Салауат ӘБҮЗӘР
Мюнхгаузен
Булды! Барыһы ла булды!
Әйтһәм, ышанмаҫ кеше:
Йәшәлде үткән ғүмерем
Барон Мюнхгаузен ише.
Тормош һаҙлығы упҡанда
(Өйрәтте донъя йәштән!),
Яттар түгел, үҙ-үҙемде
Һөйрәп сығарҙым сәстән.
Әҙ булманы: ярты атым
Өҙөлөп ҡалған саҡта,
Дошмандарыма үс итеп,
Мин саптым ярты атта.
Булмаҫтайҙары ла булыр,
Булмағандары булған:
Бешеп сыҡҡан өйрәктәр ҙә
Османымы ни ҡулдан!?
Ялғандың күрҙем хаҡлығын,
Ялғанын күрҙем хаҡтың.
Ләкин йөҙөмдө һытманым,
Донъяға көлөп баҡтым.
Бындай ҡөҙрәт ҡайҙан һуң тип,
Һораһаң әгәр минән,
Яуабым шул: ғүмер буйы
Йәшәйем шиғыр менән.
Мунса ташы
Төштә түгел, өндә булды!
Ул хәл әле лә иҫтә:
Шаулатып Еҙем буйҙарын
Уйнаныҡ айлы кистә.
"Арҡа терәп торған икәү
Бер яҡҡа борһа башын,
Килтерергә тейеш улар
Кемдеңдер мунса ташын". —
Был хөкөм беҙгә эләкте, —
Беҙгә эләкте хөкөм!
Был хөкөмдө мин бит күптән
Шундай зарығып көттөм.
Бер бите — ай, береһе — ҡояш,
Тал кеүек нескә биле...
Юҡ, һөйләргә был сафлыҡты
Кәрәк һандуғас теле.
Ул һынды бәндә телендә
Һүрәтләү булыр яҙыҡ.
Булалыр тик фәрештәнең
Ҡаурыйы менән яҙып.
(Артығын һөйләп ташланым
Шикелле, шашып китеп.
Туҡтайым, юҡһа һеҙҙе лә
Ҡуйырмын ғашиҡ итеп).
Ҡайтыр инем ул саҡтарға,
Эх, һыуҙар кире аҡһа!
Тик яҙмыш беҙҙең баштарҙы
Борҙо бит ике яҡҡа.
Үкенһәк тә, булманы шул
Яҙмыштарға баш булып.
Мөхәббәтем тороп ҡалды
Утта янған таш булып.
Һағыш
Һағыш диңгеҙенә батам, —
Ауылым һағындыра!
Диңгеҙ теле менән әйтһәк,
Йөрәктә — "Полундра!"
"Ташландыҡ бер утрау һымаҡ
Ауылым ҡалды йыраҡ..." —
Ут өҫтәп янған йөрәккә
Бер бурлак тора йырлап.
Ул утрауҙа яңғыҙ ҡарсыҡ
Сикһеҙ диңгеҙгә ҡарап,
Робинзондай күҙәтәлер,
Күренмәҫме, тип, карап.
Һәм ҡайтып үҙ ҡыуышына
Ҡабыҙалыр усағын.
Иртән тороп тағы килер
Ҡарарға диңгеҙ яғын...
Сайҡала диңгеҙ, сайҡала...
Ләкин ул бишек түгел.
Иркәләр наҙлы ҡулдар юҡ, —
Күшектем, өшөп күңел.
Һағыш диңгеҙенә батам, —
Ауылым һағындыра!
Диңгеҙ теле менән әйтһәк,
Йөрәктә — "Полундра!"
Һиңә!
Уҡ булып яуа һорауҙар,
Мейене уйҙар ҡамай.
Гүйә һанһыҙ ғәскәр менән
Ябырылып килә Мамай.
Кемдә һинең ҡайғың булһын,
Кем керә һинең хәлгә!?
Йөрәгем минең, әйтерһең,
Ишелеп төшөр ҡәлғә.
Түҙер әмәлем ҡалманы,
Шул тиклем мин арыным...
Был ҡара яу ҡамауынан
Һин генә ҡотҡарырһың!
Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ...
— Сеймалға беҙҙән бай
илдәр бармы?
Ниңә әле беҙ йәшәйбеҙ ярлы?!
Нимә ҡарайбыҙ һуң беҙ,
ағайҙар!?
Америкала бик күп, ти, байҙар.
Оят бит былай! Сара күрәйек:
Дәүләт мөлкәтен бүлеп бирәйек.
Магазиндарға тулһын сит аҙыҡ,
Улар телендә эләйек яҙып.
Көллө кешеләр
бик шат булырҙар:
Һум урынына килһә долларҙар.
"Президент" булһын,
булһын "премьер"ҙар
Һәм сит телдәрҙә
йырланһын йырҙар...
Шул саҡ ул илде
уҙырбыҙ юртып!..
— Күренмәҫме һуң
арттағы йыртыҡ?!