һауап, бәйғәмбәр — пәйғәмбәр. Икеһенең дә икенсе варианты дөрөҫ, тип иҫәпләйем. Әммә күп һүҙҙәрҙең бер-береһен “һыйҙырмауын” өнәмәйем. Әйтәйек, олатай һүҙе ниңәлер “ҡартатай”ҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Башҡорт халҡында элек-электән ҡулланылған бит ул. Өләсәй һүҙенең “ҡәрсәй” тигән вариантын да һаҡларға кәрәк. Күңелебеҙ киң, телебеҙ ошо һыҙатыбыҙҙы сағылдырһын ине.
Булат АҠМАНОВ.
Ейәнсура районы, Иҙелбәк ауылы.