Таш ямғыры19.02.2013
Силәбе өлкәһендә метеорит шартлауға ҡарата

Күрмәгәнен күрә ерем...
Ҡәләм алдым, баш ҡаңғырып,
Силәбенең өҫтәрендә
Яуып киткәс таш ямғыры.

Таш яуһа ла, тигән һүҙҙе
Беҙҙең күптән ишеткән бар.
Ҡантуғандар төйәгендә
Ер уйылған тишектәр бар.

Осҡан таштар күкте телеп,
Осҡан ҡайҙа ҡарап алып.
Харабалар яһаған ул,
Мең йөрәккә яра һалып.

Кешеләрҙең, ошо ерҙең
Яралары уңалырмы?
Көтмәгәндә күктән төшкән
Оло ҡайғы таралырмы?

Иң оло таш нисек шулай
Сыбаркүлгә, боҙға, кергән?
Әлдә ул, тим, төшмәгән бит
Күп халыҡлы берәй ергә.

Ҡышҡы һалҡын күп
көттөрмәй —
Ташты боҙ ҙа япҡан һымаҡ.
Ләкин ул таш, батмаҫ булып,
Мең йөрәктә ятҡан һымаҡ.

16 февраль, 2013 йыл.


Вернуться назад