Юғалтыу21.02.2013
Булған хәл
Ауылға ҡайтып барам. Юл буйында ҡул күтәреп торған үҫмерҙе күреп, тормозға баҫтым. 16 — 17 йәштәрҙәге егет машинаның ишеген йылдам ғына асты ла:
– Ағай, ҡайһы яҡҡа? – тип һораны.
– Мырҙаҡайға!
Яуабымды ишетеү менән бының ауыҙы йырылды:
– Ҡайһылай шәп булды! Мин дә шул яҡҡараҡ.
Йәнәшәмдәге креслоға ҡунаҡлау менән юлдашым ҡулын һуҙҙы:
— Танышайыҡ, Рәжәп булам!
Егеттең ҡыйыулығына һоҡландым. Унан байтаҡҡа өлкәнерәк булһам да, үҙ тиңеләй күреп, ҡайһылай иркен һөйләшә.
Үҫмер йылдарым иҫкә төштө. Бигерәк баҙнатһыҙ була торғайным шул. Бер ваҡыт һуң!.. Хатта хәҙер иҫкә төшөрөүе лә ғәрлектең ғәрлеге.
…Район үҙәгенән килгән тикшереүселәр дәрескә инеп ултырҙы. Уҡытыусы арыуыраҡ уҡығандарға алдан уҡ: “Һеҙҙән генә һораясаҡмын, аңшайып, уҡлау йотҡандай үрә ҡатып тормағыҙ”, – тип әйтеп ҡуйғайны.
Мин үҙемә текәлгән күҙ ҡараштарынан әллә нишләнем дә ҡуйҙым. Күҙ алдары ҡараңғыланды, быуындар бәлтерәне. Аяҡ аҫтында әллә ер уйылды, әллә иҙән сайҡалды. Баш зыр әйләнеп, бөтә донъяның аҫты-өҫкә буталды. Һөйләйем генә тип ауыҙҙы асмаҡсы булғайным, тел көрмәләнде, яңаҡтар береккән кеүек ҡатты…
– Иптәштәрем күптән ауылда рәхәтләнеп ял итәлер инде. – Уйҙарҙы юлдашымдың уфтанған тауышы бүлде.
– Нилектән улай һуңға ҡалдың һуң?
– Шул ярыш тип инде.
– Ниндәй ярыш?
– Бокс буйынса республика беренселеге үтте.
– Шунан, нисек?
— Зый! – Егеттең күҙҙәре балҡып китте. – Беренсе урынды алдым, хатта үҙемдән өлкәндәрҙе лә дөмбәҫләп ташланым.
— Ҡайһылай шәп булған. Ҡотлайым, ҡотлайым! – Үҫмерҙең уңышына ихлас шатланып, ҡулын ҡыҫтым.
“Миңә яҙыу өсөн бына тигән герой ҙа баһа был”. Ҡарап тороуға ҡаҡса ғына үҫмерҙең еңеүенә һоҡланып, шулай уйланым. Көтмәгәндә мәҡәлә өсөн форсат сығыуына ҡыуанып ҡуйҙым. Юғиһә һуңғы ваҡытта спортсы йәштәр тураһында бөтөнләй оноттоҡ, бар белгәнебеҙ – әртис тә мәртис. Берәйһе сәхнәгә сығып, арлы-бирле һикерәнләһә, ”йондоҙ ҡалҡты” тип лаф орабыҙ.
– Институтта-фәлән уҡыйһыңмы әллә? – тип ҡыҙыҡһындым егеттән.
– Юҡ.
– Ҡайҙа?
– Училищела.
– Бик һәйбәт! Кем буласаҡһың инде?
– Төҙөүсе, электрогазосварщик, бер юлы шоферлыҡҡа ла таныҡлыҡ аласаҡбыҙ.
– Шәп, бына тигән һөнәр һайлағанһың! – Егетте йәнә маҡтап ҡуйҙым. – Ә уҡыу яғы нисек?
– Яҡшы, сиректе “бишле”гә генә бөттөм.
— Шәп, шәп!
Рәжәптең йәнә бик күп шөғөлө барлығын белдем. Киләсәккә хыялдары менән ҡыҙыҡһынғас:
— Университетҡа уҡырға инәм, – тине. – Бөгөнгө заманда белемһеҙ бер ҡайҙа ла барып булмай.
Һөйләшеп килеп ике сәғәтлек юлды ни арала үткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Юлдашым Имәнкәй ауылында төшөп ҡалды.
Өфөгә ҡайтҡас, Рәжәп уҡыған училищеға юлландым. Үҙем менән фотохәбәрсене лә алдым.
Ишектән үткәс тә, уҡыу алдынғыларының стеналағы фотолары күҙгә салынды. Аяҡтарым үҙенән-үҙе шул яҡҡа атланы. Һәр фотоға текләп күҙҙән үткәрһәм дә, таныш йөҙҙө таба алманым. Ярай, бәлки, әлегә ҡуйып өлгөрмәгәндәрҙер.
Ниндәй ниәт менән килеүемде әйткәс, директор, әллә яңылыш ишетәмме тигәндәй, сәйерһенеп:
– Рәжәп Вахитов тиһегеҙме ул? – тип ҡабаттан һораны.
— Эйе, эйе.
Шул саҡ бүлмәгә йәш кенә уҡытыусы ҡыҙҙың ярһып килеп инеүе һөйләшеүҙе өҙҙө.
— Икенсе төркөмдән Рәжәп Вахитов тамам теңкәне ҡоротто, уҡыуының да, тәртибенең дә рәте юҡ. Теге саҡ ҡыуһаҡ ҡыуып ҡына ҡуйманыҡ. Ата-әсәһен саҡыртып алырға кәрәк, – тип теҙҙе ул. Уҡытыусы шул тиклем ярһығайны, хатта бүлмәлә ят кеше барлығын да шәйләмәне шикелле.
Мин асҡан ауыҙымды яба алмай, шаҡ ҡатып ҡалдым…


Вернуться назад