Лайыҡлы әҫәр20.02.2013
Рауил Галиндың “Дүрткүҙ” китабы республикабыҙҙың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгәс, шул китапты йәнә ҡарап сыҡтым.
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы “Дүрткүҙ” китабын тәҡдим итеп бик дөрөҫ эшләгән. Беренсенән, ул бик матур биҙәлгән, йыйнаҡ. Бер китап эсендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн прозаһы ла, шиғриәте лә, драматургияһы ла бар. Авторҙың теле матур, һөйләмдәре дөрөҫ, аңлайышлы. Минеңсә, китап балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә үҙенең уҡыусылырын, тыңлаусыларын, сәхнәлә уйнаусыларын тапҡандыр. Уны бөгөн Өфөлә лә, Башҡортостандың башҡа район һәм ҡалаларында ла табыуы ҡыйын, 2 мең дана шунда уҡ таралып бөттө.
Хикәйәләре һәр яҡлап фәһемле Рауил ағайҙың, үҙенә генә хас фәлсәфәһе лә етерлек. Шул уҡ ваҡытта нескә юморға, йылмайырлыҡ хәл-ваҡиғаларға бай. Лирикаһы ла үҙенсәлекле. Ысын шағирҙарса тыуған ил, тыуған ер, мөхәббәтле йәшлек темалары ярылып ята. Тәржемә пьесаларға килгәндә инде, барыһы ла беҙҙең Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында сәхнәләштерелде. ”Яңы йыл әкиәттәре” — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн алмаштырғыһыҙ материал. Ҡайһы бер пьесалары йылдарҙың исемдәре менән үк әйтеп бирелә. Мәҫәлән “Әтәс йылы”, “Маймыл йылы” һәм башҡалар. Был пьесалар мәктәп сәхнәләре өсөн дә бик ҡулай. Эстәлегендә дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ, дөрөҫлөк, яҡшылыҡ иң беренсе урында тора. Һәр балаға аңлайышлы булған, үҙе ижад иткән шиғыр-йырҙар менән байытылған. Был китаптың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүе бик тә урынлы һәм ваҡытлы. Стәрлетамаҡ ҡала башҡорт ҡоролтайы идараһы был тәҡдимде баһалай һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Галинға артабан да уңыштар теләй.